Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
26 Ноябрь 2021, 17:00

“Ҡасандыр уның өсөн ғаиләмде боҙғайным...”

Был һүҙҙәрҙе ишеткәс ирем ҡырҡа ҡаршы төштө. Баҡтиһәң...

“Ҡасандыр уның өсөн ғаиләмде боҙғайным...”
“Ҡасандыр уның өсөн ғаиләмде боҙғайным...”

“Ҡыҙым кейәүгә сыға, шундай ҡыуаныслы ваҡиға. Тик бына башымда – төрлө уй-хистәр. Бер яҡтан баламдың ғүмер байрамы өсөн ҡыуанһам, икенсенән, иремдең был ваҡиға айҡанлы ҡыҙыма ярҙам итергә теләмәүенә йәнем үртәлә", – ти Мәҙинә.

Баҡтиһәң, Альбина ҡатындың тәүге иренән ҡыҙы икән.

“Икенсе иремә кейәүгә сыҡҡанда ҡыҙым бәләкәй генә ине. Быйыл ул юғары уҡыу йортон тамамланы һәм үҙенең тиңдәше менән ғаилә ҡорорға ниәтләйҙәр. Әлбиттә, әле ныҡлап эшләмәгән йәштәрҙең аҡсаһы күп түгел. Шуға ирем менән йыйнаған аҡсанан балама туй күлдәге, фотограф һәм башҡа сығымдар өсөн аҡса бирергә теләгәйнем. Тик бына был хаҡтағы һүҙҙәрҙе ишеткәс, хәләлем ҡырҡа ҡаршы төштө: “Ғүмерҙә лә ҡыҙың мине үҙ итеп ҡабул итмәне, оҡшатманы”, – тип дәлилләй хәҙер ул үҙенең был ҡылығын.  100 мең тирәһе аҡсаны бирә алабыҙ бит инде. Икебеҙ ҙә ярайһы һәйбәт кенә эш хаҡы алабыҙ. Юҡ инде, һис риза түгел. Ә ҡасандыр мин тап ошо ирем өсөн ғаиләмде боҙғайным. Һис баһаламай икән был аҙымымды. Ошо сәбәпле, ҡыҙыма, әлбиттә, еңел булманы. Хәҙер бына был иремдең мине һәм ҡыҙымды һис тә аңларға тырышмауына шаһитмын. Хәҙер нимә эшләргә лә белмәйем. Бәлки, кәңәш биреүсе булыр?”,  – ти Мәҙинә.

Фото: shnyagi.net

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: