Оҙаҡ йылдар Белорет районында журналист булып эшләргә тура килде. Унда ауыл хакимиәте башлыҡтарының эше, тормошо – күҙ алдында. Сермән ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Айытбай Әйүпов һәр саҡ алдынғы ҡарашлы, тура һүҙле, тырыш, алға, йәғни үҫешкә ынтылып йәшәгән башлыҡ ине. Уның яҙмышы еңелдән булманы, тәүге ҡатыны Зилә яман шештән донъя ҡуйҙы. Шундай ҡайғылы ваҡытта уны нахаҡҡа ғәйепләп, төрмәгә ябып ҡуйҙылар. Бәлки, ошо мәлдә Рәмзиәһен осратмаһа, тормош һынауҙары уны һындырыр ине. Кем ул Рәмзиә? Рәмзиә Шаһыбал ҡыҙы ауылдашым ине, шуға уны ла яҡшы беләм.
Улар һуң ғына осрашһа ла, бик матур йәшәп китте. Тик тормош уларға ҡарата аяуһыҙ булды, бары дүрт йыл самаһы ғына йәшәп ҡалдылар. Көнкүрештәре яйға һалынып, ҙур ауырлыҡтарҙы еңеп, икеһенең көсө менән һалған яңы йорттарына күсәм тип ҡанатланып йөрөгәндә, Рәмзиә ҡапыл ғына ауырып, өс аҙна реанимацияла ятып, үлеп ҡалды.
Айытбай Зәбир улы тағы ла ауыр һынау алдына баҫты. Бер мәл ул яңғыҙлығын баҫыу өсөн тормошо, Рәмзиә тураһында иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Унан рөхсәт алып, яҙманы һеҙгә тәҡдим итмәксебеҙ.
Тәүге тапҡыр Ҡаһарманда күрҙем...
– Минең әсәй “Йылы һүҙ – йән аҙығы” тип әйтә ине. Ҡатыным ауыр хәлдә, минең башлыҡ булып эшләгәнемде лә белмәй әле. Дүрт йыл терәгем булды. 2016 йылда мине төрмәгә ябып маташтылар. Белорет район суды ике йылға иректән мәхрүм итеү тураһында ҡарар сығарҙы. Рәмзиә Сорғотта йәшәй ине. Тәүге ҡатыным 2015 йылдың декабрендә беҙҙән китте. Ике ҡыҙым менән генә тороп ҡалдым.
Рәмзиә менән күптән таныш инек. Уларҙың ауылы Ҡаһарманға йыш йөрөнөк. Ул саҡта “Жигули” кеүек машина юҡ ине, күк төҫтәге колхоз бензовозында барабыҙ. Шунда күреп оҡшаттым мин уны. Тик уға 14 кенә йәш ине, ә миңә – 24! Сәсе оҙон ине, мин уйынлы-ысынлы: “Эх, бынау толомдарға сумып ҡына йоҡла ине!” – тип әйттем. Ә минең мыйыҡ сиғандарҙыҡы һымаҡ, тағы ла олораҡ күрһәтә. Уның яуабы былай булды: “Олатай, өләсәйгә ҡайтып сәләм әйт!”
Шулай булһа ла, тиҫтә йыл үткәс, беренсе ҡатыным үлгәс, Рәмзиә менән осрашып аңлаштыҡ. Отпускыға сыҡҡас, барып алып ҡайтырға тейеш инем. Тик мине июндә ябып ҡуйҙылар. Ярай әле Рәмзиә һүҙендә торҙо, кеше һүҙенә ҡарамай ҡайтты Сермәнгә. Ҡыҙҙар менән донъя көттө, миңә ашарға ташыны. “Ундағы” ашамлыҡты ҡабырлыҡ түгел. Рәмзиәнең ярҙамы менән генә өс ай түҙҙем инде. Ҡайтҡас та, мине ҡеүәтләп: “Башыңды эйеп йөрөмә, һинең ғәйебең юҡ”, – тип миңә ҙур терәк булды. Яңы төҙөлгән Иҙел ауылында икәүләп йорт һалабыҙ. Алла бойорһа, киләһе йыл шунда күсербеҙ, тип план ҡорабыҙ. Икебеҙ һалған өйгә күсербеҙ тип йыйынып йөрөй инек, Рәмзиә дауаханаға эләкте. Хәле ауыр, шуға мин: “Һа уығып ҡына ҡайтһын, аяҡҡа баҫтырыу өсөн бер нәмәне лә йәлләмәйем!” – тип Хоҙайҙан һорап йөрөнөм...
Мин 1992 – 1998 йылдарҙа тыуған ауылым Аҙнағолда мәктәп булдырыу менән булыштым. Ауыл хужалығы институтын ситтән тороп тамамланым. Иҡтисадсымын. Беренсе директор булдым. Алты йылда мәктәп ярайһы нығынды, хатта үҙебеҙҙең тракторыбыҙ булды. Шәп баҡса үҫтерә инек. Өлкән кластарҙа үҙемдең автор программаһы буйынса информатиканан уҡыттым. Тик әлеге “башҡортлоҡ” беҙгә ҡамасаулай бит: “колхозсы мәктәпкә етәкселек итә”, тип ялыу яҙа башланылар. Күп уйлап торманым, Сермән балалар йортона ауыл хужалығы эштәре буйынса инструктор булып эшкә күстем. Икенсе сәбәбе лә бар ине: 1999 йылда һайлау булырға тейеш, шуға күрә Сермәндә эшләп йөрөү ҙур ғына “плюс” буласаҡ. Шулай булды ла.
Мин киткәс, Рәмзиә беҙҙең мәктәпкә эшкә ҡайтты, минең кәләш менән дуҫ булды. Зилә лә уҡытыусы ине. Һуңғы осрашыуҙан һуң тағы ун йылдан ашыу ваҡыт үткәйне. Бер-беребеҙҙе танымаған булып ҡыландыҡ. Ул тормош иптәшенән айырылғайны, ҡыҙы бар, икәүләп йәшәнеләр. Беҙҙән өс өй аша ғына. Беҙҙең дә ҡыҙыбыҙ бар. Бына бит яҙмыш нимә эшләй. Бер йыл үтте шулай, барыбер осраштыҡ Ағиҙел аша һалған күперемдә. Үҙемдә һаулыҡ һорашып ҡына үтеп китерлек көс тапманым! “Эх, Рәмзиә, аҡылдан шаштыраһың мине!” – тип һөйәктәрен “шытырлатҡансы” бер ҡосаҡланым. Рәмзиә лә ҡаршылашманы. Нисәмә йыл йәшереп йөрөгән һөйөүемде күҙҙәремдән күргән.
Бергә йәшәй башлағас, был осрашыуҙы иҫкә төшөрөп көлөп алдыҡ. Тик хәл белешеүҙән ары һүҙ әйтә алманым. Күп тә үтмәй, Рәмзиә тормошҡа сығып, күсеп китте. Беҙҙең араны боҙмайым, тип. Дуҫтар йыйылышып, өс-дүрт ғаилә оҙаттыҡ. Береһе лә бер нәмә лә һиҙмәне. Бүздәк яғында йәшәгәнен генә белә инем. Магазинда Бүздәк соусы күргән һайын иҫемә төшә ине. Бәхетлелер тип уйлай инем, шулай булһын, тип теләнем.
Баҡтиһәң, улын тыуғас та юғалтҡан. Тормошо боҙолған. Түҙерлек хәле ҡалмағас, ҡыҙы менән Себергә сығып киткәндәр. Тағы 17 йыл үтте тигәндә осраштыҡ. Һәм бәхетебеҙҙе таптыҡ, Аллаға шөкөр! Әле минут һайын Рәмзиәгә һаулыҡ һорайым Хоҙайҙан. Быйыл ейәнсәре тыуҙы, минең ҡыҙҙар ҙа уға ят түгел. Иҫән-һау ғына булһын!
Китапта уҡыһам, аптырай инем, яҙыусылар нисек уйлап таба икән шундай әсе яҙмышты, тип. Хатта илай инем. Ә үҙебеҙҙең яҙмыш, уйлап ҡараһаң, китаптағыларҙан да хәтәрерәк икән!
Тәү күреүҙән ғашиҡ булдым
Тәүге кәләшем Зилә менән дә бәхетле булдыҡ. Танышыу былай булды. 1992 йылдың август айы. Әле генә барлыҡҡа килгән мәктәпкә кадрҙар йыйып маташам. Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге мөдиренә индем. Ғәлләм Йомаҙил улы Иҙрисов – минең уҡытыусы, бик талапсан етәксе булды. Уға барып инһәм, матур ғына, һомғол буйлы бер ҡыҙ ултыра. Тәү күреүҙән ғашиҡ булдым. Ғәлләм ағай таныштырҙы: “Бына һиңә хеҙмәт уҡытыусыһы”, – тине. Мин, телен йотҡан кеше һымаҡ, баш ҡағып ҡына ҡуйҙым.
Бер нисә көндән әсәһе менән килеп, ул бер тәртипле генә әбейгә фатирға урынлашты. Уҡыу йылы башланды. Коллектив йәш, эшләүе күңелле ине. Мин уҡытыусыларға ҡарата үҙемдең ҡустылар һәм һеңлеләр һымаҡ мөнәсәбәттә булдым. Ауылда егеттәр бәйләнһә, миңә әйтәбеҙ, тип ҡурҡыталар икән. Иң әрһеҙҙәре лә тиҙ генә телдәрен дә, ҡулдарын да тыя. Ә мин ул турала бер нәмә лә белмәйем.
Бер заман Зиләнең фатир хужабикәһе бер көнгә генә Белоретҡа киткән. Йәш уҡытыусыға тынғы бирмәгән егет был турала белеп ҡала һәм “кис ишегеңде емереп инәм, асмаһаң” тип киҫәтеп ҡуя. Ҡото осҡан Зилә оялып ҡына шул турала миңә әйтте. “Ярай, мин барып йоҡлайым, улай булғас”, – тинем. Был ҡыҙҙың бите бер ағарҙы, бер ҡыҙарҙы. Мин көләм: “Тыныслан, һин бит миңә һеңлекәш һымаҡ”, – тип. Барҙым, бер мәл сәй эсеп ултыра инек, ҡапҡа дөмбөрләй. Сыҡтым. Теге егет иҫерек, ныҡ ҡына “тейәгән”. Мине күрҙе лә: “Ярай, һуңыраҡ киләм”, – тип китеп барҙы.
Иртән, дәрескә тиклем, мин урман ҡырҡыусыларҙы трактор менән Ҡыраҡаға алып барырға тейешмен. Зиләгә: “Миңә урын һал!” – тип команда бирәм, теге шөрләй. Шулай ҙа ятып йоҡланыҡ, икебеҙ ике карауатта. Арытҡан көн буйы: ярты көн – мәктәптә, ярты көн – урманда, шунда уҡ йоҡлағанмын. Иртәнсәк Зилә уята: “Зәбирович, йоҡлап ҡалғанһың, сәғәт 9 тула!” Мин ҡараңғыла уҡ сығып шылырға тейеш инем, йәш ҡыҙға ҡарата шик тыуа бит ауылда.
Яңы йыл етеп килә. Саңғы ярышына барырға бер ир-егет, бер ҡатын-ҡыҙ билдәләнек. Мәктәптә ярыш үткәреп ҡараныҡ: минән һәм Зиләнән шәберәк йөрөгән йәштәр табылманы. Дуҫым теге күк бензовоз менән Сермәнгә ярышҡа алып барҙы. Мин трассаны яҡшы беләм, тапҡыр һуҡтырып сыҡтым да ҡарап торам. Бер нисә егетте үткәрҙем дә, “тыш та быш” финишҡа килеп ингән булдым. Мәктәптә уҡыған саҡта Ғәлләм ағайҙан дәрес алдынан һорай инем:
– Бөгөн дәрестә волейбол уйнайбыҙмы?
– Ниндәй волейбол, бөгөн саңғыла! – ти торғайны.
Тиҙ генә табан ялтыратам, ә класс журналына сираттағы “ике”не сәпәй Ғәлләм ағай. Шулай ҙа сиреккә “биш” сыға торғайны, волейбол өсөндөр инде.
Бына шул саңғыны күрә алмаған кеше, райондың иң көслө саңғысылары менән ярышып, өсөнсө урынды алыуы Ғәлләм ағай өсөн бер мөғжизә булғандыр инде.
Ә сере ябай ғына. Старт-финиш күҙҙән юғалыу менән, беренсе үк ҡарағай төбөндә йәшенеп, йүгергәндәрҙе билдәләп торған егеткә “Смотри, Руслан, не выдавай! И всем остальным тоже передай, чтобы отметили!” тип киҫәттем дә 90 градусҡа һулаҡайға боролдом. Көршәк тауының һырты буйлап күп тә үтмәнем, ныҡ ҡына маскировкаланған һуңғы дозорҙы таптым. Шым ғына килеп: “Руки вверх!” – тип арҡаһына саңғы таяғын терәйем. Быныһы ла балалар йортонан. Мине танып, ауыҙы йырыла. Ә Зилә икенсе урынға сыҡты. Ҡыҫҡаһы, беҙҙең мәктәпкә өсөнсө урын бирелде. Шәмбе ине, Зилә Инйәр автобусына һуңланы. Дуҫ менән һөйләштем дә, алып киттек әлеге күк бензовоз менән.
Барып ҡайтабыҙ тип уйлағайныҡ, булманы. Ҡунаҡтар бар ине, инергә тура килде. Төрлөсә мәрәкәләп тә ҡаранылар, кемегеҙ кейәү була һуң, тип. Көлдөк тә ҡуйҙыҡ. Ана шулай үҙебеҙ ҙә һиҙмәй ҡалдыҡ, бер-беребеҙгә иң кәрәкле серҙәш булып киттек.
Ҡыҫҡаһы, көн һайын оҙатып ҡуям Зиләне. Шулай дуҫлашып киттек. Әсәйем мине өйләндереү тураһында хыяллана, 30-ға етеп барам. Зиләнең әсәһе килгәйне. Йә улар алдан һөйләшеп ҡуйған, йә осраҡлы килеп сыҡтымы, әйтеүе ҡыйын. Кинонан һуң оҙатып барһам, ҡорғандың асыҡ еренән әсәйемде күреп иҫ китте!
Өйгә индек. Күрәбеҙ – әсәйҙәр килешкән. Ике туған апайым да шунда. Бына шулай беренсе тапҡыр өйләндем. Өй төҙөп бөтөп бара инем инде, тәҙрә ҡуйҙым да апрелдә туй яһаныҡ. 1996 йылда ҡыҙыбыҙ Аэлита тыуҙы, шатлығымдың сиге булманы!
Шул мәлдә Рәмзиә ҡайтты ла инде беҙҙең мәктәпкә. Иренән айырылған, ҡыҙы Нәзилә менән. Үҙгәргән, әлбиттә, тик тағы ла матурыраҡ. Күп кенә ауылдаштар тегенең “ҡылын” тартып ҡараны, хатта ғаиләле аҙғын ирҙәр ҙә “ҡунаҡҡа барып” маташты. Бирешмәне! Минең йән көйә, тик һиҙҙермәйем. Ҡайһы саҡта “Янына барайыммы икән” тип уйлайым. Тик уны кәмһетеүҙән тыйылдым. Әле шул турала һөйләп көлөп алабыҙ, шунан уфтанабыҙ: “Килер кәрәк булған”, – тип.
Осрашыу тигәндән, тағы ла бер тапҡыр булған икән. 2005 йылдың йәйендә. Рәмзиәнең ағаһы Сермәндә йәшәгән. Мин уны яҡшы хәтерләйем, үҙешмәкәр драма түңәрәгендә иң әүҙем кеше ине Урал ағай. Уны мин ысын артист тип уйлай торғайным. Ағаһы үлгәс, Рәмзиә ҡайтҡан һәм ауыл хакимиәтенә ниндәйҙер ҡағыҙҙар менән инә. Еңгәһенә иптәш булып. Ә төп маҡсаты – мине күргеһе килгән. Мин, туң баш һәм туң йөрәк, кабинетымдан сыҡҡанмын да ҡоро ғына иҫәнләшеп үтеп киткәнмен. Йәшлек мөхәббәтемде танымағанмын! “Ну йән көйҙө һиңә”, – тип әле һаман ороша. “Был бит мин, танымайһыңмы!” – тип әйтергә ине лә бит...