Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
19 Ноябрь 2021, 12:00

“Балаһыҙ ғына йәшәйек...”

Иремдең был һүҙҙәре йөрәгемде уртаға телде, шул тиклем үпкәләнем уға...

“Балаһыҙ ғына йәшәйек...”
“Балаһыҙ ғына йәшәйек...”

Төркөмдәшебеҙ Зәйнәп үҙен борсоған донъяуи хәле менән бүлеште, бәлки кемдер үҙенә кәңәш бирер, тигән уйҙа ҡатын.

“Кейәүҙәмен. Миңә – 35 йәш. Иремә тиҙҙән 41 йәш тула. Беренсе ҡатыны менән тормошо килеп сыҡмаған, айырылған. Унан улы бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул ауырый. Был хаҡта, аңлашылыуынса, тәфсирләп һөйләп тормайым. Иремдең ҡатыны менән нимәгә айырылышҡанын хәҙер бик яҡшы аңлайым. Үҙе: “Ҡатыным миңә хыянат итте”, - ти. Тик бына минең ғәзиз улының сәләмәтлеге менән бәйле проблемаларға башкөллө сумған ҡатындың бына ошондай аҙымға барыуына һис ышана алмайым, был хәлдең мөмкин булмауын бик яҡшы аңлайым. Аҙаҡ иремдең ике туған апаһы ла барыһы хаҡында һөйләне...

Мират менән урамда танышҡайныҡ, дөрөҫөрәге – туҡталҡала. Эштән һуң өйгә ҡайтырға тип автобусты көтөп торғанда, бер ир яныма килеп баҫты. Ул үҙе менән таныштырҙы, шулай аралашып киттек. Һуңғараҡ ул үҙенең ҡатыны менән айырылғанлығы хаҡында әйтте. “Холҡобоҙ тап килмәне”, - тине ул. Мин кейәүҙә түгел инем, өҫтәүенә, йәшем дә бара. Шуға уның өйләнешеү хаҡындағы тәҡдимен тиҙ генә ҡабул иттем. Әммә ул башта уҡ: “Балаһыҙ, үҙебеҙ өсөн генә йәшәйәсәкбеҙ. Сирле бала тыуыр тип ҡурҡам”, - тине. Тик мин был һүҙҙәргә артыҡ иғтибар итмәнем. Кәрәк булған икән...

Хәҙер ирем миңә: “Былай ҙа йәшең үтеп бара. Шуға бала нимәгә ул?” – ти. Уның был һүҙҙәре йөрәгемде уртаға телде, шул тиклем үпкәләнем уға. Ә минең бала һөйгөм килә. Аҙаҡ иремдең апаһының һөйләүенсә, ирем яуаплылыҡтан, дауаханаларға йөрөүҙән, артыҡ мәшәҡәттәрҙән, өҫтәүенә, аҡса ла етешмәгән, шуға ул ҡурҡҡан, сирле улы менән ҡатынын ташлаған икән. Аҙаҡ хәлдең шулай булғанлығын үҙем дә аңланым инде. Хәҙер минән ул уңайлы тормош талап итә. Унда балаға урын юҡ. Ә мин балаһыҙ ҙа йәшәй алмайым. Айырылышыр инем, икенсе ирҙе нисек табайым. Аптырайым...”

Дуҫтар, һеҙ Зәйнәпкә ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?

Фото: 7ya.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: