Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
13 Май 2022, 22:00

Йәшләй һөйгән йәрем ятҡа ҡалды...

Шулай бер мәл таң ҡаршыланыҡ. "Мин һине шул тиклем яратам!" тип әйткән һүҙҙәре әле лә ҡолаҡ төбөмдә яңғырап киткәндәй...

Йәшләй һөйгән йәрем ятҡа ҡалды...
Йәшләй һөйгән йәрем ятҡа ҡалды...

“Миңә 43 йәш. 17 йәшемдә, 1-се курста уҡығанымда, курсташ егеткә үлеп ғашиҡ булдым. Ул да миңә иғтибар күрһәтте һәм икебеҙ араһында мөхәббәт уты дөрләне. Шулай итеп, 2-се курсты тамамлауға гөрләтеп туй яһап, мәңге бергә булырға анттар биреп, өйләнешеп ҡуйҙыҡ. Тик... тиҙҙән ғаилә карабыбыҙ ҡомға терәлде, хистәр ҙә һүнгәндәй булды. Тормош беҙ уйлағандан күпкә ҡатмарлыраҡ булып сыҡты.

Айырылыштыҡ. Диплом алып, эшкә төштөм, тормошом һәүетемсә дауам итте, ҡыҙым да үҫте. Мөхәббәт тураһында уйланғаным да юҡ ине. Тик тиҙҙән күңелемде шундай ипле, йөҙгә йәмле генә ир яулап алды. Тәҡдименән баш тарта алманым. Тәүге иремә баш була алмай күпме йәшәнем. Ирекле булып йәшәүҙе өҫтөн күрҙе шул. Ҡасан теләй – шунда ҡайта. Ҡайҙа йөрөй, кем менән йөрөй? Күпме аҡса эшләй? Киләсәккә ниндәй пландар ҡора? Бармы пландары? Ул турала белмәнем. Билдәһеҙлек ялҡытҡайны.

Апайҙарымдың етеш, татыу, ныҡлы ғаиләләрен күреп, нисек шулай мөхәббәтле булып йәшәп була икән, тип ҡыҙығып ҡарай инем. Юбилей-туйҙарҙа еҙнәмдәр менән бар кеше алдында парлашып йөрөүҙәре – үҙе бер һоҡланғыс күренеш. Бына әле үҙем шул яңы кейәүем менән апайҙарыма тиңләштем. Пар күгәрсендәр кеүек гөр киләбеҙ ирем менән. Тик... кеше алдында ғына матур күренәбеҙ. Апайҙарым минең өсөн эй ҡыуана инде. Бына, исмаһам, бәхетеңде таптың, тиҙәр.

Ә ысынында беҙ кеше алдында ғына шулай матур, бәхетле күренәбеҙ. Беҙҙең арала бер ниндәй ҙә мөхәббәт юҡ. Ул миңә бары тик тормош юлдашы ғына. Уның тупаҫлығынан, ҡатылығынан йәнем өшөй, әйтер һүҙемде әйтә алмай ҡатып ҡалам.

Ысын һөйөүем тәүге иремә, йәшләй һөйгән йәремә булған икән. Быны әле, яңынан кейәүгә сыҡҡас ҡына, аңланым. Әммә беҙ ул һөйөүҙе юҡ-бар менән һүндергәнбеҙ, тормош ауырлыҡтары саф хистәребеҙҙе юҡҡа сығарған тиергә лә була. Тәүге йылдарҙағы ғаилә мәшәҡәттәре, юҡлыҡ уны ла, мине лә һындырған. Кәңәш менән ярҙамға килеүсе лә булмаған, беҙҙе бер кем дә ҡурсаламаған. Уның ата-әсәһе бигерәк тә шундай ваҡытта терәк булмаған.

Әле бик ҡыйын булып киткән саҡтарҙа уның менән йәш саҡта бергә үткәргән матур саҡтарҙы иҫкә төшөрөп алам. Шулай бер мәл таң ҡаршыланыҡ. "Мин һине шул тиклем яратам", тип әйткән һүҙҙәре әле лә ҡолаҡ төбөмдә яңғырап киткәндәй. Бына әле килеп, уның ни тиклем мөһим һүҙҙәр икәнен аңлап ултырам. Һаҡлай алмағанбыҙ мөхәббәтебеҙҙе..."

Венера.
И. районы. 

Фото: poembook.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: