Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
8 Апрель 2022, 11:11

“Мөхәббәт ҡошом янымда йөрөгән”

ok.ru
Фото:ok.ru

Һуңғы йылдарҙа тамам башымды ҡаңғыртты әсәйем. Өйгә ҡайтҡы килмәй башланы. “Ҡасан кейәүгә сығаһың да ҡасан ейән-ейәнсәр табып бирәһең?” – тип көн һайын ҡолаҡ итен ашай.

Эйе, сыҡтым, ти, кейәүгә! Хәҙер эшкингән егеттәр бармы икән?! Икенсенән, бөҙрәханамда, кибет­тәремдә эште кем алып барыр һуң, бала баға башлаһам? Эштәремдең кирегә тәгәрәйәсәге көн кеүек асыҡ.

Бына бөгөн дә әсәйемдең: “Берәй алкаш ҡына улым булһа, ошо көнгә ике-өс ҡатын алып айырған булыр, кәмендә өс-дүрт ейән-ейәнсәрем булыр ине. Тамырым ҡоромай тип, ҡайғырмай ғына яҡты донъя менән иҫәпте өҙөр инем. Йәше үтеп бара, шулай мәңге йәш булып ҡалырмын тип уйлаймы икән был иҫәркәй”, – тип һөйләнә-һөйләнә аш бүлмәһендә мыштырлауына уянып киттем.

Сәй табынында ла тәрбиә дәресен дауам итте әсәй:

– Мине мәңге йәшәр, мәңге һау булыр тиһеңме? Күп ҡалмаған инде миңә! Бынау уң күршебеҙ Рәмил нимәһе менән оҡшамайҙыр инде. Күҙҙәрен беҙҙең тәҙрәнән алмай бахырың. Ошо “һуҡыр күҙҙе” генә яратҡанын бөтә ауыл белә. Шуфир булып эшләһә ней. Эсеп-туҙып йөрөмәй, тәмәкеһен ни хәҙер ҡыҙҙар ҙа тарта. Малын да ҡарай, донъяһы ла бынамын тигән. Бөтә эш ҡулында уйнап ҡына тора!

– Эйе, сыҡтым, ти, шул ҡап-ҡара Рәмилгә! Уның майға, соляр­каға батҡан кейемдәрен йыуа-йыуа ҡартаяһым юҡ инде, – тип әйткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым...

Уйланып ултыра биргәс, шундай фекергә килдем, әхирәттәр. Ысынлап та, әсәйем дөрөҫ әйтә лә һуң – йәшем утыҙға етеп бара. Ҡарт ҡыҙҙар рәтенә ингәнмен икән. Шәхси тормошто яйға һалып алмайынса булмаҫ, ахыры, кейәүгә сығырға ваҡыт еткән. Тик кем менән  сәсемде бәйләргә һуң? Егеттәр ҡарамаҫлыҡ ҡыҙ түгелмен дә: ҡыйғас ҡашлы, ҡара күҙле, мөләйем йөҙлө һылыуҡаймын.

Бигерәк тә фигурамды оҡшата егеттәр, һин атламайһың, бейеп кенә йөрөйһөң, тиҙәр. Дүрт егет йөрөй артымдан: Кәрим милицияла бандиттарға ҡаршы көрәшә, Мөнир банкта ыштан туҙҙыра, Хәсән мәктәптә балаларҙың мейеһен серетә, Нуретдин үҙ оҫтахана­һында машиналар ремонтлай. Был егеттәрҙең дүртеһе лә оҡшай миңә. Ҡайһыһы мине нығыраҡ ярата икәнлеген белергә ине...

Уйлана торғас, таптым әмәлен – берәй “йоғошло” сир менән ауырып китергә кәрәк. Хәйлә менән кеме нығыраҡ яратҡанын асыҡ­лармын. Ял көнө һәр береһенең телефонына смс-хәбәрҙәр ебәр­ҙем. Иң беренсе булып Кәрим килеп етте. Бүлмәгә инеү менән өҫтәлдәге төрлө ҙурлыҡтағы һәм төрлө төҫтәге дарыу шешәләрен, йомро, дүрткел таблеткаларҙы күреп, аптырап ҡалды. Минең яңыраҡ ҡына йоғошло үпкә сире эләктереүемде белдергәс, артҡа сигенеп, ултырғысҡа эләгеп, саҡ ҡолап китмәне. “Һин ҡурҡма, хәҙер медицина көслө, һауығырһың тип уйлайым”, – тип мине йыуатырға тырышҡандай, ишек төбөндә тапанды ла, эше күплеккә һылтанып, сығып та тайҙы. Башҡа егеттәрем дә, ауырыуым тураһында ишеткәс, ошондай уҡ йылғырлыҡ күрһәтте. Ҡыҙыҡ өсөн күрше Рәмилгә лә әсәйем аша хәлемде белгерттем. Күршем хатта инеп тә сыҡманы...

Ҡыҫҡаһы, кейәүгә сығырлыҡ егеттәрем ҡалманы. Ярай инде, яҙмышым шулдыр тип тынысланып, берәй аҙна ял итеп, йоҡо һимертеп алайым тип, әҙерәк өйҙә ятырға булдым. Шулай итеп, өс-дүрт көн үтеп тә китте. Бер көн һуң ғына тороп, сәй ултыртып йөрөһәм, ишегебеҙ шар асылып китте, ә тупһала ауыҙы ҡолағына еткән күршем Рәмил йылмайып тора. Һаулыҡ һорашты ла ҡулындағы сумкаһынан ниндәйҙер банкаларҙы, шешәләрҙе өҫтәлемә теҙеп тә ҡуйҙы. Өй эсе төрлө дарыу үләндәренең хуш еҫенә тулды. Иң һуңынан өс литрлыҡ банка ҡорт балы өҫтәлгә ҡунаҡланы. Мин, аптырап, ҡатып ҡалдым.

– Был шешәләрҙә бурһыҡ майы, һинең өсөн ошонан да файҙалы дарыу-дауа юҡ. Был банкала эттең эс майы, үпкә ауырыуына һәләк килешә, тиҙәр. Солоҡ балын ҡу­шып, көн һайын сәй эсһәң, бөтә сир­ҙәрең дә юҡҡа сығыр. Ә үлән­дәрҙән әсәйең төрлө сәйҙәр ҡайна­тыр, – тип теҙеп алып китте Рәмил.

Баҡтиһәң, күршем был көндәрҙә ағайҙарына барған, һунарға сығып, бурһыҡ алғандар, солоҡҡа ла менгән, бер әбей менән дарыу үләндәре лә йыйған.

Мин түҙмәнем, Рәмилде ҡосаҡ­лап, биттәренән, ирендәренән үбә башланым. Ҡыуаныс-шатлыҡ­та­рымдан күҙҙәремдән соборлап йәш аға. Әллә ҡайҙан осоп килер кеүек тойолған мөхәббәт ҡошом янымда ғына һайрап осоп йөрөгән икән!..

 

Ф. ХИСМӘТУЛЛИН. 

Читайте нас: