Башҡортостан
-15 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

Алтмыш йылдың һәр көнөнә шатланып...

 Юбилярҙарҙы ҡотларға Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко ла килде

Алтмыш йылдың һәр көнөнә шатланып...
Алтмыш йылдың һәр көнөнә шатланып...

Люциә Таһир ҡыҙы менән Марат Ҡәюм улы Шәйкамаловтар бынан байтаҡ йылдар элек кеүек бөгөн дә 60 йыллыҡ тормош юбилейҙарын ЗАГС бүлегендә ҡаршы алды.   Юбилярҙарҙы ҡотларға Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко, Үрге Ҡыйғы ауыл советының ауыл биләмәһе башлығы Натик Шәмиев, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Людмила Лоҡманова, шулай уҡ балалары, ейәндәре, туғандары һәм дуҫтары йыйылды.

Марат Ҡәюм улы Ҡыйғы районының Почетлы гражданы, дәүләт власы органдарында ҡырҡ йылдан ашыу эшләгән, Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы исеменә лайыҡ.  Хәләл ефете Люциә Таһир ҡыҙы утыҙ йылдан ашыу Ҡыйғы үҙәк  район дауаханаһында хеҙмәт итә. Бергәләп ул һәм ҡыҙ үҫтерәләр. Хәҙер ғаиләләре тағы ишәйгән, биш ейәндәре һәм өс бүләләре бар.

Оҙайлы ғаилә тормошоноң серҙәре бик ябай һәм һәр кемгә аңлайышлы: бер-береңә хөрмәт, ярҙамсыллыҡ, ғәфү итә белеү. Алтмыш йыл буйына Шәйкамаловтар ғаилә усаҡтарын ел-ямғыр тейҙермәй һаҡлай,  тормошто яратып, һәр яңы тыуған көнгә шатланып йәшәй.   Башҡортостан Башлығы исеменән уларға ҡотлау адресы һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Тормош юбилярҙарына  оҙайлы, бәхетле ғүмер насип итһен!

Фото: Башҡортостан юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты.


Автор:Дина Арсланова
Читайте нас в