Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
30 Апрель 2021, 14:45

Мөхәббәткә хыянат итмәйҙәр

Егетем менән бер-беребеҙҙе ныҡ яраттыҡ. Дуҫлашҡанда миңә – 15, уға 16 йәш ине. Өй аша ғына йәшәнек. Алты йыл дуҫлашып йөрөнөк. Ғүмеремдең иң бәхетле мәле шул булды. Артабанғы тормошом хыянат арҡаһында көйһөҙләнде. Бөгөн миңә – 40. Нисек йәшәргә? Алдымда ҡырҡ юл асылырға торамы?

Егетем менән бер-беребеҙҙе ныҡ яраттыҡ. Дуҫлашҡанда миңә – 15, уға 16 йәш ине. Өй аша ғына йәшәнек. Алты йыл дуҫлашып йөрөнөк. Ғүмеремдең иң бәхетле мәле шул булды. Артабанғы тормошом хыянат арҡаһында көйһөҙләнде. Бөгөн миңә – 40. Нисек йәшәргә? Алдымда ҡырҡ юл асылырға торамы?


Уҡып бөтөп эшкә урынлашырға йөрөгән мәл. Йәй. Ауылда рәхәт! Тик йөрөгән егетем ҡапыл үҙгәрҙе, нимәлер әйтергә ҡыймаған һымаҡ тойола башланы.
Бер көндә класташыбыҙҙы хәрби хеҙмәткә оҙатҡанда саманан тыш күп эсеп, тормошобоҙҙо пыран-заран килтергән хәбәрҙе еткерҙе: күрше ауыл ҡыҙы унан бала көтә икән!
Был хәбәр башыма күҫәк менән һуҡҡан кеүек тәьҫир итте. Ул ҡыҙҙың кем икәнен дә, хәлдең айышына ла төшөнөп торманым. Бер йыл элек мин ауырға ҡалғанда, баланы алдырырға күндергәйне. Тыумаған баламды, тормошҡа ашмаған өмөттәрҙе йәшем йыуып төшөрҙө. Һуңғы тапҡыр күҙенә ҡараным да, ҡапҡаны шарт ябып, яңы тормошҡа аяҡ баҫтым...
Аңлашыу, нимәлер иҫбатлау урынһыҙ ине. Иртәнге автобусҡа ултырып ауылдан сығып киттем. Өфөлә таныштар аша Себер тарафтарында эш таптым да шунда юлландым. Тәүге йылда нисек йәшәгәнемде лә хәтерләмәйем. Зомби кеүек булдым: йоҡлап та, ашап та булманы, хатта кеше менән һөйләшә алманым. Ул мине эҙләп маташҡанын белдем, ләкин ҡоролған ғаиләне тарҡатып, баланы атайһыҙ ҡалдырыу уйымда ла юҡ ине. Бер нисә йыл ауылға ҡайтманым. Шулай ҙа ҡайтҡым килә, ата-әсәйем һағындырҙы.
Бергә алырға теләгән машинаға ултырып, бер мәл килеп индем ауылға. Ул эскелеккә бирелгәйне. Тыуған ҡыҙҙарына беҙ хыялланған исемде ҡушҡан. Ҡайтҡанымды белеү менән килеп, тубыҡланып тороп иланы, ғәфү үтенде. Һаман яратһам да, ҡаты торҙом. Шунан һуң үҙенә үҙе ҡул һалып ҡараған, ата-әсәһе ҡотҡарып ҡалған.
Биш йылдан мин дә кейәүгә сыҡтым. Яратмаһам да, тормош көтөрҙәй ирҙе һайланым. Тик йәш саҡтағы хата арҡаһында балабыҙ булманы. Шулай ҙа матур йәшәнек. Йыл да төрлө илдәргә сәйәхәткә йөрөнөк, әммә ирем яман сирҙән үлеп ҡалды. Ә минең тәүге мөхәб­бәтем быйыл эскән килеш туңып үлде...


ЗИФА.
Читайте нас: