Бөтә яңылыҡтар

Яратҡан кешең һине һөймәһә...

"Нимә эшләнең һин?! Кеше күҙенә нисек күренергә хәҙер?.." - тип әрнеп илап, ҡыҙ Ришатҡа күрәләтә яла яға. Шаңҡып ҡалған егет...

Яратҡан кешең һине һөймәһә...
Яратҡан кешең һине һөймәһә...

Көн дә кискә табан ҡултыҡлашып ҡына йөрөргә сыҡҡан ир менән ҡатынды күреп, уларҙың шул тиклем дә матур мөнәсәбәттәренә һоҡланып ҡарайым. Икеһенең дә йөҙҙәренән - илаһи һиллек, тормоштарынан ҡәнәғәтлек аңҡып торғандай. Ире ҡатынының ҡултыҡлаған ҡулынан тотоп ҡына бара, ә ҡатыны тап булған кешеләргә ғорурлыҡ менән ҡарай. Ә бит ошо көндө күреү өсөн ҡатынына ниндәй генә ҡаршылыҡтар, кәмһенеүҙәр аша үтергә тура килмәгән.

...Зарифа унды тамамлағас, бер нисә айлыҡ курста уҡый ҙа, эшсе һөнәренә эйә булып, заводҡа килеп урынлаша. Яңғыҙ әсәһен йәлләп, өйҙә береһенән-береһе кескәй туғандарына үҙенән өҙөп булһа ла ярҙамлашырға тырыша ул. Бәләкәйҙән уҡытыусы булыу теләге ҡоро хыял булып ҡына ҡала ҡыҙҙың.

Авиация институтын тамамлаған Ришатты ошо заводҡа эшкә тәғәйенләйҙәр. Бер ятаҡҡа тура килгән йәштәр үҙ-ара ҡатнашып, аралашып йәшәй, байрамдарҙы бергә үткәрә. Йәшлек йәшлек инде: Зарифа Ришатҡа башкөллө ғашиҡ була, тик тегенеһенең генә ҡыҙға әллә ни иҫе китмәй. Егеттең иғтибарын яулау өсөн Зарифа аҙаҡ ғүмер буйы үкендерер аҙымға бара: бер тыуған көндән һуң апаруҡ иҫергән егетте үҙ бүлмәһендә ҡалдыра. Ә иртән: "Ни эшләнең һин? Кеше күҙенә нисек күренергә хәҙер?" - тип әрнеп илап, Ришатҡа күрәләтә яла яға. Шаңҡып ҡала егет. Зарифа ауырға ҡалһа, судҡа бирһә, эш бигерәк ҡатмарлашасаҡ, тип уйлай, ахырҙа тиҙ арала өйләнергә ҡарар ҡылына. Тик көсләп асылған күҙҙең нуры булмай шул: туйҙа йәштәргә күпме кеше бәхет теләһә лә, уныһы килергә бер ҙә ашыҡмай.

Ришаттың күңеле йәш кәләшенә һис ятмай, шунлыҡтан янына ла ашҡынып ҡайтмай, ситтә күңел асыуҙары йышая. Бер-бер артлы тыуған ике балалары ла ир яғындағы боҙҙо имшетмәй. Иренең сит ҡатындарға йөрөүен Зарифа ла һиҙенә, әлбиттә, шулай булһа ла, ғауғалап, әрләшеп, мөнәсәбәт асыҡлап йөрөмәй, тешен ҡыҫып түҙә бирә. Сират буйынса алынған фатирҙарына күсенеү ҙә әллә ни шатлыҡ өҫтәмәй бәхетһеҙ ғаиләгә. Шулай ҡатынынан ни китмәй, ни мөнәсәбәттәрҙе көйләмәй йәшәй бирә Ришат. Ә яуапһыҙ һөйөүенән ыҙа сиккән Зарифа өйҙә һәр саҡ тәртип булдырырға, тәмле итеп ашарға бешерергә, балаларын ҡараулы итергә, ғөмүмән, бәхетле ғаилә тормошон һүрәтләргә бар хәленсә тырыша.

Яуаплы эш, өйҙәге көсөргәнеш Ришат өсөн эҙһеҙ үтмәй. Барыһы ла бер йөрәккә йыйыла бит: 46 йәшендә генә уны инсульт һуға. Зарифа аяҡ-ҡулдары хәрәкәтһеҙ тигәндәй ҡалған, теле көрмәлгән ире янына эшкә кеүек йөрөй, табиптарҙың күрһәтмәләрен теүәл үтәүҙе үҙ өҫтөнә ала. Ҡалаҡ менән ашты ла тәүҙә үҙе ашата, хәрәкәтһеҙ ҡалған ҡул-аяҡтарға массаж яһай, дарыуҙарын ваҡытында эсереүҙе хәстәрләй. Бәләкәй ғәзиз балаһын тәрбиәләгән кеүек тәрбиәләй ирен. Үҙе өсөн үлә яҙып торған ҡатынының йонсоған йөҙөнә тәүгә шунда иғтибар итә Ришат. Уға ҡарата күңелендә йәлләү тойғоһо ла шул ваҡытта уянғандыр, моғайын. Ә Зарифа иренең сикәләре буйлап аҡҡан күҙ йәштәренең үҙенә рәхмәт хистәре икәнен яҡшы аңлай. "Ҡатынымдың ҡара тырышлығы, ихтыяр көсө менән генә аяҡҡа баҫа алдым", ти Ришат бөгөн үҙ хәленә баһа биргәндә. Артабан да организмды нығытыу өсөн әллә күпме айҙар, йылдар кәрәк. Был ваҡытта Зарифа ике урында эшләп тә, балаларын, сирле ирен ҡарап та өлгөрә, шулай булыуға ҡарамаҫтан, бер ҙә генә зарланмай.

Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәл инде: был ауырыуы бик ныҡ үҙгәртә Ришатты. Ир ҡатынына, балаларына иғтибарлы була башлай, ғаиләләге һәр нәмәгә ҡыҙыҡһыныу уяна, өйҙә мөмкин тиклем эштәрҙе еңеләйтергә тырыша, ҡатынына эҫенгәндән-эҫенә. Донъя хәстәрҙәре, уйҙар, проблемалар хәҙер уртаҡ, һүҙҙәр ҙә берегә. Ышаныс, ихтирам, тоғролоҡ, һөйөү бына шулай оҙайлы түҙемлек һәм ныҡышмалылыҡ менән яулана был ғаиләлә. Бәхеткә эйә булыу өсөн сыҙамлыҡҡа, сабырлыҡҡа һынау үткән Зарифа йәштәргә үҙ тәжрибәһенән сығып кәңәш бирергә лә хаҡлылыр, моғайын. "Мөхәббәттә минең кеүек урау юлды һайламаҫҡа, тиң-тигеҙ ғүмер кисереү өсөн үҙеңдең генә яратыуың аҙ икәнлекте иҫтән сығармаҫҡа тырышығыҙ. Бәхетлеһеңме, тип һорағыҙ, яуабым ошолай булыр: хәҙергем ҡәҙерле минең, ә үткәндәрҙе иҫкә лә төшөргөм килмәй".

Фото: thephmp.com

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: