Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
30 Апрель 2022, 22:00

Ә алтын балдаҡтар һаман өмөтләнеп көтә...

“Төпкөл ауылдан, ярлы ғаиләнән дәһә. Кәрәкмәй ул һиңә!”

Ә алтын балдаҡтар һаман өмөтләнеп көтә...
Ә алтын балдаҡтар һаман өмөтләнеп көтә...

Ильяс – ғаиләһендәге берҙән-бер, оҙаҡ көтөп алынған бала. Уны, нигеҙҙә, әсәһе менән өләсәһе тәрбиәләне, ә атаһы ғүмере буйы ғаиләһе өсөн аҡса эшләне, төрлө “шабашка”ларҙа йөрөнө. Шуға Ильяс бәләкәй сағынан ҡаты, аныҡ һүҙле һәм етди әсәһенең контролендә буй еткерҙе.

Егеттең тормошондағы мөһим ваҡиғаларҙы, мәҫәлән, ҡайһы мәктәпкә йәки колледжға, юғары уҡыу йортона инеүҙе лә ҡәҙерле кешеһе һайланы. Ошо уҡыу йорттары араһында егетте әрме хеҙмәтенә лә таныш-тоношлоҡ һөҙөмтәһендә урынлаштырҙылар, унда Ильяс ашханала икмәк киҫте. Диплом алғандан һуң да Ильяс әсәһенең һеңлеһе эшләгән урынға төштө. Шулай итеп, унда ла Ильяс һәр саҡ даими контроль аҫтында ине.

25 йәшендә Ильяс сибәр, һомғол кәүҙәле, тыйнаҡ ҡына Мәрйәмгә ғашиҡ булды. Ике йәш йөрәк осраша башланы, даими аралашты, хатта Ильяс икеһенә алтын балдаҡтар ҙа алған ине. Уйҙарын ул башта әсәһенә еткерҙе. Тегеһе өйләнеү тураһында хәбәрҙе ишеткәс үк: “Төпкөл ауылдан, ярлы ғаиләнән дәһә. Кәрәкмәй ул һиңә!” - тип ҡырт киҫте. Ә егет әсәһенә ҡаршы бер ни ҙә әйтә алманы, шулай итеп, һатып алынған алтын балдаҡтар иҫке шифоньерға һалып ҡуйылды. Шунда уҡ “ҡара көн”гә тип ятҡан ярты миллион һум тирәһе аҡса ла бар ине...

Һуңғараҡ Ильяс ҡала ҡыҙы Зәйнәпте, артабан Рәйләне осратты. Унан һуң Фәниә менән дә оҙаҡ ҡына осрашып йөрөнө. Тик инде 30 йәшлек егеттең әсәһенә бер ҡыҙ ҙа оҡшаманы, улар йә йәмһеҙ, йә йүнһеҙ, йә туған-тыумасаһыҙ... Ошо ваҡыт эсендә Ильясҡа 40 йәш тә тулып уҙҙы, сәстәре һирәгәйҙе, ҡорһағы күренде, диабет сиренең барлығы ла асыҡланды. Хәҙер инде ул буш ваҡытын әсәһе менән бергә телевизорға текәлеп, төрлө шоуҙар, сериалдар ҡарап уҙғара.

Ейән-ейәнсәрҙәр хаҡында хыялланһа ла, әсә: “Балалы ҡатынға өйләнмә. Һин шәпһең, матурһың, йәшен табырһың әле”, - тип өйрәтә бирҙе. Тик бына 40 йәшлек Ильясҡа хәҙер йәштәр ҡарамай, ә үҙе тиңдәштәренә күҙ һалмай. Теге иҫке шифоньерҙағы алтын балдаҡтар ғына һаман бәхетле мәлдәрен көтә...

Фото: hotgeo.ru

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: