Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
1 Ғинуар 2022, 22:15

Ғашиҡтар 56 йылдан бер-береһен тапты...

Хәлиҙә һәм Рим ҡыҙға 17, егеткә 19 йәш булғанда таныша. Бер йыл буйы улар хат алыша, һалдат был осорҙа 186 хат яҙа.

Ғашиҡтар 56 йылдан бер-береһен тапты...
Ғашиҡтар 56 йылдан бер-береһен тапты...

НТВ  телеканалының «Көт мине» тапшырыуы аша Өфөнән Хәлиҙә Ризуан ҡыҙы үҙенең тәүге мөхәббәтен тапты. Эфир 25 декабрҙә үк үтһә лә, был видео популярлыҡ яулай ғына бара.

Хәлиҙә һәм Рим ҡыҙға 17, егеткә 19 йәш булғанда таныша. Улар күрше ауылдарҙа йәшәй һәм Өфөгә уҡырға электричкала бергә йөрөйҙәр. Рим армияға киткәндә ҡыҙ уны көтөргә вәғәҙә бирә. Бер йыл буйы улар хат алыша, һалдат был осорҙа 186 хат яҙа.

Әммә Хәлиҙә икенсе кешегә кейәүгә сыға. Рим да өйләнә. Ярты быуат уҙғас, яңғыҙ ҡатын ирҙе эҙләп табырға була. Һәм "Көт мине" телепроектына мөрәжәғәт итә.

Рим Зийәш улы ла Хәлиҙәне онотмаған була. Улар тура эфирҙа осрашты. Ҡатын күҙ йәштәре аша: "Мин был осрашыуҙы ныҡ көттөм. Ғәфү ит мине!" – тине.

Фото: «Көт мине» тапшырыуынан скриншот.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: