Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
17 Июнь 2021, 16:00

Ҡарттар йортонда – ғәжәп туй

Кейәүгә – 72, кәләшкә – 33 йәш! Һәм улар бәхетле!

Октябрьский ҡалаһындағы ҡарттар йортонда – матур ваҡиға: туй! Әммә был тарихта ғәжәпләнер урын да бар. Кейәү егеткә 72 йәш булһа, кәләш унан 40 йылға йәшерәк!
Уларҙың мөхәббәт тарихы менән “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы таныштыра.
Мөнир Хәнәфиев менән Эльвира Басирова 2019 йылда Октябрьский ҡалаһындағы ҡарттар һәм инвалидтар өсөн интернатта танышҡан. Уларҙың икеһе өсөн дә был тәүге никах. Яҙмыштары ла ябай түгел.
Мөнир Әбделхәмит улы Ҡазан музыка училищеһын тамамлаған, “Синтез” тигән төркөмдә уйнаған һәм концерттар менән бар Советтар Союзын урап сыҡҡан. Ауыр тормош шарттарында ҡалғас, Башҡортостандағы ҡарттар йортона килеп эләккән. Ул үҙе йырҙар яҙа һәм башҡара. Учреждениелағы бер концерт та уның сығышынан тыш үтмәй.
Буласаҡ ҡатыны менән уларҙы музыкаға һөйөү яҡынлаштыра ла. Эльвира Басирова инвалидтар йортона 2016 йылда килеп эләгә. Ул саҡта ҡатынға 28 йәш кенә була. Йәш, нескә ҡатын үҙ эсенә бикләнгән булған, кешеләр менән бик аралашмаған. Ә адаптация үтә башлағас, уның ҡыҙыҡһыныуҙары һәм хоббилары күп булыуы асыҡланған. Ул ҡатын-ҡыҙҙар клубына йөрөй башлаған, кешеләр менән аралашҡан.
Эльвираның аяҡтары менән проблемалары бар. Был турала белгәс, интернатта яңы һөнәр үҙләштергән Мөнир Хәнәфиев уға уңайлы ортопедик аяҡ кейеме тегеп биргән һәм хатта төрлө орнаменттар менән биҙәгән.
Өлкән йәштәге ир менән йәш ҡатын тиҙ арала уртаҡ тел таба һәм үҙҙәренең яҡын кешеләр икәнлеген аңлай. Бабай Эльвираға шиғырҙар уҡый, йырҙар йырлай, ҡыҙыҡлы хәлдәр һөйләй. Дуҫлыҡ яйлап мөхәббәткә әүерелгән. Ике йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң улар өйләнешергә ҡарар иткәндәр.
Туй тантанаһы 10 июндә Октябрьский ҡалаһының никах йортонда үткән. Мендельсон маршы аҫтында йәштәр балдаҡтар менән алмашҡан. Интернатта иһә уларҙы сәскәләр һәм шарҙар менән ҡаршылағандар, матур итеп туй йолалары башҡарғандар.
Интернат йолаһы буйынса йәштәргә айырым бүлмә биргәндәр.
Асыҡланыуынса, был быйыл интернатта барлыҡҡа килгән тәүге ғаилә. Ә һуңғы 11 йыл эсендә 11 ғаилә ҡоролған. Әле бында ете пар йәшәй. Учреждениела эшләгән кешеләр белдереүенсә, ғаилә ҡорған кешеләрҙең психоэмоциональ тороштары ла, сәләмәтлеге лә яҡшыра. Яҡын арала бында тағы бер туй планлаштырыла.
Ә беҙ йәштәргә мөхәббәт, бәхет, һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ!
Фото: Октябрьский ҡарттар йорто.
Читайте нас: