Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
12 Октябрь 2021, 21:00

"Шул кредитты әле һаман түләйем...”

Кредитҡа алған аҡсаны рәхәтләнеп мул тотондом. Тик бына туй тәғәйенләнгән йомаға дүрт көн ҡалғас...

"Шул кредитты әле һаман түләйем...”
"Шул кредитты әле һаман түләйем...”

Туй – кеше тормошондағы иң матур мәлдәрҙең береһе. Һәр кем уны үҙенсә сағыу итеп үткәрергә тырыша. Бер танышымдың ошо ваҡиғаға бәйле һөйләгәндәрен һеҙгә лә еткерергә булдым.

“Ул ваҡытта үтә йәш инем. Яратҡан ҡыҙым йөклө икәнлеге хаҡында белдергәс, хәлде оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа, законлы никахҡа инергә булдыҡ. Бының өсөн туйҙы башҡаларҙан һис ҡалышмай, хатта уларҙан яҡшыраҡ үткәрергә ҡарар иттек. Тик быға матди йәһәттән көс етмәй. Йәшмен, аҡса йыйып бармайым, бер көн менән йәшәйем.

Шуға ла, шәхси ойошмала уңышлы эшләп йөрөгәс, туйҙы матур, гөрләтеп үткәрер өсөн кредитҡа аҡса алырға булдым. Әлбиттә, сумма аҙ түгел ине. “Туй гөрләп үтәсәк. Ҡартайғас та уның хаҡында бергәләп ултырып хәтергә аласаҡбыҙ”, – тинем буласаҡ кәләшемә. Ул ризалашып йылмайҙы ғына. Бик шәп ресторан һайлап, ҡуртым аҡсаһын түләнем, сит илгә ялға барырға тип ике путевка һатып алдым, аҙыҡ-түлеккә лә рәхәтләнеп мул тотондом. Тик бына туй тәғәйенләнгән йомаға дүрт көн ҡалғас, яратҡан ҡыҙым мине ташлап, икенсе егеткә китте. Баҡтиһәң, буласаҡ баланың атаһы ул икән: атайлыҡ хистәре уянған...

Ошо хәлдән һуң үҙемде шул тиклем насар тойҙом: был тиклем дә йүләр булырға ярамай ҙа инде! Хурлыҡлы алдандым. Етмәһә, ойошмала ҡыҫҡартыу тураһында һүҙ сыҡҡас, эштән китеүемде һоранылар. Шулай итеп, урамда ҙур кредит менән тороп ҡалдым. Яңы эш урыны тапҡанға тиклем өйҙә булған барлыҡ техниканы һатырға тура килде. Шуныһы йәнде өтә: әле һаман шул кредитты түләйем. Ярай әле, исмаһам, кеше балаһын тәрбиәләмәйем тип үҙемде йыуатам...”

Фото: goodfon.ru

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: