Ир-егеттең яратыуы үтеп, быны йәшерергә тырышһа ла, белергә була.
Психологтар һөйләшеүенән уның кәләшенә, ҡатынына битарафлығын һиҙергә була, ти. Йә, бындай ир нимәләр әйтә икән?
"Һин бөтә нимәне боҙаһың!" – ул гел тәнҡитләй, бар уңышһыҙлыҡтарҙа һеҙҙе ғәйепләй, кәйефе насар.
"Уйлап сығарма, һиңә шулай тойола ғына" – кем менәндер ғишыҡ уйнауын фашлағас, киреһенсә, һеҙҙе ғәйепле итеп ҡуя.
"Ғәфү ит, онотҡанмын" – ярҙам һорағас, ул вәғәҙәләй, әммә эшләмәй. Һәм был беренсе тапҡыр ғына түгел.
"Был һинең проблемаларың" – яратҡан кеше ярҙам итергә мөмкинлек таба, әгәр ул бынан ситләшә икән, яҡшыға түгел.
"Үҙеңә башҡаны тап" – тәбиғәте менән милексе булған ир-ат һөйгәненә икенсе пар табырға тәҡдим итмәҫ. Әгәр ул шулай тип йыш ҡабатлаһа, тимәк, айырылышыуҙа яуаплылылыҡты, ғәйепте һеҙгә йөкмәтмәксе.
"Мин һиңә ышанмайым" – ул китергә һылтау эҙләй һәм үҙенең был ҡылығын аҡларлыҡ сәбәп табырға маташа.
"Теләһә нимә эшлә" – шулай тигән ир үҙенә яҡынлатмай, арауыҡ һаҡларға теләй. Моғайын, ул киләсәктә бергә булыуҙы уйламай.
"Һин юҡҡа бөтөрөнәһең" – ҡатын-ҡыҙҙың асыҡтан-асыҡ һөйләшергә теләүенән был ир-егет шул рәүешле ҡаса.
"Мин һине ысынлап яратам" – яратҡан кеше был турала тәҡрарлап тыҡып тормай. Дөрөҫөн әйтергә ҡурҡҡан ир, күрәһең, ғәйебен тойоп, аҡланырға тырыша.