Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
16 Август 2021, 12:00

Һаҡсыллыҡ серҙәре

 Мирас дуҫ-иштәре алдында һәр саҡ үҙенең аҡса тотона белеүе менән маһайырға ярата...

Һаҡсыллыҡ серҙәре
Һаҡсыллыҡ серҙәре

Мирас дуҫ-иштәре алдында һәр саҡ үҙенең аҡса тотона белеүе менән маһайырға ярата. Ғаилә бюджетын алып барыу тураһында күп уҡый, килем менән сығымдарҙы теүәл яҙып бара, аҙыҡ-түлекте акциялар буйынса алырға тырыша. Ҡатыны тәүҙә иренең был ғәҙәтенә көлөмһөрәп кенә ҡарай ине, аҙаҡ бындай һаҡсыллыҡ йәненә тейә башланы.

Улдары донъяға килгәс тә хәл әллә ни үҙгәрмәне – һаҡсыллыҡ балалар тауарҙарына күсте. Әнисә бошонманы, ҡасан да булһа иренең холҡо үҙгәреренә иҫәп тотто, өҫтәүенә сабый тәрбиәләү күп ваҡытын алды, бәхәсләшеү өсөн форсат булманы. Декрет ялында ултырғанда ла кейем яңыртмай булмауын аңлатыу ауырға төштө. “Аяҡ кейемдәре иҫкерҙе, пальто ярамай, ҡыҫа”, – тигәненә ире: ”Һин бит ошо урамдан ары китмәйһең, ниңә кәрәк һиңә яңы итек? Пальтоны эшкә сыҡҡас алырһың”, – тип кенә яуапланы. Хатта кәләшенә әҙ-мәҙ косметика алыуға ла аҡсаһын йәлләгән ирҙең ҡылығы башҡа һыймаҫлыҡ, ғәрләнерлек ине. Барыһы ла ҡайныһының оло юбилей кисәһендә асыҡланды...

Әнисәнең күптән бындай ғаилә байрамдарында булғаны юҡ. Матур итеп кейенеп, балҡып йөрөгөһө килгән ҡатынға ҡыҙ саҡтағы күлдәген киңәйтеп тегеүҙән башҡа сара ҡалманы. Байрамға килгән ҡунаҡтар бер аҙ ултырғас, телдәре асылып китеп, эс серҙәре менән уртаҡлаша башланы. Мирастың атаһы улына һоҡланыуын йәшермәне. ”Бындай “текә” машинаға нисек аҡса йыя алдың? Ә ниңә уны минең исемгә яҙҙырҙың?” – тине. “Шулай кәрәк, – тип кенә әйтеп ҡотолорға уйланы Мирас һәм, ғәҙәттәгесә, маҡтаныуҙан тартынманы. – Ғаиләлә һаҡсыллыҡ кәрәк, бөтәһенең дә минең кеүек ҡулынан килмәй шул”. Әнисәнең, асыу-ярһыуы йөҙөнә сыҡһа ла, бер һүҙ ҙә өндәшмәҫкә сабырлығы етте.

Иртәгәһенә әйберҙәрен сумаҙанға тултырған ҡатынын күреп, Мирас аптыраны. ”Ҡайҙа  йыйынаһың? Ашарға ла әҙерләмәгәнһең әле булһа”, – тип ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе. “Бына һиңә һаҡсыллыҡтың тағы бер сере – ғаиләң ни тиклем бәләкәйерәк, шул тиклем күберәк аҡсаң яныңда ҡалыр”, – тип, сабыйын ҡулына алып, Әнисә ата-әсәһе янына юл тотто. Бер айҙан айырылышырға ғариза биргән йәш әсә тормошон өр-яңы биттән – ҡоршауҙа тотҡан һаҡсыллыҡтан түгел, үҙ-ара хөрмәттән һәм аңлашып йәшәүҙән – башларға өмөтләнә.

 

Фото: original-present.ru

Һаҡсыллыҡ серҙәре
Һаҡсыллыҡ серҙәре
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: