Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
4 Август 2021, 08:00

Балдаҡ һайлайбыҙ...

585 пробалы балдаҡ  иң нығы, төҫөн дә, формаһын да юғалтмай...

Балдаҡ  һайлайбыҙ...
Балдаҡ һайлайбыҙ...

Тормош ҡорорға йыйынған йәштәргә Никах һарайына аяҡ баҫҡансы  әллә күпме мәшәҡәттәрҙе башҡарырға, мәсьәләләрҙе хәл итергә тура килә. Шатлыҡлы ваҡиға алдынан парҙарға йәрәшеү билдәһе булған никах балдаҡтары һайлап алырға тура килә. Тик был эш тә еңел түгел...

Тәүҙә ниндәй металдан эшләнгән балдаҡ алырға теләйһегеҙ – асыҡлағыҙ: һары, ҡыҙыл йәки аҡ алтындан яһалғанын теләйһегеҙме, көмөш, платина йәки башҡа иретмәнән эшләнгәненме? Ниндәй киңлектәгеһе кәрәк? Әгәр ҡашлы балдаҡ йәки гравировкалыһын, һырлап эшләнгән һүрәтлеһен һайларға теләһәгеҙ, уны даими кейәсәгегеҙҙе онотмағыҙ! Затлы матур  балдаҡтарҙың тиҙ бысраныуы уларҙы йәмһеҙләй. 

Ювелир магазинына кискеһен барыу яйлыраҡ, сөнки көн аҙағында ҡулдар көсөргәнештән һәм шыйыҡлыҡ эсеүҙән бер аҙ шешенә. Шуға күрә кискеһен барһағыҙ, размерын  дөрөҫөрәк билдәләрһегеҙ. Балдаҡ бармаҡтарҙы ҡыҫырға ла, шулай уҡ бушаҡ та булырға тейеш түгел. Бармаҡтар миҙгелгә ҡарап та ҡалынлығын үҙгәртә. Һалҡында улар нәҙегәйә, спорт менән шөғөлләнгәндән һәм мунса ингәндән һуң ҡалыная. Балдаҡтың пробаһына иғтибар итегеҙ. Ул ни тиклем юғарыраҡ, изделиеның хаҡы ла ҡиммәтерәк. 585 пробалы балдаҡ  иң нығы, төҫөн юғалтмай. 750 пробалы балдаҡтар ялтырауығыраҡ булһа ла, формаһы тиҙ үҙгәрә. Ҡиммәтле изделиеларҙың күңелегеҙгә ятҡанын, оҡшағанын һайлағыҙ, бәхетле булығыҙ!

Фото:suevenya.com

Балдаҡ  һайлайбыҙ...
Балдаҡ һайлайбыҙ...
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: