Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
22 Апрель 2021, 13:00

Яҙмыш айырһа ла...

“Юҡ, ирем – командировкала, улдарым – өләсәйҙәрендә. Ә һиңә берәү ҙә ҡамасауламаймы?” – тип һораны ҡатын.

Яҙмыш бер тапҡыр икәүҙе ике яҡҡа айырған икән, ҡайтанан осрашыу кәрәкме? Әллә барыһы ла элеккесә ҡалһынмы? Һуңғы көндәрҙә бына ошондай уйҙарға йыш бирелә Ильяс. Ҡайһы саҡ тормошон йәнә ялғап, үҙгәртеп ҡарарғамы әллә тип тә уйлап ала ир.
Был юлы ноутбук экранына оҙаҡ текәлеп ултырғанда ҡулындағы кеҫә телефоны ҡапыл төшөп китте. “Бына, йүләр, ниңә тағы шуның сәхифәһендәге фотоһынан күҙемде алмайым? Үткән, бөткән бит инде...” – тип һөйләнде лә ул йәнә экрандан йылмайып торған фотоға күҙ ташланы. “Һин бәхетле, күрәһең. Хәҙер тотам да шылтыратам бына! Ысынлап шулаймы икән? Тауышыңды ишетермен, исмаһам,” – тип үҙ алдына һөйләнде лә һөйләнде Ильяс...
Ә теге социаль селтәрҙәге сәхифәлә ихлас йылмайған ҡатын – Ильястың беренсе мөхәббәте Мәрйәм. Уның йөҙөнә күҙ һалғанда ирҙең бар донъяһы онотола: ҡатыны, балалары ҡайҙалыр упҡынға осоп юҡҡа сыҡҡандай тойола, хатта ваҡыт ағымы ла туҡтағандай була. Ә ирҙең күңелендәге Мәрйәм менән икәүһе – йәп-йәштәр. Ә артабан ул хатта хыялланырға ҡурҡа, тик бына ошо ара-тирә тәүге мөхәббәтенең социаль селтәрҙәге фотоһына күҙ һала ла уның яҙмышын белгеһе килә. Теге йәш, студент саҡта һүҙгә килешкәндән һуң бер ҡасан да күрешкәне юҡ уларҙың.
Ошо ваҡиғанан һуң ярты йыл яңғыҙлыҡтан яфаланды Ильяс, әммә Зәйнәпте осратҡас, тормошо йәнләнеп, йәмләнеп, бәхет нурҙарына мансылып киткәндәй тойолдо. Тик бына ошо матур хистәр Мәрйәмдең фотоһүрәтен күргәс, селпәрәмә килеп юҡҡа сығыр булды.
Ә бөгөн Ильяс, барлыҡ ҡыйыулығын туплап: “Ир әйтте – ир эшләне”, - тине лә Мәрйәмгә шылтыратырға йөрьәт итте. Тиҙҙән уға студент саҡтан таныш, һис онотолмаған тауыш: “Алло, тыңлайым”, - тип яуапланы. “Сәләм, Мәрйәм!” – тине Ильяс. “Кем ул?” – тип һораны ҡатын. “Был мин, Ильяс”, - тине тауышы бер аҙ ҡаушабыраҡ сыҡҡан ир.
Теге яҡ бер аҙға тын ҡалды. “Ильяс? Һин мине нисек таптың?” – тип аптырап һораны Мәрйәм. “Зәлиәнең социаль селтәрҙәге дуҫтары араһында күреп ҡалдым да бына шылтыратырға булдым, - тине Ильяс. – Мәрйәм, һин минең менән әле һөйләшә алаһыңмы, ҡамасауламайыммы?” “Юҡ, ирем - командировкала, улдарым – өләсәйҙәрендә. Ә һиңә берәү ҙә ҡамасауламаймы?” – тип һораны ҡатын. “Юҡ. Ҡатыным ҡыҙыбыҙға киткәйне. Улыбыҙ күптән башлы-күҙле булып, айырым донъя көтә”, - тип яуап бирҙе Ильяс.
Бына шулай әллә ҡасанғы уй-хыялы тормошҡа ашты Ильястың. Шылтыратты-шылтыратыуын, әммә Мәрйәмдең бәхетле, иренең хәстәрлекле, балаларының итәғәтле, эшенең килемле икәнен белгәс, балтаһы һыуға төшкәндәй тойолдо.
“Ә һин, Ильяс, нисек йәшәйһең? Теге ваҡыт үпкәләшкәйнек бит әле. Хәҙер уйлайым да һис үкенмәйем. Бер нимә лә тиккә булмай икән, барыһы ла яҡшыға”, - тигәс, уй-хыялдары тамам юҡҡа сыҡты Ильястың. Шул саҡта ир үҙенең дә бына тигән ғаиләһе барлығын, барҙың ҡәҙерен белеп еткермәүе, ошо үҙенең тулы бәхетен саҡ юҡҡа сығара яҙыуына һиҫкәнеп китте...
Эйе, бәхет, ғәҙәттә, эргәлә генә була шул. Алыҫтағы ҡояш нығыраҡ йылытҡан кеүек кенә...
Фото: poembook.ru
Читайте нас: