Иртәгә һандар ҡабатланған көнгә (12.02.2021) тура килтереп өйләнешергә теләгән парҙар һаны 200-ҙән ашҡан.
Был хаҡта Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты хәбәр итә. Астрологтар фекеренсә, һандарҙың ошолай тура килеүе юҡҡа түгел. Был көндә теләктәр теләргә, яҡшылыҡ юрарға кәрәк. Әйткәндәй, иртәгә Венера һәм Юпитер планеталары бер һыҙатҡа баҫа. Был да үҙенә күрә һәйбәткә ым-ишара. Ҡытай календары буйынса Яңы йыл байрамы ла етә.
Өйләнешергә ҡарар иткән парҙарға бәхет, оҙон ғүмер, ныҡлы ғаилә нигеҙе теләйбеҙ.
Ә һеҙ ниндәй көндә өйләнештегеҙ? Һандар тылсымына ышанаһығыҙмы?