Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
3 Ғинуар 2022, 21:00

Ҡыҙыл раузалар ышығындағы... йыртҡыслыҡ

...Байрамдан мине елтерәтеп алып ҡайтып, "Ниңә һәр береһе менән ҡыйшанлайһың?" тип сикәмә һуғып та ебәрҙе. Күҙе аларған, йыш-йыш тын ала, ҡулдар йоҙроҡланған...

Ҡыҙыл раузалар ышығындағы... йыртҡыслыҡ
Ҡыҙыл раузалар ышығындағы... йыртҡыслыҡ

Тормошона утлы өйөрмә һымаҡ килеп инеп, бар булмышын яулап ала ингуш Низам 19 йәшлек Алинаның. Ҡыҙ егеткә бер күреүҙән ғашиҡ була тип әйтеү генә аҙ, үҙе лә һиҙмәҫтән, бөтөнләй уның ихтыярына буйһона.

Үтә ҡыҙыл тиҙ уңа тигәндәй, өнөндә ҡалтыратыр, төштәрендә һаташтырыр был бәйләнеште онотор өсөн психолог ярҙамы кәрәк була йәш ҡыҙға. Егет һалған тәрән кисерештәрҙе уңалтыу, үҙен ғәйепле тойоуҙан, уға бәйлелектән ҡотолоу өсөн бик күп ваҡыт талап ителә аҙағынан.

Йәберләү-рәнйетеүҙәргә, кәмһетелеүҙәргә түҙеүе, улай ғына түгел, барыһына ла үҙен ғәйепле һанауы мөхәббәттән күҙе тонғанғалыр, тип аҡларға була ҡыҙҙы. Тик хәүеф шунда: был халәт уны һөйгәне ихтыярында иреүенә, улай ғына түгел, шәхес булараҡ та юҡҡа сығыуына килтерә яҙған. Артабан ҡыҙҙың үҙе һөйләгәндәренән.

"Бөҙрә сәсле, ҡарағусҡыл йөҙлө, оҙон буйлы егет тәү күреүҙән күңелемә ятып, шунда уҡ йөрәгемдең иң түренән урын алғайны шул. Мин - ошо ҡала ҡыҙы, ә ул сит өлкәнән, институтта уҡып йөрөй, ятаҡта йәшәй ине. Итәғәтле, ихтирамлы, иғтибарлы, Кавказ халҡына хас ҡыҙыулығы ла бар. Иң оҡшағаны - осрашыуға ҙур гөлләмә - ҡып-ҡыҙыл раузалар тотоп килеүе. Уның менән миңә ҡыҙыҡ, күңелле, рәхәт.
Баш әйләндерерлек осрашыуҙар июндә имтихандар бөткәнсе дауам итте, шунан ул үҙҙәре яғына каникулға ҡайтып китте. Ныҡ әҫәрләнгән мин йәй буйы шылтыратыу көттөм, һөйгәнемдән остоҡ та хәбәр булмағас, йөрәк урынынан ҡупты, күңелде, бәлки, ул минең менән ваҡыт уҙғарыр өсөн генә йөрөгәндер, тигән шик өттө.

Йәй үтте, студенттар тағы уҡырға йыйылды. Низам да килде, бер ни булмағандай осрашыуға саҡырҙы, ҡулдарында - ҡып-ҡыҙыл рауза сәскәләре. Бар булған икеләнеүем, шөбһә-үпкәм уны күргәс тә һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты.

Бергә йәшәргә тәҡдим яһағас, уны атай-әсәйем менән таныштырыр өсөн үҙебеҙгә саҡырҙым. Әсәйемә, миңә - сәскә, атайыма бик яҡшы шарап тотоп килгәйне осрашыуға. Бик итәғәтле һөйләшеп ултырһа ла, ниңәлер, уларға оҡшап етмәне егетем. "Күҙҙәре бигерәк йүгерек. Һүҙе эшенә тап киләме икән һуң? Ҡабаланма, бигерәк йәшһең", - тине атайым менән әсәйем бер тауыштан тигәндәй. Әммә берҙән-бер ҡыҙҙары: "Фатиха бирһәгеҙ-бирмәһәгеҙ ҙә, беҙ бергә буласаҡбыҙ", - тип торғас, ҡайҙа барһын инде ата-әсә?..

Шулай итеп, миңә тип инселәп алынған бер бүлмәле фатирҙа башланды ҡанун менән нығытылмаған ирекле ғаилә тормошобоҙ. Йәнде иретерлек матур һүҙҙәр, итәғәтле ихтирам, сәскә-бүләктәр - романдарҙағыса романтика... Донъялағы иң бәхетле, иң кәрәкле кеше итеп хис иттем үҙемде. "Баллы ай" үткәс, Низам кистәрен эшкә тип сығып китеп, таңға ҡарай ҡайтып инер булды. "Бына бит, минең өсөн нисек тырыша, төнөн эшләп, көндөҙ уҡый, арыйҙыр" тигән йәлләү ҙә, шатлыҡ та күңелдә. (Эшкә түгел, иптәштәре менән күңел асырға йөрөгәнлеген аҙаҡ ҡына белдем).

Тик, йәшәй торғас, егетемдең бөтә яҡшы сифаттары менән бергә кире яғын да - көнләшә торған холҡо барлығын, бындай ваҡытында уның әлеге Низамдың тап киреһенә әүерелеүен - асып шаҡ ҡаттым.

...Бер көн ул мине дуҫтары менән осрашыуға саҡырғайны. Араларында берәүһе артыҡ ныҡ иғтибар күрһәттеме икән, егетем мине елтерәтеп алып ҡайтып китте. Аңламай ҙа ҡалдым эштең ниҙә икәнен, "Ниңә һәр береһе менән ҡыйшанлайһың?" тип сикәмә һуғып та ебәрҙе. Был ваҡытта уны, гүйә, алмаштырғандар ине: күҙе аларған, йыш-йыш тын ала, ҡулдар йоҙроҡланған. Ошо кеше мине күктәргә ашырған Низаммы - ышаныуы ауыр ине.

Мөхәббәтле ғаиләлә иркәләнеп үҫкән кешенең бындайҙы нисек ҡабул иткәнен һөйләмәһәм дә билдәле: ныҡ ғәрләндем, үҙемде йәлләнем, мәңге ғәфү итмәм тип ҡәһәтләндем. Ә иртәгәһенә ҙур гөлләмә тотоп килеп ингән, аяғыма йығылып ысын күңелдән ғәфү үтенгән Низамдың йән иретерлек матур һүҙҙәрен ишеткәс, ышанаһығыҙмы, бар үпкәм, һыҙланыуҙарым һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Бер үк кешене яратып та, күрә алмаҫҡа ла мөмкинме икән ул? Минең алда элеккенән дә хислерәк, ғашиҡ Низам. Унан түгел, үҙемдән ғәйеп эҙләп, ысынлап та, ниңә мин икенсе егеттәргә кәрәгенән артыҡ алсаҡ булдым әле, тигән уй бырауланы башты. Тағы мөхәббәтле ҡыҙыу көндәребеҙ башланды, етәкләшеп йөрөүҙәр, киләсәккә яҡты хыялдар ҡороу... һәм мин - иң бәхетле кеше!

Тик кешенең холҡо һәр саҡ үҙе менән икән. Ошоға оҡшаш хәл икенсегә, өсөнсөгә... ҡабатланды. Ә мин һаман һәр осрағы һайын уны ғәфү иттем, башҡа ҡабатланмаҫ тип ышандым, ғәйеп үҙемдәлер, тинем. Икенсе тапҡыр ҡул күтәреүе өйгә дуҫтары килеп киткәндән һуң булды. Бик һөйләшмәй генә йөрөһәм дә, асыҡ иҙеүле кофтам өсөн эләкте был юлы. Ә иртәгәһенә татлы һөйөү һүҙҙәре - ресторанда ашау, сәскәләр бүләк итеү - шулай йыуа ине ул яман ҡылығын... Шундай изгелекле, минең өсөн үлә яҙып торған кешене юҡтан ғына көйҙөрәм, ә ул мине ана нисек ныҡ ярата, шуға көнләшә лә инде - ошондай уй башта нығынғандан-нығынды.

Уны сығырынан сығарған сираттағы бер ваҡиға: ул көндө ҡаршы алырға килгән ирем янына бергә уҡыған егет менән килеп сыҡҡайным. Беҙҙе күргәс, йөҙө боҙолған Низам, ҡулындағы сәскәһен ҡый һауытына ырғытып, ҡырт боролоп китте лә барҙы. Был ҡылығын да күңелемдә аҡланым: иҫәрмен дә инде, хәҙер башҡалар менән аралашмаҫҡа өйрәнергә ваҡыт һиңә, тинем үҙемә. Кис нимә көтөрөн башыма ла килтермәй, аҡланыр һүҙҙәрҙе әҙерләп ҡайтып инһәм, киреһе әйләнгән ир уғата йәмрәйеп ҡаршы алды. "Ғәфү ит, һин уйлағанса..." тип әйтеп тә өлгөрмәнем, ауыр йоҙроҡ башыма, күҙ тирәмә бер-бер артлы ҡунды... Был юлы ҡыйырһытылыуым сиктән ашҡанын аңлаһам да, атай-әсәйемә шылтыратырға оялдым, еңмешлегем өсөн, ваҡытында уларҙы тыңламаған өсөн.

Әсәй әсәй инде, тауышымдың мөшкөллөгөн телефондан уҡ аңлап, атай менән бергә килеп, хәлде төшөнөп, мине үҙҙәренә алып ҡайттылар. Полицияға яҙып бирергә кәрәк, тигәс, ҡаршы төштөм, йәнәһе, ғәйеп үҙемдә лә бар. Тыуған йортта бер-ике көн тороуға миңә Низамдан һөйөү, ҡылғанына үкенеү менән тулы смс-хәбәрҙәр яуа башланы. Артабан нимә эшләгән икән тип уйлайһығыҙ? Берәү булһа, әйләнеп тә ҡарамаҫ ине, ә мин ҡасып тағы уның янына йүгерҙем. Ғорурлығым, ихтыяр көсөм ҡайҙа булғандыр? (Арбалғандай егеткә тартылыуымдың сәбәбе: ул тулыһынса үҙ ихтыярына буйһондороп, йәш кешене нисек теләй, шулай бороп алып йөрөгән. Һәр осраҡта ла һине ғәйепле килтереп сығарып, шул уйҙы үҙеңә һеңдереү һәләте булған унда - был тиран ирҙәргә хас һыҙат" - быны миңә аҙаҡ психолог төшөндөрҙө).

Икенсе юлы аңһыҙ көйө дауаханаға эләккәс, атайым менән әсәйем мине өйгә алып ҡайтты, Низам менән осрашыуҙы тыйҙы. Ошо хәлдән һуң да мин уны түгел, фәҡәт үҙемде ғәйепләй инем. Һаман яҡшыға өмөт Низамдың һөйөү һүҙҙәренән теҙелгән смс-хәбәрҙәрен ҡабат-ҡабат уҡырға мәжбүр итә, бергә йәшәүебеҙҙең матур саҡтарын, ҡып-ҡыҙыл рауза сәскәләрен хәтергә төшөрөп, күңел ҡылдарымды тартҡылай. Тағы ҡасып сыҡмаһын тип был юлы мине ныҡ ҡарауылланылар, уны ла өйгә яҡын ебәрмәнеләр - шуның өсөн рәхмәт ҡәҙерлеләремә.

Күңел төшөнкөлөгөнән, кешегә ныҡ бәйлелектән арыныуы, ай-һай, ауыр икән. Профессиональ психолог менән шөғөлләнһәм дә, һәр талашта үҙемде ғәйепле һанап, ҡанһыҙ һөйгәнемә тартылыуым тиҙ генә үтмәне әле. Уның үҙгәреренә, бәхетле йәшәребеҙгә өмөтөм оҙаҡ һүнмәне. Психологтың кәңәшен тотоп, бер көн Низамды осрашыуға саҡырҙым, ә үҙем телефонды һүндереп, ағас артынан уны күҙәттем. Килешелгән урында ҡыҙыл раузаларҙан ҙур гөлләмә тотоп һөйгәнем тора, осраша торған ваҡыт үтте, ул миңә шылтыратып ҡарай, телефоным һүнек - бына шунда йыртҡысҡа әүерелгән егеттең эргә-тирәһендәге нәмәләрҙе ҡыйрата һуғып, әсе һүгенеп, йән асыуына сәскәһен сүп кәрзиненә ырғытыуын күреп, күңелем төштө: үҙгәрмәгән, тимәк, бер ҡасан да үҙгәрмәйәсәк...

Ә психологка оҙаҡ йөрөргә тура килде миңә. Оҙайлы дауаланыу үткәндә тәүге урынға үҙемде ҡуйырға, кешене йөрәк менән генә түгел, аҡыл менән дә һайларға, тәжрибәле өлкәндәрҙең һүҙенә ҡолаҡ һалырға кәрәклегенә, иң мөһиме - шәхси биләмәмде берәүҙең дә боҙорға хаҡы булмағанына төшөндөм. Төшөнөүен төшөндөм, ә яҙмыштың тағы ниндәй сюрприздар, кәртәләр әҙерләрен, ниндәй кеше менән осраштырырын кем белә - бына шунда белгес һеңдергәндәрҙең ярҙамы тейеп, яңылышмай, һынауҙарҙы ғәмәлдә лайыҡлы үтә алһам ине".

Фото: osebe-com

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: