Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
15 Август 2021, 19:00

"Туңдырма ашаһам да, ирем әрләй..."

Һигеҙ йыл бергә йәшәйбеҙ. Тәүҙәрәк бәйләнсеклеген нисек тә ҡабул итә инем. Үҙемде үҙгәртергә тырышып ҡараған саҡтарым булманы түгел, булды.

"Туңдырма ашаһам да, ирем әрләй..."
"Туңдырма ашаһам да, ирем әрләй..."

Был хәлде Зөлфиә исемле ҡатын һөйләгәйне. Ысынлап та, мәсьәлә ябай түгел. Ни тиһәң дә, йәш ғаиләнең тарҡалыуы ла мөмкин. Кем ниндәй кәңәш бирер?

"Ирем мине яратмай шикелле… Туҡтауһыҙ контролдә тота, ни ашаһам да, дөрөҫ туҡланмайһың, тип бәйләнә. Йәйге эҫелә туңдырма ашау ҙа михнәткә әйләнде. "Ашама, унда бит майҙар күп", – тип тыя. Дөрөҫ, буйым бик бейек булмаһа ла, 70 килонан артыҡмын шул. Әммә йыуан тип иҫәпләнмәйемдер, тим.

Үҙем бешеренергә яратам, йыш ҡына бәлештәр, ҡоймаҡтар ҡоям. Бешергәс ни, ашағы ла килә. Уның үҙенә рәхәт: ҡаҡса, ашағаны бер ҙә генә йоҡмай…

Һигеҙ йыл бергә йәшәйбеҙ. Тәүҙәрәк бәйләнсеклеген нисек тә ҡабул итә инем. Үҙемде үҙгәртергә тырышып ҡараған саҡтарым булманы түгел, булды. Тик төрлө диеталар минеке түгел икәнен аңланым, кәйефемә, һаулығыма ла зыянлы була башлағас, ташланым ул эште. Ирем генә дүнмәй, үҙенекен һөйләүен дауам итә. Туҡтауһыҙ контролләүенән ялҡып, был мине яратмай ахырыһы, тип уйлана башланым. Үҙемде йәмһеҙ бер ҡатын тип тоям хәҙер…

Ысынлап яратһаң, яныңдағы ғәзиз кешеңдең камил булмаған яҡтары күренергә лә тейеш түгелдер, минеңсә. Иң мөһиме – яҡыныңдың хистәре, күңеле таҙа, ихлас булһындыр, тим… Ошоно һөйгәнемә нисек аңлатырға? Артабан былай дауам итһә, ғаиләнең тарҡалыуы ла бар бит".

 

Фото: yandex.ru

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: