Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
15 Август 2021, 11:00

“Ҡарпыш ҡолаҡ булһа ла, үҙемдеке!”

”Эй, Хоҙай, аңына килде бит. Былай булғас, йәшәйбеҙ әле”, – тине һөйөнөстән ни эшләргә лә белмәгән әсә.

“Ҡарпыш ҡолаҡ булһа ла, үҙемдеке!”
“Ҡарпыш ҡолаҡ булһа ла, үҙемдеке!”

Зөлфиәнең шат тауышын ишетеп, Мәрзиә апай ҡамыр баҫҡан еренән туҡтап ҡалды.”Әсәй, беләһеңме, ниндәй һөйөнөсөм барлығын? Йығыла күрмә, ултыр әле тәүҙә! Марат миңә тәҡдим яһаны, өйләнешәйек, ти. Мин ризалыҡ бирҙем!” Ҡыҙының ҡабалана-ҡабалана ҡыуаныслы хәбәрен бер тынала теҙеүе әсәгә оҡшаманы. Ул йәһәт кенә үҙен ҡулға алды.

– Зөлфиә, ауыҙыңды ла асма, ниндәй кейәүгә сығыу ти ул 18 йәштә! – тип ҡырт киҫте. – Ҡасан аяҡҡа баҫаһың, һөнәр алаһың, шул саҡта рәхим итерһең! Һинең маҡтаулы Маратыңдың әле һаман бер тин аҡса эшләп ҡарағаны юҡ, ата-әсә елкәһе менән тормош ҡороп булмай ул.

– Эй, ошо әсәйемде! Уның үҙ машинаһы бар, ә фатирҙы аталары алып бирәсәк. Ниңә, насармы ни?

Зөлфиәнең асыуҙан тыны ҡыҫылды. Донъянан артта ҡалған әсәһен нисек күндерергә? Күп һылыуҙарҙы йоҡоһонан яҙҙырған Маратҡа күҙ атыусылар аҙмы ни? Башҡа әсәйҙәр бындай күрмәлекле кейәүҙе яҙмыштың бүләге итеп ҡабул итергә әҙер булғанда...

– Эй, ҡыҙым, ҡыҙым, баштан үткән хәл бит инде. Мин дә һинең кеүек кенә саҡта һөлөктәй, күп һылыуҙарҙың хыялы булған егеткә кейәүгә сыҡтым, атайыңды әйтәм. Башҡалар араһынан тап мине һайлағанына нисек ғорурланып йөрөгәнемде әле булһа хәтерләйем. Тик тормош көтөү өсөн был ғына етмәй икән... Эшләргә яратманы, һөйәркәләрен алмаштырыуҙан бушаманы... Минең хатаны ҡабатлай күрмә, ҡыҙым!

Зөлфиә әсәһенең кәңәштәрен ҡабул итергә уйламаны ла. Әсәле-ҡыҙлы был икәү бер нисә көн буйына ауыҙҙарына һыу уртлағандай йөрөгәндән һуң тынлыҡты Мәрзиә апай боҙҙо: “Ҡыҙым, күҙ алдыңа килтереп ҡара: хыянат итә ҡалһа, һин уны ғүмерҙә лә ғәфү итмәйәсәкһең, мин һинең холҡоңдо яҡшы беләм. Сабыйың менән ҡайҙа барып төртөлөрһөң? Әлбиттә, миңә киләсәкһең. Икегеҙҙе лә һөйрәргә хәлем етерме икән – белмәйем. Ашыҡма, тәүҙә уҡы, һөнәр ал, аҙаҡ күҙ күрер”, – тине.

Мәрзиә апайҙың һиҙенеүе дөрөҫкә сыҡты: үтә ҡыҙыл тиҙ уңа, тигәндәй, йәштәрҙең һөйөү уты тиҙ һүрелде. Уның ҡарауы, Зөлфиә медицина институтына уҡырға инде, аҙаҡҡы курста хәрби вузда белем алған егеткә кейәүгә сығып, иренең хеҙмәт иткән урынына күсеп китте. Ҡыҙ һәм улдары тыуыу шатлығын кисергәндән һуң йәштәрҙең тормошо талғын һыу кеүек тын ғына ағыуын дауам итте. Барыһы ла һәйбәт кеүек, тик һуңғы ваҡытта Зөлфиәнең күңеле болоҡһоу, бер ни ҙә шатландырмай. Ире Ғәлимдең үтә тыныслығы, һәр саҡ ҡатыны яйына тороуы, балалары тәртип боҙғанда ла ҡысҡырмай ғына һалмаҡ тауышы менән аңлатырға тырышыуы ниңәлер уның асыуына тейә. Уның ҡарауы, әсәһе кейәүе ҡунаҡҡа килгәндә уны өрмәгән ергә ултыртмай, нимә менән һыйларға, нисек күңелен күрергә белмәй аптырай. Сәстәре ҡойолоп, пеләшләнә башлаған, һәр һүҙҙе үлсәп кенә һөйләгән Ғәлимде әсәһе ниңә шул тиклем яҡын күрәлер инде, аңламаҫһың.

Был юлы Мәрзиә апай балаларын айырыуса һағынып, көтөп алды. Ғәҙәттәгесә, кейәүе менән нимә тураһындалыр гөрләшкәндәрен ишетеп, Зөлфиә әхирәттәре янына барып әйләнмәксе булды. Йәшлек эҙҙәре ҡалған урамдар һағындыра икән шул. Магазин мөйөшөнән боролғанда эргәһенә зыйлатып килеп туҡтаған ҡиммәтле машинанан төшкән таныш һынды күреп, ҡаушап ҡалды. Марат та баһа! Ҡара әле, һис кенә лә үҙгәрмәгән, шундай уҡ уттай янып торған күҙҙәр, яғымлы ҡараш, зауыҡлы өҫ-баш...  Ирҙең бер аҙ ҡыҙмаса булып алыуын абайларға ла өлгөрмәне ҡатын... Бәхетенән иҫергән Зөлфиә тәүге мөхәббәте менән ер сигенә китергә лә риза ине.

...Иҫенә килгән ҡатын тәүҙә ире Ғәлим һәм Мәрзиә апайҙың борсоулы ҡарашы менән осрашты. ”Эй, Хоҙай, аңына килде бит. Былай булғас, йәшәйбеҙ әле”, – тине һөйөнөстән ни эшләргә лә белмәгән әсә. Ул аварияға эләккән машинанан Зөлфиәне ҡотҡарыусыларҙың нисек көс-хәл менән сығарыуын, кемдең "Ашығыс ярҙам" саҡырыуын  һөйләне. Тик Марат хаҡында ләм-мим... Ҡурҡыуҙан авария урынын ташлап киткән водитель хаҡында сабыр ире лә һүҙ ҡуҙғатманы.

Ғаиләһенә ошоғаса ғәҙелһеҙ мөнәсәбәт күрһәткән ҡатын әсәһе, ире һәм балалары алдында ҙур уңайһыҙлыҡ кисерҙе, үртәлде, үҙенең "һуҡыр"лығынан оялды. Бына нисәмә ай инде уны аяҡҡа баҫтырыу өсөн эргәһендә йүгерешеп йөрөйҙәр, ире хатта армиялағы хеҙмәтен ташлап, ҡатынының тыуған яғында ҡотҡарыусы булып эшкә урынлашты. Ғәлим көн һайын уны күтәреп торғоҙа, яйлап атларға мәжбүр итә, хатта иренең япрайған ҡолаҡтары ла элеккесә Зөлфиәнең йәненә теймәй. “Ҡарпыш булһа ла, үҙемдеке! Ысын ир-егет икәнлегеңде ниңә белмәгәнмен икән бығаса”, – тип үкенгән ҡатын бөгөн дә тәҙрәнән күҙен алмай. Бына-бына ҡотҡарыусыһы ишекте шар асып килеп инәсәк...

 

Фото: mvestnik.ru

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: