Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
21 Май 2022, 11:00

12 мөхәббәт тарихы

50 һәм 60 йыл ғүмер кисергән бәхетле парҙарға оҙон ғүмер, сәләмәтлек теләргә генә ҡала. Бына улар...  

12 мөхәббәт тарихы
12 мөхәббәт тарихы

Аҡыл эйәһенең ”Мөхәббәткә тоғролоҡ кешене бәхетле итә” тигән  һүҙҙәре тап уларға ҡарата әйтелгән кеүек. Яңауыл районы хакимиәте башлығы ҡулынан  республика етәксеһенең ҡотлау адресы һәм иҫтәлекле бүләктәрен алған тормош юбилярҙары бөгөн, әйтерһең дә,  бәхет тауына артылған.  Уларҙың тормошонда ғүмергә иҫтә ҡалырлыҡ гүзәл, һоҡланғыс көн – ярты быуат эсендә шатлыҡты ла, ҡайғыны ла бергә кисереп, хеҙмәт итеп, балалар үҫтереп, бер-береһе тураһында хәстәрлек күреп, һәр мәлде баһалап йәшәгән дәүергә йомғаҡ яһар ваҡыт еткән.

50 һәм 60 йыл ғүмер кисергән бәхетле парҙарға оҙон ғүмер, сәләмәтлек теләргә генә ҡала. Бына улар: Сәғиҙә һәм Әнфис Әхмәтйәновтар, Әлфинә һәм Фидарис Хәмиҙуллиндар, Светлана һәм Радик Ғәзизовтар, Зәмирә һәм Зөфәр Заһировтар, Мәүлиҙә һәм Ғәлийәзән Исламовтар, Зәнфирә һәм Данис  Дәүләтбаевтар, Зинира һәм Рәмил Бәҙретдиновтар, Нәфисә һәм Рәмил Әхмәтнуровтар, Гөлсимә Һәм Аркадий Иҙиәтуллиндар, Әҙибә һәм Рафаил Талиповтар, Вәзинә һәм Рәфил Шәңгәрәевтәр, Рәүилә һәм Адис Кәлимуллиндар. Уларҙың тоғролоғо, бер-береһенә һаҡсыл мөнәсәбәте йылдар һынауын үткән.

Тормош юбилярҙары замандаштары менән аралашты, дыуамал йәшлек йылдарын иҫкә төшөрҙө, һәүәҫкәрҙәрҙең күңелдән сыҡҡан  моңло йырҙарын тыңланы.

Фото: Башҡортостан Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: