Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
28 Июнь 2021, 15:00

“Ирем уртаҡ балабыҙ булыуын теләмәй...”

Ә ҡасандыр барыһы ла яҡшы башланғайны: “кәнфитле” осор, бүләктәр, сағыу сәскәләр, ихлас осрашыуҙар...

Йәйҙең йәмле көндәре лә, еләк-емешле осоро ла Мәйсәрәнең кәйефен һис күтәрә алманы: быға ире менән һүҙгә килешеүе сәбәпсе ине. Ҡасандыр барыһы ла яҡшы башланғайны: “кәнфитле” осор, бүләктәр, сағыу сәскәләр, ихлас осрашыуҙар... Ҡатын баштан уҡ ирҙең ике улын яңғыҙ тәрбиәләүе хаҡында яҡшы белде. Тегенеһе лә был хаҡта бер ҡасан да йәшермәне, баштан уҡ асыҡтан-асыҡ аңлатып бирҙе: ҡатынының ҡаты сирҙән ғүмере ваҡытһыҙ өҙөлөүе, шуға балаларын яңғыҙ тәрбиәләүе, әле бәләкәстәрҙең апаһында икәнлеге хаҡында иҫкәрткәйне. Тәүҙә ул улдарын үҙе генә тәрбиәләргә тырышҡан. Тик күп ваҡытының эштә уҙыуы (ғаиләгә даими рәүештә аҡса ла кәрәк), шуға күрә балалары эргәһендә гел генә була алмауы һөҙөмтәһендә яңғыҙ йәшәгән апаһынан бәләкәстәрҙе ҡарашыуҙа ярҙам һораған, уныһы ихлас ризалашҡан. Мәйсәрә менән танышҡас, улдарын да янына алды...
Мәйсәрә малайҙарҙы беренсе тапҡыр күргәндә бик ныҡ ҡыуанғайны, әммә аҙаҡ ҡына балаларҙы тәрбиәләү еңел түгеллегенә инанды. Ире баштан уҡ ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырышты, тик барыбер мәшәҡәттәрҙең иң күп өлөшө ҡатын иңенә төштө. Барыһы өсөн дә ашарға әҙерләү, фатирҙы йыйыштырыу кеүек эштәрҙе атҡарыуы артыҡ ҡыйын түгел, тик бына малайҙар менән мөғәмәлә итеүе генә ауырыраҡ. “Ирем – хәстәрлекле, яҡшы, тырыш атай. Тик бына уның миңә генә ваҡыты ҡалмай. Һуңғы ваҡытта бигерәк тә. Барлыҡ сабырлығымды йыйып, проблемаларға иғтибар итмәҫкә тырышам, уртаҡ тел дә таптым кеүек, – тип уй-хистәре менән уртаҡлашты Мәйсәрә. – Өсөнсө йыл инде ирем менән бергә йәшәйбеҙ. Малайҙарҙы балалар баҡсаһына алып барам, тәрбиәләйем, ашатам, улар менән бергә уйнайым. Быйыл мәктәпкә алып барыу өсөн әҙерлек дәрестәренә лә йөрөттөм. Тик барыбер уларҙы үҙ балам кеүек ярата алманым. Улар үҙҙәре лә һуңғы ваҡытта тыңламай. Өҫтәүенә, ғаиләле булам, балаларҙы ҡарашам тип, эшһеҙ тороп ҡалдым. Аҡса етешмәү арҡаһында ирем менән көн дә тиерлек һүҙгә килешәбеҙ. Ул күптән түгел вазифаһы буйынса үрләне, тик бына беҙгә ваҡыты бөтөнләй аҙайҙы. Тағы йөрәкте иң ныҡ һыҙлатҡаны: ирем уртаҡ балабыҙҙың булыуын теләмәй. Ә минең үҙ бәпесемде ҡосаҡлап, яратҡым килә. Шуға ҡай саҡ барыһын да ташлап сығып киткем килә. Нимә эшләргә лә белмәйем хәҙер. Өҙгөләнәм, уйланам...”
Ә һеҙ, дуҫтар, Мәйсәрәгә ниндәй кәңәштәр бирерһегеҙ?
Фото: jaay.ru
Читайте нас: