Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
2 Июль 2021, 22:20

Кәләш менән кейәүҙең икеһенә – 148 йәш!

Нәзирә Потапова яңыраҡ 79 йәшен билдәләһә, уның кейәүе Фәриз Шакировҡа бер айҙан 69 йәш тула.

Шаран районының Баҙғыя ауылында ғәҙәти булмаған туй үтте. Йәш парҙарҙың икеһенә – 148 йәш! Нәзирә Потапова яңыраҡ 79 йәшен билдәләһә, уның кейәүе Фәриз Шакировҡа бер айҙан 69 йәш тула.
Өлкәндәр Октябрьский интернат-йортоноң урындағы бүлексәһендә йәшәй. Никахлашҡандарҙы коронавирус инфекцияһы хәүефенән аралау өсөн Шаран ЗАГС-ы хеҙмәткәрҙәре никахты күсмә теркәү ойошторҙо. Тантанала ҡарттар һәм инвалидтар интернат-йортонда йәшәүселәр, район хакимиәте башлығы Фидан Ишемғолов, урындағы халыҡ йырҙары һәм бейеүҙәре ансамбле ҡатнашты. Парҙар яҙылышҡандан һуң уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды, иң яҡшы теләктәр теләнде. ЗАГС хеҙмәткәре Гүзәл Хәлилова өйләнешеүселәргә никах тураһында танытма тапшырҙы.
Нәзирә Потапова Шишмә районының Әри ауылында 1942 йылда тыуған. Бынан алты йыл элек филиалға йәшәргә килгән. Фәриз Шакиров Туймазы районының Кәкребаш ауылында тыуып үҫкән, ә интернат-йортҡа былтыр урынлашҡан. Шулай итеп, яҙмыш уларҙы тап ошонда табыштырған һәм ҡауыштырған.
Фото:Башҡортостан Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты.
Читайте нас: