Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
8 Август 2021, 18:00

“Асыҡ ауыҙ”

“Кейәүһеҙ ҡалырһың инде, бындай бер ҡатлылығың менән”, – тип бошондо ата-әсәһе ҡыҙҙың...

“Асыҡ ауыҙ”
“Асыҡ ауыҙ”

Һабаҡташтарының  Хәлимәне “сәнстереп” ала торған ғәҙәте бар. “Шул тиклем дә бер ҡатлы булырһың икән”, “биш тинлек аҡса кеүекһең һин, Хәлимә, үтә ябайһың”, “һине төп башына ултыртыу –ике тин бер аҡса”, “асыҡ ауыҙ”, “ебегән”... “Бындай холоҡ менән нисек йәшәмәк булаһың, әхирәт?” тип аптырағандар аҙ булманы. Ҡыҙ был һүҙҙәргә һис  үпкәләмәне, яурындарын һелкетеп кенә яуапланы.

“Кейәүһеҙ ҡалырһың инде, бындай бер ҡатлылығың менән”, – тип бошондо ата-әсәһе. Һәр нимәгә мөкиббән ышаныусан, хәйләһеҙ Хәлимәне  бер-бер артлы кейәүгә сығып торған әхирәттәре эстән генә йәлләй торғайны, “ кем ҡараһын  уға, ни төҫө, ни аҡылы,  тигәндәй , яңғыҙы  ултырып ҡалыр инде”... 

Эштә лә ул күләгәләй хеҙмәттәштәре күҙенә артыҡ бәрелмәне. Уның хәйләһеҙлеген аңлап, эштең ҙур өлөшөн ҡыҙҙың иңенә һалырға тырышыусылар ҙа  булманы түгел. Ошо бер ҡатлылығы ҡыҙҙың яҙмышын ҡырҡа үҙгәртер тип кем уйлаһын? Бер ваҡыт офисҡа маркетинг бүлеге начальнигы булып эшләгән, компания хужаһының улы Айрат килеп инде.

“Текә” егеттең ҡулында “Кола” шешәһен, ҙур гамбургерҙы күреп, хеҙмәттәштәре уға шаян һүҙҙәрен яуҙырҙы. Баҡһаң, партнерҙар менән һөйләшеүҙән ҡайтып килеүҙәре икән, төшкө ашҡа өлгөрмәгәндәр, юлда ғына ҡапҡыларға булғандар.

Ҡапыл ҡаршыһына килеп баҫҡан Хәлимәне күреп, егет уның ҡулына гамбургерҙы һуҙып, ғәҙәттәгесә уны  шаяртырға иҫәп тотто: ”Бер тешләгәндә ашай алһаң–өйләнәм!” Бөтә офис шаҡ ҡатты. Әйткәнде үтәп өйрәнгән бер ҡатлы Хәлимә гамбургерҙы нисек “йотҡандыр”– күрмәй ҙә ҡалдылар. Аптырашта ҡалған начальник  һыр бирмәҫкә тырышып, “ярай, аҙаҡ һөйләшербеҙ”, тип кенә әйтә алды.  

Эштән һуң Айрат Хәлимәне үҙәктең тәүге ҡатында урынлашҡан кафеға саҡырҙы: ”Асығып йөрөгәнеңде күрһәттең, һине бөгөн мотлаҡ туйҙырырға кәрәк,”– тип шаяртырға тырышһа ла, ул был юлы һағыраҡ , һәр һүҙҙе үлсәберәк әйтергә маташты. Киске аш оҙаҡҡа һуҙылды, тыштан ябай ғына тойолған Хәлимәнең тәрән аҡылы, күп белеүе, бына тигән әңгәмәсе булыуы егетте тамам аптыратты. Ул офистағы ҡурсаҡ кеүек матур, сағыу ҡыҙҙарҙың береһенә лә оҡшамаған, һөйләшкәндә балҡып киткән йөҙө, күлдәй тәрән зәңгәр күҙҙәре ышаныс уята. Был хәлдән һуң йәштәрҙең йыш осрашҡанын күҙәткән хеҙмәттәштәре  тамам аптырашта ҡалды. Бына һиңә “асыҡ ауыҙ” Хәлимә!

Туйҙар гөрләп үткәндән һуң,  йән дуҫының: ”Кәләшеңдең һинең тормошоңдағы иң сибәрҙәрҙең береһе булмауын беләм, тик ни өсөн уны һайланың?”–тигән  һорауына бәхетле кейәүҙең: ”Матурҙар күп, тик уның кеүек ихлас, ябай ҡыҙҙар улар араһынды булманы”, – тип яуаплағаны билдәле.

Фото:Fb.ru

“Асыҡ ауыҙ”
“Асыҡ ауыҙ”
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: