Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
1 Август 2021, 15:00

Айырылышыу менән донъя емерелмәй...

Киләсәктә һеҙҙе бик күп шатлыҡлы һәм бәхетле мәлдәр, яңы мөнәсәбәттәр көтә, бары тик бер үк хаталарығыҙҙы ҡабатламағыҙ, ти психолог.

Айырылышыу менән донъя емерелмәй...
Айырылышыу менән донъя емерелмәй...

Мөнирә – тормошта әсеһен дә, сөсөһөн дә байтаҡ кисергән ҡатын, тыныс холоҡло, һәр һүҙен үлсәп һөйләүсән психолог. Бөгөн ул шәхси тормошонан уңмаған, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында яратҡан кешеһе менән айырылышҡан парҙарға кәңәштәрен еткермәксе булды.

"Айырыуса ҡатын-ҡыҙ һөйгәне менән айырылышыуҙы ауыр кисерә, эсенән ныҡ һыҙлана. Күңел ҡайтыу, йәшәүҙән төңөлөү, ышаныс бөтөү, өмөтһөҙлөк баҫа, ҡайһы берәүҙәр тәрән депрессияға бирелә. Был хәлдең бер нисә айға, хатта йылдарға һуҙылыуы ихтимал.

Барыһынан да элек хәлгә яраҡлашырға һәм үҙеңде дөрөҫ тотоп өйрәнергә кәрәк. Тәүге ҡағиҙә – хәлде бер нисек тә яҡшы яҡҡа үҙгәртә алмайһың икән, уға ҡарата мөнәсәбәтеңде үҙгәрт. Был саҡта бөтөнләй башҡа хис-тойғолар кисерәсәкһең. Арағыҙ боҙолдо, үҙ-ара мөнәсәбәттәр тамамланды икән, нөктә ҡуйырға ла өйрәнегеҙ.  Был яратҡан кешегеҙҙе тормошоғоҙҙан һәм хәтерегеҙҙән юйып ташларға кәрәк тигәнде  аңлатмай, бары уны ысҡындырып ебәрегеҙ. Шул саҡта ғына һеҙгә йәшәү еңелләшәсәк. Ниңә уға сытырман йәбешеп, үҙегеҙҙән ебәрмәү өсөн тырышырға? Күнергә, һөйгәнегеҙҙең хаталаныуын танып, артабан йәшәргә кәрәк.

Икенсе ҡағиҙә – үҙеңде йәлләргә һәм йәлләтергә ярамай. Кешене өмөтһөҙлөккә төшөрөүсе бәйләнсек уйҙарҙан ҡотолоу өсөн ниндәйҙер шөғөлгә тотоноу мөһим.

Өсөнсө ҡағиҙә – күңелһеҙләнеп ултырыуҙан файҙа юҡ, кәйефегеҙҙе позитив тулҡынға бороғоҙ. Дуҫ-иштәрегеҙ менән осрашығыҙ, мауыҡтырғыс китап уҡығыҙ, матур көйҙәр тыңлағыҙ һәм башҡалар.

Дүртенсе ҡағиҙә – бер нәмәгә ҡарамай, үҙегеҙҙе яратығыҙ. Һөйгән кеше менән айырылышыу мөхәббәттең бөтөүен аңлатмай әле. Айырылышыу – кешене көслөрөк итеүсе тормош тәжрибәһе. Үткәндәге мөнәсәбәттәрҙе уңышһыҙ эксперимент булараҡ ҡабул итегеҙ. Киләсәктә һеҙҙе бик күп шатлыҡлы һәм бәхетле мәлдәр, яңы мөнәсәбәттәр көтә, бары бер үк хаталарығыҙҙы ҡабатламағыҙ. Иң мөһиме – үҙегеҙҙә асыу һәм үпкә һаҡламағыҙ. Төштә күргәндәге кеүек барыһын да ғәфү итегеҙ, сөнки ауыр тойғолар артабан тормошҡа шатланып йәшәргә ирек бирмәйәсәк", – ти Мөнирә.

Бәлки, уның кәңәше кемгәлер аҙ ғына булһа ла ярҙам итер?

 

Фото: fotostrana.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: