Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
13 Август 2021, 09:00

"Рәнйемәйем уға..."

Гүзәл, яҡын кешеһенең хыянаты тураһында хәбәрҙар булғас та, бергә төҙөлгән донъянан бер нәмә лә алмай, ирен һөйәркәһе ҡарамағына ҡалдырып сығып китә. Бер аҙҙан иһә...

"Рәнйемәйем уға..."
"Рәнйемәйем уға..."

Ниндәйҙер бер эшлекле осрашыуҙа күрә Уны Рита*. Ул, шундай сараларға сығыш яһарға саҡырылған йырсы, Вадимды күрә лә, ул минең киләсәгем, минеке булырға тейеш, тип һығымта ла яһай.

Шул уҡ ваҡытта ирҙең яңғыҙ түгеллеген - эргәһендәге сибәрҙең уның ҡатыны икәнлеген дә белә. Вадимдың ҙур ойошмала етәксе урында эшләгәнен дә, үрләтелеү мөмкинлегенең ҙур булыуын да, ғаилә ҡороуҙарына алты йыл үтеүгә ҡарамаҫтан, балалары юҡлығын да ошо уҡ кистә тиҙ асыҡлай йылғыр ҡатын. Тап мин теләгән ирҙе яҙмыш юлыма сығарып ҡуйған икән, тип осона эстән генә. Никахлы булыуы ҙур проблема түгел уның өсөн, күпме ир-затының башын әйләндергәне, ғаиләләренән айырғаны бар... Әммә береһе лә көйәҙбикәнең уй-теләктәрен аҡлағаны булманы бығаса, бәлки, етди мөнәсәбәттәргә үҙе әҙер булмағандыр. Ә быныһы, барлыҡ талаптарына ла яуап бирерҙәйе, тәү күреүҙән күңеленә ятты лаһа...

Шулай уйлаған Рита, "яңылыштан" ғына терһәге менән тейеп, Вадимды әйләнеп ҡарарға мәжбүр итә. Уныһы йырсы ҡатынды танып ирен сите менән генә йылмайып ҡуя. Был ҡыланышты ҡатын үҙенсә юрай һәм тағы ла ҡыйыуыраҡ аҙымға бара - визиткаһын тоттора...

Оҙаҡламай Рита Вадим менән Гүзәлдең араһына ҡара бесәй булып үтеп инеп, тиҙ арала үҙ ҡатынына мөкиббән киткән ирҙең башын әйләндереүгә өлгәшә лә. Ә Гүзәл, яҡын кешеһенең хыянаты тураһында хәбәрҙар булғас та, бергә төҙөлгән донъянан бер нәмә лә алмай, ирен һөйәркәһе ҡарамағына ҡалдырып сығып китә.

Әҙерҙе һәм бай, еңел тормошто ғына көҫәгән Рита ир менән ҡатындың йылдар буйы булдырған тәртибен тиҙ үк юҡҡа сығарып та ҡуя: өйҙә аш-һыу әҙерләнмәй, кейем-һалым йыуып-үтекләнмәй, ә бар белгәне кәйеф-сафа ҡороу, юҡҡа-бушҡа аҡса туҙҙырыу була. Ә Вадиммы? Хәтәр ҡылығы - ҡәҙерлеһен юғалтыуы аңына барып еткәс, күңел төшөнкөлөгөнә бирелә, эсештерә башлай, Гүзәлен, уның яғымлы йөҙөн, аҡыллы ҡарашын, урынлы кәңәштәрен һағына. Күңел торошоноң кирегә үҙгәреше хеҙмәт урынында ла эҙһеҙ үтмәй - иҫкәртеү артынан ҡаты иҫкәртеүҙәр алыу, түбән вазифаға күсерелеү, һ.б. - был инде күпте өмөт иткән яңы ҡатын алдында ирҙең абруйы төшөүгә, икәү араһында ыҙғыштарҙың йышайыуына килтерә.

Ҡасандыр уңышҡа көйләнгән тормош күҙ алдында аҫҡа тәгәрәй. Элеккесә текә күренмәй Вадим, күҙҙәрендәге осҡонло нуры һүнә, тормоштан йәм тапмай башлай. Йәлләткес ҡиәфәттәге ир Ритаға бер ҙә оҡшамай, улай ғына түгел, кәрәкмәй ҙә. Үҙен генә яратҡан ҡатын ирҙе дәртләндереү, күңелен күтәреү урынына уны эшкинмәгәнлектә, үҙенең бәхетһеҙлегендә ғәйепләй. Һәм... бергә тороуҙарына биш ай ҙа булып өлгөрмәй, икенсе бер шәп ирҙе үҙенә ҡаратып, Вадимды барлыҡ проблемалары менән яңғыҙ ҡалдырып сығып та китә. Ошо урында был иргә "ҡылығына күрә таман булған" тип әйтке килә лә бит...

Вадимдың яҙмышы нисек булып бөтөр ине икән, әгәр ҙә Гүзәле уны йәлләп кире ҡайтмаһа. Һынауҙарҙан һынған мөнәсәбәтте яңынан тергеҙергә, түбән төшөп барған ирҙе яйлап аяғына баҫтырырға байтаҡ көс һалырға тура килә уға. Бөгөнгө көндә тырышлығының һөҙөмтәһе ҡыуаныслы - үҙ-ара ихтирамлы татыулыҡтары, уңғанлыҡтары, аңлашып йәшәүҙәре менән күптәргә өлгө булырлыҡ ғаилә улар. Әйткәндәй, ғаиләне тағы ла нығыраҡ беректерерҙәй яңылыҡтары ла бар: Гүзәл әсәй булырға йыйына. "Арабыҙға ингән елбәҙәк ҡатынға рәнйеш һаҡламайым, киреһенсә, тормош һабағы биргәне - һайлаған кешеңдең берҙән-бер икәнлеген белгән саҡта, сетерекле ваҡиғаларҙы үҙ ағышына ҡуймай, уның өсөн көрәшергә кәрәклеген аңлатҡаны өсөн рәхмәтлемен дә әле. Ғаилә усағын һаҡлау мәсьәләһендә ҡатын-ҡыҙ күпкә аҡыллыраҡ, һиҙгерерәк булырға тейеш", ти ул.

*Исемдәр үҙгәртеп алынды.

Фото: exceptionalvillfs.com

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: