Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
14 Май 2022, 22:00

"Әсәй, мине ирем ташлап китте..."

...Шул саҡта уҡ ҡоҙағыйҙың үҙен һауалы тотоуы күҙгә бәрелгәйне, әлбиттә. Ярай, әсәһе менән түгел, ә улы менән йәшәйәсәк бит ҡыҙыбыҙ, тигәйнек тә, ләкин ныҡ яңылыштыҡ...

"Әсәй, мине ирем ташлап китте..."
"Әсәй, мине ирем ташлап китте..."

"Бер көн ҡыҙым илап шылтыратты: "Әсәй, мине Сергей ташлап китте..." Көләкәс кенә, атлап түгел, ә орсоҡ шикелле өйөрөлөп кенә йөрөгән ҡыҙымдың бындай ҙа төшөнкө тауышын тәүгә ишеткәнгә, йөрәгем урынынан ҡупҡандай булды. Баш ҡалаға йыйынып сығыу өсөн 15 минут ваҡыт та етте ирем менән беҙгә.

...Ғаиләләге бер бөртөк ҡыҙыбыҙҙы ел-ямғыр тигеҙмәй, наҙға сорнап, иркәләп кенә үҫтерҙек атаһы менән. Шашып, осоноп киткәндер тип уйлаһағыҙ, яңылышаһығыҙ: бәләкәй сағынан сос, үҙаллы, үҙһүҙле (яҡшы маҡсатта), тырыш, сәмсел булды ул. Үҙенә бәләкәй һәм ҙур маҡсаттар ҙа ҡуя белде: тырышып мәктәпте тамамларға, төпкөл ҡаланан Өфөләге юғары уҡыу йортона уҡырға инергә, шунда төпләнергә, яратҡан кешеһенә кейәүгә сығырға. Буласаҡ иренә лә талаптары ҙур булғанлығын беләм. Ун йәш айырма менән тыуған ҡустыһына яҡшы апай, тәүге "тәрбиәсеһе" лә ҡыҙым булды. Етешһеҙлеге шул: көндәлек тормоштағы өй эштәрендә, ашарға әҙерләгәндә ҡыҙымды тотонманым, ул яғы ғына маҡтанырлыҡ түгел. Бар ваҡытын уҡыуға арнаған баланы нисек итеп башҡа маҡсатта тотонаһың инде?!

Бөтәбеҙҙең дә ҡыуанысына күрә, тырышлығы бушҡа булманы: Зиләбеҙ уҡыу осоронда олимпиадаларҙа һәр ваҡыт ҡатнашты, 1-2-се урындар яуланы, республика кимәленә лә сыҡҡаны булды һәм һөҙөмтәһе - БДИ-ны уңышлы тапшырып, 11-ҙе ҡыҙыл аттестатҡа тамамланы. Юғары уҡыу йортона инеп китеүе лә ҡыйынлыҡ тыуҙырманы. Унда ла иң алдынғы студент иҫәпләнде, биш йылдан юғары белемле белгес һөнәренә ярашлы эшкә лә урынлашты. Бына шулай барыһы ла үҙе теләгәнсә килеп сығып ҡына торҙо. Ике йыл эшләгәс, үҙе туплаған һәм беҙҙең ярҙам менән бер бүлмәле фатирҙы ипотекаға алырға йөрьәт итте. Артабанғы аҙымы - яҡшы егет табып, уға кейәүгә сығыу.

Уныһы ла оҙаҡламай тормошҡа ашты - юғары белемле, төшөмлө эштә йөрөгән, тыныс ҡына холоҡло егет осраны юлында. Кейәү егет беҙгә лә оҡшаны: ипле һүҙле, эсмәй-тартмай, изге күңелле. Уның икенсе милләттән булыуы ғына әҙерәк борсоуға һалды-һалыуын, тик ни хәл итмәк кәрәк, бер-береһен оҡшатҡандар икән, ризалыҡ бирергә, бәхет теләргә генә ҡала. Тағы шуныһы ла күңелде ҡырыңҡыраны: ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар үтенесе буйынса никах та, ҙурлап туй ҙа үткәрелмәне йәштәргә. Тик иң яҡын туғандарҙан һәм бер нисә дуҫ-иштәренән торған табын йыйылды, изге теләктәр еткерелде, бүләктәр тапшырылды. Шул ваҡытта уҡ ҡоҙағый булған ҡатындың үҙен һауалыраҡ тотоуы күҙгә бәрелде, әлбиттә. Ярай, әсәһе менән түгел, ә улы менән йәшәйәсәк бит ҡыҙыбыҙ, тип һөйләштек үҙ-ара, тик ныҡ яңылышҡан булып сыҡтыҡ.

Улы әсәһенең һүҙенән башҡа бер аҙым да яһамағаны тәүге көндәрҙән үк билдәле булды. Нимә ашарға, нисек кейенергә, кемгә нисек нимә әйтергә... Эш хаҡын да иң тәүҙә әсәһенә тоттороуы, уныһының йәштәргә аҡсаны үҙенсә бүлеп биреүе лә аңлашылмай ине. Үҙебеҙ, киреһенсә, яңы тормош ҡорған йәштәргә төрлөсә ярҙам итергә тырыштыҡ.

Әсәй булараҡ, баламды ялҡау, насар хужабикә тип һөйләмәһендәр тип ныҡ ҡурҡҡайным тәүҙә. Тик бушҡа ғына: башына төшкәс, ҡыҙым бар яҡтан да камиллашыуын дауам итте, интернеттан ҡарап, минән һорашып бешеренергә өйрәнде, йәшәгән ерҙәрен ҡотло, нурлы итергә тырышты. Ата-әсә өсөн иң мөһиме - йәштәрҙең икәү араһындағы татыулығы, бер һүҙле булыуы.

Ҡауышыуҙарына өс йыл үтеп китһә лә, ҡыҙым ауырға ҡала алманы. Ул арала төрлө дауаханаларҙа тикшерелеп, тейешле дауаһын да алды, имселәрҙән имләтте, һылатты - һөҙөмтәһеҙ. Сәбәбен үҙендә тапмай, кейәүҙе лә тикшереүгә йөрөтөргә маташты, тик уныһы риза булмаған. Шунда тәүәккәл аҙымға барған Зилә: кейәүҙе нисек ризалатҡандыр, сабыйлы булыр өсөн экоға сиратҡа торған былар. Әллә ошо сәбәпле, әллә икенсе нәмә уйлап, ҡоҙағый йәштәр араһына нығыраҡ һәм тупаҫыраҡ ҡыҫыла башлаған. Гел көтмәгәндә килеп инеп ниндәйҙер етешһеҙлек өсөн бәйләнһенме, юҡтан ғына тауыш сығарһынмы, улын айырып саҡырып алһынмы - килененә ҡаршы көрәш асҡан кеүек күренгән уның был ҡыланышы. Һүҙ "Һин улыма тиң түгел, ҡалдыр уны" тигәнерәк кәмһетеүгә тиклем барып еткән. Хәләленең һуңғы арала үҙгәргәнен, ҡырыҫланғанын тоймаһа, ҡайһы берҙә ҡайтмай тыуған йортонда ҡалыуҙары булмаһа, ҡәйнәһенең был битәр һүҙҙәренә иғтибар ҙа итмәҫ ине Зилә. Ә шулай ҙа, тамсы тама-тама ташты тишә тигәндәй, ҡәйнәһенең йыландай теле йәштәрҙең араһын көндән-көн һыуындырған, бер-береһенән биҙҙергән генә. Ә бер көн инде кейәү: "Әйҙә, айырым йәшәп ҡарайыҡ", - тип әйберҙәрен йыйып сығып киткән. Әйтәһе лә түгел, беҙҙеке һымаҡ бәхетле, ныҡлы ғаилә ҡорорға хыялланған, үҙенсә тырышҡан ҡыҙыбыҙ был хәлде ныҡ ауыр кисерҙе.

Ҡыҙым да, беҙ ҙә, бер аҙ тынысланыр ҙа ҡайтыр тип өмөтләнһәк тә, кейәүебеҙ кире әйләнмәне, уның Себергә эшкә сығып киткәнен ишеттек. Ул ғына түгел, шул яҡта үҙ милләтенән булған берәү менән йәшәй башлағанын да ҙур ҡыуаныс менән еткерҙеләр. Был шаңҡытҡыс хәбәрҙән ныҡ өҙгөләнде, һарыға һабышып ябыҡты Зиләбеҙ. Ул арала эко буйынса сираттары килеп еткән ине, тик бергә барыр кеше генә янында булманы. Шундай мөһим, яуаплы мәлдә генә ташлап киткән кешене кем атарға була һуң?!"

Яҡын танышымдың был хәсрәтле ваҡиғаны - ҡыҙының ҡыҙғаныс яҙмышын һөйләгәненә бер йылдай ваҡыт үткәс, Зиләнең тормошонда тағы ҙур яңылыҡтар булды. Юлында тағы берәүҙе осратып, уның менән яҙмышын бәйләп, бәхетен һынамаҡсы ул. Быныһы - үҙ милләтебеҙ кешеһе, тик ун йәшкә оло, ҡатын алып айырған. Әле Зилә яҡшы эшен ташлап, фатирын бикләп, егете йәшәгән күрше ҡалаға күсеп киткән. Ата-әсәһенең йөрәктәре һаман урынында түгелдер, тим - быныһы ниндәйерәк булып сығыр, ғәзиздәренең өмөттәрен, хыялдарын аяҡ аҫтына һалып тағы тапамаҫмы?..

"Балаларға тәүфиҡ, күркәм холоҡ, уңышлы сәләмәт тормош теләгәндә, ҡыҙҙарыбыҙға - ир бәхете, ә улдарыбыҙға ҡатын бәхете теләргә кәрәклеген дә аңланым", - ти хәҙер балаһының артабанғы яҙмышы өсөн борсолған ҡатын. Ҡоро һүҙҙәр кеүек булып яңғыраһа ла, әсәнең йөрәк түренән сыҡҡан иңрәү-үкенес ауаздары был. Ысынлап та, тормошта иң мөһим һәм төп урында, һау-сәләмәт булыуҙан ҡала, ғаилә бәхете торған һымаҡ. Килешәһегеҙме?..

Фото: thepretty.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: