Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
28 Май 2021, 10:48

“Мөхәббәт тип бәхетемде юғалттым”

Быға тиклем Булаттың бал­та­һы һыуға төшкәндәй бойоҡ йөрө­гәнен күргә­не­беҙ юҡ ине. Бөгөн ул биге­рәк кәйефһеҙ. Хеҙмәттәш­тәре­беҙ араһынан тәтелдәк Ләлә сыҙай алмай һорап ҡуйҙы: “Нимә булды һиңә, Булат? Берәй әйберең­де юғалттыңмы әллә?”

Быға тиклем Булаттың бал­та­һы һыуға төшкәндәй бойоҡ йөрө­гәнен күргә­не­беҙ юҡ ине. Бөгөн ул биге­рәк кәйефһеҙ. Хеҙмәттәш­тәре­беҙ араһынан тәтелдәк Ләлә сыҙай алмай һорап ҡуйҙы: “Нимә булды һиңә, Булат? Берәй әйберең­де юғалттыңмы әллә?”


“Эйе, юғалттым шул. Бына тигән ғаиләмдән ҡолаҡ ҡаҡтым...” – булды яуап.
Күптән түгел фирмаға эшкә килгән программист ирҙең, баҡтиһәң, быға тиклем бер ғаиләһе булған икән. “Һил, тыныс ҡына барған тормошомдоң ҡәҙерен белмәгәнмен. Романтика, һөйөү кәрәк, имеш. Ә бит ысын бәхет эргәмдә булған... – тип бәйән итте Булат. – Элекке эш урыныма бухгалтер Руфина килгәс, башыма тай типтеме ни, башкөллө ғашиҡ булдым. Ул да миңә битараф түгел ине. Их, шунда уның ниндәй икәнлегенә иғтибар ҙа бирмәгәнмен. Минән бала көткәнен белгәс, ғаиләмдән сыҡтым да киттем”.
Тик бына йәш кәләш Булатты һанға һуҡмай икән. Беренсе ҡатыны Зәлиә иһә ғаиләнең тыныс тормошон тәьмин иткән: ауырлыҡ килтермәйенсә, ҡыҙын да яҡшы тәрбиәләгән, өйөн дә тәртиптә тотҡан, эшендә лә тырыш булған. Ире үҙен икенсегә алмаштырыр, тип уйламағандыр ҙа...

“Социаль селтәрҙә икенсе ҡатыным менән тормошобоҙ бик сағыу күренә: ул барыһын да матур итеп фотоға төшөрөп, тиҙ генә барлыҡ ғәм ҡарауына һала. Унда барыбыҙ ҙа бәхетле, түңәрәк өҫтәл янындабыҙ, тәбиғәт ҡосағындабыҙ, ҡайҙалыр ял итәбеҙ... “Һөйгәнем беҙҙе ошолай ярата” тип фотолар аҫтына яҙырға ла онотмай. Ә ысынбарлыҡта...”

Баланы тәрбиәләү менән Булат ҡына шөғөлләнә икән. Ә йәш ҡатын буш ваҡытында фитнес-үҙәккә йүгерә. Ир хатаһын аңлаған да бит, тик терһәкте тешләп булмай шул. “Беренсе ҡатыным күҙ алдымдан китмәй. Үкенескә ҡаршы, үткәндәргә юл ябыҡ инде...” – ти.

“Зәлиә юрист булып эшләй, ҡыҙыбыҙҙы бик матур тәрбиәләй, ҡала ситендәге өйҙә бынамын тигән итеп йәшәй. Кисә ҡыҙыбыҙ: “Атай, әсәйем һинең социаль селтәрҙәге фотоларыңды йыш ҡарай. Атайың үҙ бәхетен тапты, ә мин – юҡ, ти. Һине һағына”, – тип белдерҙе. Мин дә тәүге ғаиләмде һағыныуҙың сигенә еттем. Ни эшләргә лә белмәйем...” – тип серҙәрен асып һалды хеҙмәттәшебеҙ. Ниндәй кәңәш бирергә лә белмәй, аптырап ҡалдыҡ...
Читайте нас: