Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
31 Июль 2021, 10:00

“Иҫләйһеңме, теүәл ун йыл элек...”

Ҡапыл ҡатын хәләл ефетенең ҡайҙалыр юғалыуын һиҙә...

“Иҫләйһеңме, теүәл ун йыл элек...”
“Иҫләйһеңме, теүәл ун йыл элек...”

Ҡала уртаһындағы сауҙа үҙәге. Ир менән ҡатындың тыуған көн алды мәшәҡәттәренә сумып йөрөгән сағы.

Ҡапыл гүзәл зат вәкиле хәләл ефетенең ҡайҙалыр юғалыуын һиҙә. “Былай ҙа эш күп. Ҡайҙа йөрөй икән?” – тип иренең кеҫә телефонына шылтырата ул.

“Тағы баҙарға инеп сығырға тейешбеҙ. Ҡайҙа булдың ул?” – тип борсолоп шылтыратҡан ҡатынына ире: “Иҫләйһеңме, теүәл ун йыл элек ювелир магазинына ингәйнек. Унда һиңә бриллиантлы алҡа менән балдаҡ оҡшап ҡалғайны? Тик ул ваҡытта биҙәүестәр һатып алырлыҡ мөмкинлегем дә, аҡсам да юҡ ине, әммә ҡасандыр ошо хазиналар барыбер һинеке буласаҡ, тип вәғәҙә биргәйнем? Шул урынға кил әле”.

Ҡатын был көтөлмәгән ҡыуаныслы хәлдән күҙ йәшенә мансыла.

– Эйе, ул магазинды бик яҡшы хәтерләйем, – тип яуаплай, тауышын саҡ-саҡ сығарып. – Ә һин уның хаҡында онотҡанһыңдыр тип уйлағайным...

 – Ҡыҫҡаһы, һине ошо магазинда көтәм, – тип яуап бирә ире.

Шулай ҙа була… Һәр беребеҙгә лә ҡыуаныстар шулай уйламаған ваҡыттарҙа килеп, тормошобоҙҙо нурға күмеп торһон. 

Фото: filosofiaotdyha.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: