Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
2 Февраль 2022, 08:00

“Ҡолға Дамира”ның бәхете

30 йәшен үтеп, предприятиеның баш бухгалтеры булып киткәндә ул һаман да шул яңғыҙ ине...

“Ҡолға Дамира”ның бәхете
“Ҡолға Дамира”ның бәхете

“Халыҡ белмәй әйтмәй икән шул: силәгенә күрә - ҡапҡасы, тигән әйтем хәтәр тормошсан икәнлегенә тағы бер инандыҡ.

...Курсташым Дамира тураһында һөйләйем әле. Бынан 15 йыл самаһы элек бергә техникум тамамланыҡ. Студент йылдарында уның тормошо бик күңелле булды, тип әйтә алмайым. Дамираны бер нисек тә сибәр тип атап булмай, етмәһә, буйға үтә оҙон һәм ҡот осҡос ябыҡ ине. Ҡыҫҡаһы, егеттәр уны гел урап үтер булды. Шуға курсташыбыҙ күберәк ваҡытын ятаҡта китап ҡосаҡлап үткәрҙе, ары-бире студенттар кисәһенә эләкһә, бер кем менән аралашмай, шым ғына берәй мөйөштә ултырыр ине.

Диплом алғас, уны туғандары ярайһы ҙур ғына предприятиеға бухгалтер итеп эшкә урынлаштырҙы. Хәҙер уның барлыҡ тормошо ҡағыҙҙар һәм һандар араһында үтә ине. Йылдар үтә торҙо, уны оҡшатҡан егет тә тура килмәне. Ҡыҫҡаһы, 30 йәшен үткәндә һәм предприятиеның баш бухгалтеры булып киткәндә, ул һаман да шул яңғыҙ “ҡолға Дамира” булып ҡалды.

Һирәк кенә осрашҡанда, әрһеҙерәк әшнә-әхирәттәре: “Үҙең өсөн булһа ла бала тап, ҡартлығыңды уйла”, – тигәнерәк “затлы кәңәштәр” ҙә биргеләй ине, ләкин ул ҡул һелтәп ҡуйыу менән генә сикләнде. Беренсенән, улай тәрбиәләнмәгән, икенсенән, бала табыу өсөн ирҙе тота килеп ҡайҙан алаһың?

Дамираның яҙмышы өсөн көйөүселәр кәмемәне: үҙе ярҙамсыл, йомарт, кешелекле булғас, уға ла берәй файҙа килтерәйек тигәндәрҙер инде. Ҡыҫҡаһы, бер ир менән таныштырырға булдылар. Ир тигәнең ана ғына тора, әлбиттә, әммә Дамира ла һыу һөлөгө түгел дә... Йәше лә бара, етмәһә.

Был ир ҡала ситендәге биш ҡатлы йортта, өс бүлмәле фатирҙа әсәһе менән генә йәшәй булып сыҡты. Ҡырҡты үткән, хәрби булғас, пенсияла икән. Ваҡыты-ваҡыты менән  эсеп тә ала, тинеләр. Димләүселәр иһә, ярар, кемдең етешһеҙлеге юҡ һуң, тип аҡлап та ҡуйҙы. Күңелде йылытҡан ғәмәл иһә шул булды: был ир ҙә, Дамира ише, ябыҡ оҙон бер әҙәм икән, хатта беҙҙең ҡыҙҙан бер башҡа оҙонораҡ та, имеш. Бына бит, ҡайһылай һәйбәт!

Бөтәһе көткәндән дә яҡшыраҡ килеп сыҡты. Был икәүҙе Яңы йылда таныштырҙылар, ә яҙ етеүгә беҙҙең Дамираның... ауырлы икәнлеге асыҡланды. Июнь башында гөрләтеп туй яһанылар. Дамираның ике бүлмәле фатиры бар ине – бала тыуыуға шунда ремонт эшләп өлгөрҙөләр һәм донъя көтөп алып киттеләр.

Һис шикһеҙ, оҙаҡ йылдар яңғыҙ йәшәп өйрәнгән ике кешегә берегеп йәшәп китеү еңелдән булмағандыр. Ирҙең ваҡыты-ваҡыты менән эсергә яратҡанын иҫәпкә алғанда, бигерәк тә. Ошо йылдар эсендә Дамираның ире менән хатта айырылышыуға барып еткәнен, аҙаҡ ҡайтанан өйләнгәндәрен дә һөйләнеләр. Әммә сабырлыҡтың төбө алтын: хәҙер улар бынамын итеп донъя көтә, ҡыҙҙары ла үҫмер ҡорона ингән.

Әйткәндәй, Дамира ирен үҙе эшләгән ҙур преприятиеға эшкә урынлаштырған, икеһе лә лайыҡлы эш хаҡы ала, етеш йәшәйҙәр. Ҡасандыр “ҡолға Дамира” исемен күтәргән ҡатынға ит ҡунған, ул  оҙон буйлы, олпат, ҡараулы ҡатынға әүерелгән. Теге ир эскеһен дә ташлаған тиҙәр – яҡшы йәшәйем тиһәң, аҡыллыраҡ булыр кәрәк шул.

Бына шулай тормош: һәр силәккә ҡапҡас табыла. Хәйер, бында Дамираны теге иргә димләгәндәргә, таныштырыуҙы ойошторғандарға ла рәхмәт әйтергә кәрәк: улар тырышмаһа, ошо ике яңғыҙ кеше икеһе-ике ерҙә зарығып, бәхетһеҙ тормош кисерер ине...”

Сания тигән ҡатын һөйләгәндәрҙән.

Фото: aif.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: