Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
10 Апрель 2021, 20:00

Мөхәббәт тип бәхетемде юғалттым...

“Әсәйем һинең социаль селтәрҙәге фотоларыңды йыш ҡарай. Атайың үҙ бәхетен тапты, ә мин – юҡ, ти. Һине һағына”, - тип йөрәгемде өттө ҡыҙыбыҙ...

Быға тиклем Булаттың балтаһы һыуға төшкәндәй бойоҡ йөрөгәнен күргәнебеҙ юҡ ине. Бөгөн ул бигерәк кәйефһеҙ. Хеҙмәттәштәребеҙ араһынан тәтелдәк Ләлә сыҙай алмай һорап ҡуйҙы: “Нимә булды ул һиңә, Булат? Берәй әйбереңде юғалттыңмы әллә?”
“Эйе, юғалттым шул. Бына тигән ғаиләмдән ҡолаҡ ҡаҡтым”, - булды яуап.
Күптән түгел фирмаға эшкә килгән программист ирҙең, баҡтиһәң, быға тиклем бер ғаиләһе булған икән. “Һилле, тыныс ҡына барған тормошомдоң ҡәҙерен белмәгәнмен. Романтика, һөйөү кәрәк, имеш. Ә бит ысын бәхет эргәмдә булған... – тип бәйән итте Булат. – Элекке эш урыныма бухгалтер Руфина килгәс, башыма тай типтеме ни, башкөллө ғашиҡ булдым. Ул да миңә битараф түгел ине. Их, шунда Руфинаның ниндәй икәнлегенә иғтибар ҙа бирмәгәнмен. Минән бала көткәнен белгәс, ғаиләмдән сыҡтым да киттем”.
Тик бына йәш кәләш Булатты һанға һуҡмай икән. Беренсе ҡатыны Зәлиә иһә ғаиләнең тыныс тормошон тәьмин иткән: ауырлыҡ килтермәйенсә, ҡыҙын да яҡшы тәрбиәләгән, өйөн дә тәртиптә тотҡан, эшендә лә тырыш булған. Ире үҙен икенсегә алмаштырыр тип уйламағандыр ҙа...
“Социаль селтәрҙә икенсе ҡатыным менән тормошобоҙ бик сағыу күренә: ул барыһын да матур итеп фотоға төшөрә һалып, тиҙ генә барлыҡ ғәм ҡарауына һала. Унда барыбыҙ ҙа бәхетле, түңәрәк өҫтәл артындабыҙ, тәбиғәт ҡосағындабыҙ, ҡайҙалыр ял итәбеҙ... “Һөйгәнем беҙҙе ошолай ярата” тип фотолар аҫтына яҙырға ла онотмай. Ә ысынбарлыҡта...”
Баланы тәрбиәләү менән тик Булат шөғөлләнә икән. Ә йәш ҡатын буш ваҡытында фитнес-үҙәккә йүгерә. Ир хатаһын аңлаған да бит, тик терһәкте тешләп булмай шул. “Беренсе ҡатыным Зәлиә күҙ алдымдан китмәй. Тик үткәндәргә юлдар ябыҡ инде...” - ти.
“Беренсе ҡатыным юрист булып эшләй, ҡыҙыбыҙҙы бик матур тәрбиәләй, ҡала ситендәге өйҙә бынамын тигән итеп йәшәй. Кисә ҡыҙыбыҙ: “Атай, әсәйем һинең социаль селтәрҙәге фотоларыңды йыш ҡарай. Атайың үҙ бәхетен тапты. Ә мин – юҡ, ти. Һине һағына”, - тип белдерҙе. Мин дә тәүге ғаиләмде һағыныуҙың сигенә еттем. Ни эшләргә лә белмәйем..." - тип эс серҙәрен асып һалды хеҙмәттәшебеҙ. Ниндәй кәңәш бирергә лә белмәй, аптырап ҡалдыҡ...
Фото: vk.com
Читайте нас: