Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
8 Март 2022, 17:45

Әсәйеңде ҡотланыңмы?

Һеҙҙең шылтыратырға ошондай ҡәҙерлегеҙ бар икән, бик бәхетле кешеһегеҙ.

Әсәйеңде ҡотланыңмы?
Әсәйеңде ҡотланыңмы?

Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы бөгөн. Балаларға – туңдырма,  ҡатындарға – гөлләмәләр. Ҡыҙыңа – уйынсыҡ, әхирәтеңә – сертификат...

Ә әсәйеңә шылтыратырға онотманыңмы? Эшеңде ташла хәҙер үк. Һәм әсәйеңә шылтырата һал. Ҡиммәтле ваҡытыңдың бер нисә минутын уға бүл. Хатта уға курьер менән ҡиммәтле бүләк ебәрһәгеҙ ҙә, яҡын көндәрҙә гөлләмә бүләк иткән булһағыҙ ҙа, күптән түгел күрешкән булһағыҙ ҙа.

Әсәйҙәргә ҡиммәтле бүләк кәрәк түгел. Йөрәккә иң яҡындары уларҙың бар бит, күп йылдар инде уларҙы ҡәҙерләп һаҡлайҙар – балалар баҡсаһында төшкән портреттар, ҡағыҙҙан эшләнгән ләлә сәскәләре, тәүге эш хаҡына алынған һәм ғорур рәүештә бүләк ителгән беләҙек.

Беҙ үҫеп етһәк тә, уларға  бала булыуҙан туҡтамайбыҙ. Әсәйҙәргә уларҙың беҙгә кәрәклеген, уларҙы яратыуыбыҙҙы белеү мөһим. Бөгөн генә лә түгел, ә һәр көн.

Донъялағы бөтә эште ташлап тороп, әсәйгә шылтыратырға мөмкин. Һеҙҙең шылтыратырға ошондай ҡәҙерлегеҙ бар икән, бик бәхетле кешеһегеҙ.

Бөтәгеҙҙе лә байрам менән! Бер-берегеҙҙе һаҡлағыҙ!

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: