Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
3 Июнь 2021, 13:00

Алтын балдаҡ

Был матур яңылығын Ильяс Мәрйәмгә әйтеп өлгөрмәне, егет ҡыуанысын башта әсәһе менән уртаҡлашты. Ғәзиз кешеһе был хәбәрҙе ишеткәс...

Ильяс – ғаиләһендәге берҙән-бер, оҙаҡ көтөп алынған бала. Уны, нигеҙҙә, әсәһе менән өләсәһе тәрбиәләне, ә атаһы ғүмере буйы ғаиләһе өсөн аҡса эшләне, төрлө “шабашка”ларҙа йөрөнө. Шуға Ильяс бәләкәй сағынан ҡаты, аныҡ һүҙле һәм етди әсәһенең контролендә буй еткерҙе. Егеттең тормошондағы мөһим ваҡиғаларҙы, мәҫәлән, ҡайһы мәктәпкә йәки колледжға, юғары уҡыу йортона инеүҙе лә ҡәҙерле кешеһе һайланы. Ошо уҡыу йорттары араһында егетте әрме хеҙмәтенә лә таныш-тоношлоҡ һөҙөмтәһендә урынлаштырҙылар, унда Ильяс ашханала икмәк киҫте. Диплом алғандан һуң да Ильяс әсәһенең һеңлеһе эшләгән урынға төштө. Шулай итеп, унда ла Ильяс һәр саҡ даими контроль аҫтында ине.
25 йәшендә Ильяс сибәр, һомғол кәүҙәле, тыйнаҡ ҡына Мәрйәмгә ғашиҡ булды. Ике йәш йөрәк осраша башланы, даими аралашты, хатта Ильяс, һөйгәненә тәҡдим яһайым тип, балдаҡ та алған ине. Тик ул был матур яңылығын Мәрйәмгә әйтеп өлгөрмәне, егет ҡыуанысын башта әсәһе менән уртаҡлашты. Тегенеһе был хәбәрҙе ишеткәс: “Ул бит төпкөл ауылдан, ярлы ғаиләнән. Ул һиңә кәрәкмәй”, - тип ҡырт киҫеп кенә ҡуйҙы. Ә егет әсәһенә ҡаршы бер нимә лә әйтә алманы, шулай итеп, һатып алынған алтын балдаҡ иҫке шифоньерға һалынып ҡуйылды. Шунда уҡ “ҡара көн”гә тип ятҡан ярты миллион һум тирәһе аҡса ла бар ине...
Һуңғараҡ Ильяс ҡала ҡыҙы Зәйнәп, артабан Рәйләне осратты. Унан һуң Фәниә менән дә оҙаҡ ҡына осрашып йөрөнө. Тик бына инде 30 йәшлек егеттең әсәһенә бер ҡыҙ ҙа оҡшаманы, улар йә йәмһеҙ, йә йүнһеҙ, йә туған-тыумасаһыҙ булып сыҡты. Ошо ваҡыт эсендә Ильясҡа 40 йәш тә тулып уҙҙы, сәстәре һирәгәйҙе, ҡорһағы ла күренде, диабет тигән сиренең барлығы ла асыҡланды. Хәҙер инде ул буш ваҡытын әсәһе менән бергә телевизор ҡарарға, төрлө шоуҙар ҡарарға яратты.
Тик бына Ильястың әсәһе генә ейән-ейәнсәрҙәр хаҡында хыялланды, әммә ул барыбер улына: “Балалы ҡатынға өйләнмә. Һин шәпһең, матурһың, йәшен табырһың әле”, - тип көйләй бирҙе. Тик бына 40 йәшлек Ильясҡа хәҙер үҙенән йәштәр ҡараманы, ә үҙе тиңдәштәренә күҙ һалманы. Теге иҫке шифоньерҙағы Ильястың булмаған кәләшенә тип тәғәйенләнгән алтын балдаҡ ҡына әле һаман ята ла ята...
Фото: azbukabez.ru
Читайте нас: