Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
4 Март 2022, 15:00

Игеҙәктәргә игеҙ бәхет!

Йәш ғаиләләрҙе тормоштарындағы оло ваҡиға менән ҡотлайбыҙ! Бәхетле, сәләмәт балалар үҫтерегеҙ!

Игеҙәктәргә игеҙ бәхет!
Игеҙәктәргә игеҙ бәхет!

Ғаиләлә сабый тыуыуы оло бәхет, ә бына игеҙәктәр донъяға килгән йорттарҙағы шатлыҡты һүҙ менән генә аңлатырлыҡ түгел! Яҙ айының тәүге көнөндә Ауырғазы районының  ЗАГС бүлегендә  Гөлназ һәм Илгиз Ниғмәтуллиндар ғаиләһе  игеҙәк ҡыҙҙары тыуыуы тураһында таныҡлыҡ алды. Йәштәр ҡыҙҙарына Рамина һәм Азалия тигән исем  ҡушҡан. ЗАГС хеҙмәткәрҙәре ата-әсәгә таныҡлыҡ һәм бүләктәр тапшырып, тормоштарында бәхет һәм шатлыҡтар теләне.

Күптән түгел Ғафури районының ЗАГС бүлегендә районда тәүге игеҙәктәр теркәлде. Линара һәм Артур Байгилдиндар ғаиләһендә Ирада һәм Нәдиә исемле ҡыҙ балалар донъяға килде.  Хәҙер Байгилдиндар күп балалы ғаилә статусына эйә булды.  Игеҙәктәрҙең Йәсминә исемле апайҙары бар.  ЗАГС хеҙмәткәрҙәре ата-әсәне тормоштарындағы мөһим ваҡиға менән ҡотлап, тәүге документтарҙы  атай ҡулына тапшырҙы, ныҡлы һаулыҡ, балалар тәрбиәләүҙә сабырлыҡ, уңыштар теләне.  2021 йылда Ғафури районының ЗАГС бүлегендә дүрт пар игеҙәк теркәлгәйне.

Фото:fb.ru

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: