Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
27 Март 2021, 20:00

Бәхетем янымда булған икән...

Ирен яратмаған Йәмилә тәүге мөхәббәтенең нисек йәшәүе менән ҡыҙыҡһынып, уға сәләм ебәрҙе. Һәм бына ул ҡаршыһында...

Эргәһендә өҙөлөп торған ире булыуға ҡарамаҫтан, күпме ғүмерем заяға уҙҙы, тип йыш уйлана ине һуңғы ваҡытта Йәмилә. Бергә йәшәүҙәренә етенсе йыл китһә лә, бала тураһында ныҡ хыялланһа ла, ниңәлер ауырға ҡала алмай ҡатын. Һәр яҡлап тикшерелеп тә бөттөләр, икеһе лә сәләмәт.
Һуңғы барғандарында табип, сәбәп, бәлки, һеҙҙең тап килмәүҙәлер, тигәйне. Дөрөҫлөк тә барҙыр: Йәмилә яратмайынса ғына әлеге иренә тормошҡа сыҡты бит, күңеле бер ҙә генә ятманы уға. Ә уныһы үҙенә һалҡын мөнәсәбәтте тоймағандай, икеһе өсөн тырыша кеүек: шул тиклем иғтибарлы, ҡатыны эргәһендә ни алып ни бирергә белмәй өйөрөлә. Йәмиләнең дорфалығы һис һыуындырмай ирҙе. "Эшең былай ҙа ауыр, ял ит" тип кенә тора. Артыҡ хәстәрлеклелеге менән дә теңкәгә тейер икән кеше!..
Ошо йылдар эсендә Йәмилә үҙенең тәүге мөхәббәтен онота алмай, уны тағы бер күрергә, һөйләшергә ине тигән уй-хыял менән йәшәне. Әмир менән институтҡа уҡырға ингән йылда уҡ дуҫлашты улар. Бәһлеүән кәүҙәле, сибәр егет уҡыу яғынан шәп булған Йәмиләгә тәүге сессиянан һуң ныҡлап иғтибар итеп, дуҫлашып киттеләр. Артабан дәрестәргә бергә йөрөнөләр, әҙерләнделәр. Әҙерләнделәр тигәс тә, ҡыҙ егеттең контроль, практик эштәрен үҙе эшләп бирҙе, имтихан ваҡытында ла ныҡ ярҙам итте. Телгә шәп булһа ла, уҡыуға елкәһе йоҡараҡ ине Әмирҙең. Шулай улар араһындағы дуҫлыҡ мөхәббәткә әйләнде. Йәмилә егеттең һәр һүҙенә ышанып, баш әйләндергес хыялдар диңгеҙенә сума ине, киләсәген унһыҙ күҙ алдына ла килтермәне.
Ҡыҙҙың хыялдары бишенсе курста диплом алған көндә селпәрәмә килде. Ул мәл бөгөнгөләй күҙ алдында: төркөмдәштәре менән бергә Ағиҙел буйында йөрөйҙәр ине, Әмир аулаҡҡа айырып алып китте. Хәтирәләргә бирелгәндә шул ваҡыттағыса йөрәге елкенеүен әле лә тоя ҡыҙ: хәҙер егете үҙен яратыуы, унһыҙ йәшәй алмауы тураһында белдерер, киләсәккә пландар ҡорорҙар... Эх шул көн... Әмирҙең ҡарашында шатлыҡ түгел, ә һағайтҡыс шом барлығын бәхеттән башы әйләнгән ғашиҡ ҡыҙ нисек абайлаһын инде? Аяғы менән ерҙе һыҙғылап торған егет, күҙҙәрен күтәрмәй генә: "Йәмилә... Тормош юлын һинең менән бергә үтергә хыялланғайным... Дөрөҫ аңла, мин ғәйепле түгел: арбанылар шикелле, үҙем дә белмәйем нисек улай килеп сыҡҡанын. Ул ауырлымын ти..." - тигән һүҙҙәрен теш араһынан ҡыҫып сығарҙы. Бындай ауыр хәбәрҙе көтмәгән ҡыҙ аңын юғалтыр хәлгә етте, әммә ниндәйҙер көс уға йығылырға бирмәне. Түҙгеһеҙ тынлыҡ оҙаҡҡа һуҙылманы, зирәк Йәмилә ишеткәнен аңламамышҡа ла һалышманы, араларына ингән ҡыҙҙың кем икәнлеге тураһында ла төпсөнмәне, башын ғорур тотоп: "Ярай, ни хәл итәһең, баланы етем итеп булмай бит инде" - тип киҫә генә яуап бирҙе лә, ҡырт боролоп, ҡалғандар артынан йүгерҙе. Шул ваҡытта ни уйлап, ни кисереүен үҙе генә белә Йәмилә...
Үҙенә ебеп төшөргә юл ҡуймайынса, Йәмилә ул йәйҙе ҡыҙыҡлы итеп үткәрергә тырышты, моңайырға ваҡыт ҡалманы, иптәш ҡыҙҙары менән һыу буйлап кәмәлә аҡтылар, диңгеҙ буйындағы ҡалала йәшәгән апайҙарына барып килде. Көҙгә үҙҙәренең ауыл мәктәбенә эшкә урынлашты. Шул йылда, уҡыуын бөтөп, физкультура уҡытыусыһы булып килгән егеткә, бер ниндәй хис кисермәһә лә, кейәүгә сыҡты. Үткәндәрен оноторға тырышып эшкә сумды - булдыра алманы - тәүге мөхәббәте иҫенән сыҡмай йөрәген һыҙҙы, бәхетһеҙлеген һиҙҙертте...
...Көндәрҙән бер көндө Йәмилә хәбәрләшеп торған иптәш ҡыҙы аша Әмирҙең нисек йәшәүе менән ҡыҙыҡһынып, сәләм ебәрергә батырсылыҡ итә. Ҡалала төпләнгәндәр икән, уларҙан бер курс түбән уҡыған ҡыҙ менән донъя ҡорған, ти. Ҡатындың сәләменә ҡайтауаз булып ҡасандыр яҡын булған кешеһенең "осрашайыҡ" тигән һүҙе килеп етә.
Шул һөйләшеүҙән әҫәрләнеп, татлы хыялдарға сумып, тулҡынлана-тулҡынлана осрашыуға әҙерләнә Йәмилә. Бына ул көн: алдында - ете йыл күрмәгән яратҡан төркөмдәше. Таныш һын элеккесә мыҡты кәүҙәле, ҡарағайҙай төҙ һынлы, үткер ҡарашлы, ныҡлы аҙымлы. Тәүге тулҡынландырғыс минуттар үткәс, кафеға эскә үтеп, иң төпкө урынды һайлап ултыралар. Әүәлгесә Әмир күп һөйләй, ә ҡатын тыңлай. Әҙ генә ваҡыт эсендә ирҙең ете йыл ғүмере күҙ алдына баҫа: ҡатынының дәрәжәле ағаһының уларҙы яҡшы эшкә урынлаштырыуы, ыҙаламай ғына өс бүлмәле фатирлы булыуҙары, йәшәүҙәренә өс йыл тигәндә көтөп алынған тәүге балалары тыуыуы... Ошо урында ғына тертләп киткән ҡатын һүҙ ҡыҫтыра: "Туҡта, ул һуң беҙ уҡып бөткән йылда ауырлы ине лә..." Ир телен тешләй ҙә, тик уйланмай әйтелгән һүҙ ауыҙҙан ысҡынған, хәтерҙән кире юйып булмай. Ҡатындың күңеленә төшкән шик ошо мәлдә зиһенен асып ебәргәндәй була: тимәк, Әмир уны алдаған булып сыға, тимәк, бер ваҡытта ла яратмаған. Уҡыуында файҙаланған да, кәрәге бөткәс, унан арынған, артабан үҙенә файҙалы булырҙай кәләш ҡараған түгелме?


Нисек элек һуҡыр булған һуң ул: ялҡытҡыс күп һөйләй, маҡтана, берәй тапҡыр уның тураһында ҡыҙыҡһынып һорау биргәнен дә иҫенә төшөрә алмаҫ. Тыңлап ултыра торғас, ирҙе икенсе яҡтан аса үҙенә Йәмилә: иҫ китмәле, һағынып йәшәрлек бер нәмәһе юҡ икән дә үҙенә һоҡланып йәшәгән буш ҡыуыҡтың. "Оят булып китте, эргәмдә минең өсөн өҙөлөп торған ирҙе ҡыйырһытып, шул үҙен генә яратҡан әҙәмде уйлап йәшәүем өсөн" тип серен сисәсәк аҙаҡ ул әхирәтенә. "Килгәнеңдә осрашып торайыҡ, йәшлекте иҫкә төшөрөп" - был һүҙҙәрҙе ишеткәнендә Йәмилә асыҡ ҡарарға килгән була инде. Бәхете шым ғына эргәһендә йөрөгән, ә ул шуны аңғармай, алдатҡыс хыялдар менән янып йәшәгән, иҫәр...
Йәшлектәге дуҫы менән хушлашҡас, нисектер тынысланып, гел ашҡынған күңеле урынына ултырғандай була ҡатындың. Магазиндарҙа йөрөп иренә, ҡәйнәһенә, үҙенең туғандарына бүләк-күстәнәстәр ала. Бер төнөн дә һалҡын, ятҡа әйләнгән ҡалала үткәрмәҫ, киске автобуста кире ҡайтырға юлға сығыр. Хәҙер ныҡлы белә: ҡасан ҡайтыуына ҡарамаҫтан, уны һағынып көтөр, ҡаршы сығып алыр яҡын кешеһе бар. Бынан кире үҙенең дә, уның өсөн янып торған кешеһенең дә ҡәҙерен беләсәк ул...
Фото: anypics.ru
Читайте нас: