Мөхәббәт баҡсаһы
21 Ғинуар 2021, 18:30

102 пар матур датаны һайлаған

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл туйҙар өсөн тағы ла бер матур дата бар - 12.02.2021. Өҫтәүенә ул йомаға тап килә.

21.01.21 датаһы өйләнешергә теләгән йәштәрҙең күңеленә хуш килгән. Бөгөн республикала 102 пар ЗАГС-ҡа килгән.
Никах теркәүҙәрҙең күбеһе Өфөнөң ЗАГС бүлектәрендә үтте, тип хәбәр иттеләр Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты матбуғат хеҙмәтенән.
Иң күп ғариза Өфөләге Калинин районының ЗАГС бүлегенә килгән. Икенсе урында – Ленин, өсөнсөлә Совет райондары бүлектәре килә.
21-се быуаттың 2021 йылындағы 21-се көнө йәштәрҙең тормошонда яҡты иҫтәлек булып ҡалыр. Айырым осраҡтарҙа (мәҫәлән, кәләш ауырлы булғанда) никахты ғариза биргән көндә теркәтергә мөмкин.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл туйҙар өсөн тағы ла бер матур дата бар - 12.02.2021. Өҫтәүенә ул йомаға тап килә.
Фото: Kirillermolaevpro.ru
Читайте нас