Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
16 Март 2022, 19:30

Кисә генә булған төҫлө “комсомол туйы”...

"Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы клубында колхоз бер нисә йәш парға комсомол туйы ойошторҙо. Ауыл советы рәйесе ҡотлап, беҙгә бүләккә диван бирҙе. Мебелгә ҡытлыҡ заманда был ҙур бүләк ине..."

Кисә генә булған төҫлө “комсомол туйы”...
Кисә генә булған төҫлө “комсомол туйы”...

Ишембай районының Яр-Бишҡаҙаҡ ауылында йәшәгән Тәнзилә менән Мөхәррәм Фәхретдиновтар тураһында Резеда Шәнгәрәеваның яратып һәм һоҡланып яҙған яҙмаһы бер тында уҡып сығылды. Күҙ алдына шул дәүерҙәге шаулап-гөрләп үткән йәшлек йылдары, “комсомол туйҙары” килә, ҡайһылай халыҡ дәртле булған!

“Былтыр көҙ уларҙың бергә ғүмер итеүҙәренә 45 йыл тулған. Ошо дәүер эсендә өс балаға ғүмер биреп, аяҡҡа баҫтырып, әлеге көндә биш ейән-ейәнсәргә, бер бүләгә олатай һәм өләсәй булып өлгөргәндәр.

Ә танышып-ҡауышҡан көн кисә генә һымаҡ. Яр-Бишҡаҙаҡ егете Мөхәррәм менән Ҡарайған ҡыҙы Тәнзиләнең комсомол туйы тураһында “Восход” гәзитенең 1976 йылдың 7 ноябрь һанында мәҡәлә  донъя күрә. Йәш парҙың туй тантанаһы иҫтәлекле фотола ла сағылыш тапҡан. Йылдар тәьҫире аҫтында был гәзит һарғайып бөтһә лә, ул Фәхретдиновтар ғаиләһенең ҡәҙерле бер иҫтәлеге булып һаҡлана.

- Ул ваҡытта Мөхәррәм “Осҡон” колхозында водитель ине, мин әсәйемә сөгөлдөр эшләшергә килдем. Алдан бер-беребеҙҙе белеп-күреп йөрөһәк тә, ныҡлап дуҫлашып китеүебеҙ ана шул сөгөлдөрҙә эшләгән ваҡыттан башланды. Оҙаҡ йөрөмәнек, өйләнештек. 1976 йылдың 4 ноябрендә Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы клубында колхоз бер нисә йәш парға комсомол туйы ойошторҙо. Колхоз, ауыл советы рәйесе ҡотлап, беҙгә бүләккә диван бирҙе. Мебелгә ҡытлыҡ заманда был ҙур бүләк ине. Айырым йәшәр урынығыҙ булһын, тип колхоз бәләкәй булһа ла йорт та бүлде. Ошолай төрлө яҡлап ярҙам итеп торғас, ауылдан сығып китеү тураһында уй бөтөнләй булманы. Атай-әсәй, туғандар янында йәшәйек, тип төпләнеп ҡалдыҡ, - ти хәҙер 45 йыл ошо ауылды үҙ итеп йәшәгән Тәнзилә Хәбиб ҡыҙы.

Яр-Бишҡаҙаҡ килене Йоматау ауыл хужалығы техникумын тамамлағандан һуң, хеҙмәт юлын ауыл Советында бухгалтер булып башлаһа, артабан хеҙмәт баҫҡысы буйлап ауыл хакимиәте башлығы вазифаһына тиклем күтәрелә. Был бурысты ул ете йыл тарта. Әйткәндәй, ҡыҙҙары Раушания ла, әсәһенән күреп, ошо уҡ уҡыу йортонда шул уҡ һөнәрҙе алып сыға. Мөхәррәм ағай үҙен водителлеккә арнай. Ул үҫкән ғаиләлә биш малай тәрбиәләнеп, барыһы ла водитель-тракторсы һөнәрҙәрен һайлай. Атайҙарына ҡарап, Тәнзилә апай менән Мөхәррәм ағайҙың улдары Рөстәм менән Айрат та ошо һөнәргә эйә була. Бәләкәйҙән атайҙары янында йөрөп, техниканы яратып үҫәләр. Атай кеше үҙ өлгөһөндә балаларында ла был һөнәргә ҡыҙыҡһыныу уята. Мөхәррәм Ҡәҙир улының водителлек өлкәһендә 44 йыллыҡ хеҙмәт стажы бар. Бирелеп, яратып башҡара ул һөнәрен.

- Йәш саҡта егет кеше машинаға ҡыҙыға бит инде. Хәрби комиссариат автомәктәпкә уҡырға ебәргәйне, шул ваҡыттан рулдән төшкән юҡ – ғүмерлек һөнәремә әүерелде. Ураҡ, сәсеү ваҡыттарында төнгө сәғәт 2-3-тәргә тиклем эштә булһам, иртән 7-лә йәнә баҫыуға сығып китә инем. Йөк машинаһын да, автобусты ла йөрөтөргә тура килде. Ғүмер эш менән үтте. Бер ялһыҙ, йылына 365 көн эшләгән саҡтар ҙа булды. Элек баш тартыу юҡ ине. Ҡайҙа ҡушһалар, шунда эшләнек. Шулай ҙа ғүмер үкенерлек түгел. Ҡырҙан бәхет эҙләмәнек. Уны үҙебеҙҙең ауылда таптыҡ, - тине Мөхәррәм Ҡәҙир улы, хеҙмәт йылдарын хәтерләп.

Тәнзилә апай ҙа килен булып төшкән ерендә бәхетен таба. Ире һүҙ тейҙермәй, ҡәҙерләп торғас, башҡалар ҙа хөрмәт итә.

- Донъя көткәндә эш бүлмәнек. Уртаҡ көс менән йорт һалдыҡ, көндәлек мәшәҡәттәрҙе бергәләп алып барҙыҡ. Әле лә шулай, - ти әңгәмәселәрем.

Эшләгән йылдар һағынып һөйләрлек кенә булып үткәндә ҡалған. Хаҡлы ялда булһалар ҙа, мал аҫрап, баҡса үҫтереп, һаман да тырышып донъя көтәләр. Мөхәррәм ағай умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Күпләп һарыҡтар аҫрағас, Тәнзилә апай һарыҡ йөнөнән юрғандар һырыу оҫталығына эйә. Уның юрғандары таныштары араһында ла һорау менән файҙалана.

- Эшһеҙ торған юҡ. Әле бына күпләп үҫентеләр ултырттым, боростарым матур итеп үҫеп ултыра, помидор орлоғо ла шытып килә. Хаҡлы ялда ла эшкә әүрәп йәшәйбеҙ, - тип йылмая Тәнзилә апай.

Резеда Шәнгәрәева фотоһы.

Кисә генә булған төҫлө “комсомол туйы”...
Кисә генә булған төҫлө “комсомол туйы”...
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: