Башҡортостан
-12 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
6 Июнь 2022, 09:00

"Илама, туй булмаясаҡ"

Иҫәрлеге менән ҡабаланып өйләнергә йөрөүе генә эште боҙоп ҡуймағайы! Ул саҡта затлы бүләктәрҙе лә, Таиландты ла ғүмерҙә күрә алмаҫһың...

"Илама, туй булмаясаҡ"
"Илама, туй булмаясаҡ"

Был икәүҙән дә бәхетлерәк кеше булмаҫ кеүек ине. Әммә ул үҙенән өлкән булһа ла, дәрәжәлерәк, матди яҡтан хәллерәк йәрҙе һайланы. Ун йылдан һуң барыһы ла урынына ултырҙы, тик ролдәр генә алмашынды...

...Зарема көҙгө эргәһенән китә алмай оҙаҡ ҡына өйрөлдө. Битендәге һөйкөмлөлөк билдәһе булған һипкелдәрен барланы, баҡтиһәң, улар нимә генә эшләтһәң дә, һис кәмемәй икән. Матур ҙур күҙҙәрен шаян итеп ҡыҫҡылап, көҙгөгә бармаҡ янаны. Күңеле күтәрелеп китте, юғиһә һуңғы көндәрҙә имтихандар, өс аҙнанан буласаҡ мөһим ваҡиғаға әҙерлек, нервы көсөргәнешлеге бер аҙ арытҡайны.

Никах көнөн дүрт йыл көттө ҡыҙ. Һөйгәне Рәшит менән университетта уҡығанда таныштылар. Ҡыҙҙар араһында ныҡ абруйлы, һәр компанияның үҙәгендә  булған үткер егетте нисек үҙенә ҡарата алыуын Зарема әлегәсә аңлата алмай. Эргәһендә әллә күпме һылыуҙар уралғанда ла, Рәшит уны һайланы.  Тыныс холоҡло,  матурлығы менән күҙгә артыҡ  бәрелмәгән, әммә осҡонло күҙҙәре, йылмайыу балҡыған йөҙө һәм  башҡаларҙы ғәжәпкә ҡалдырған бантиклы “балетка”лары менән  егетте тамам арбаны.

Һуңғы көндәрҙә Рәшиткә әллә ни булды. Уйсан, йыш ҡына онотолоп китә, иғтибарһыҙ.  Уны ла аңларға була, курста ул иң аҡыллыһы, иң матуры, диплом темаһы ла иң ҡатмарлыһы. Һәр хәлдә Зарема шулай уйлай. Ярай әле, диплом етәксеһе  Карина Әхтәмовна уға һис һүҙһеҙ ярҙам итергә теләк белдерҙе. “Моғайын, Рәшитте кафедрала ҡалдырырҙар, диссертация яҙырға юл асыласаҡ. Ҡалай һәйбәт буласаҡ”,– тип һөйгәне өсөн ысын күңелдән шатланды ҡыҙ.

Үҙен күктең етенсе ҡатында тойған бәхетле Зарема баш  өҫтөндә ҡуйырған болоттарҙы  ғына тойманы.  Рәшит һуңғы осорҙа төрлө һылтау табып, осрашыуҙарҙан  ҡасҡанда ла уны аҡларға тырышты. Мәктәптә бергә уҡыған, хәҙер университетты тамамлау алдында торған, йәшлек серҙәре уртаҡ булған Мөнир  ҙә осрашҡанда күҙҙәрен йәшерә, ҡарашы сәйер, әммә бер ни өндәшмәй. Моғайын, сит серҙе асырға, кеше бәхетен өркөтөргә теләмәгәндер.

Шкаф эсендә эленеп торған матур туй күлдәген һыйпап ҡарамаған көнө юҡ ҡыҙҙың, бәхетле көндө тиҙерәк яҡынайтҡы килә. Бөгөн Рәшиттең күтәренке  кәйефе уға ла күсте. “Әйҙә бөгөн киноға барайыҡ”, – тип ғәҙәттәгесә һөйгәненең  һалҡын күҙҙәренә өмөтләнеп  ҡараны. ”Ваҡыт юҡ бит әле, мине Карина... юҡ, Карина Әхтәмовна көтә, – тине ҡаушап ҡалған егет. – Бик ҡатмарлы өлөштө ҡараясаҡбыҙ, үҙемдең генә ҡулдан килмәҫ. Һин бар әйҙә, аҙаҡ шылтыратырмын”. 

Һөйөү утында янған, татлы һүҙҙәргә ышанған  Зарема тыңлаусан ғына башын һелкеп, ризалығын белдерҙе һәм бөгөн хужалыҡ мәшәҡәттәренең осона сығырға булды. Ә Рәшитте оло юл буйында Карина Әхтәмовнаның ҡиммәтле машинаһы көтөүен генә шәйләмәне.

Егеттең дә эсе бошмай, икеләнеүҙәр борсомай түгел, үҙен буласаҡ кәләше алдында ғәйепле тоя. Тик диплом етәксеһен күреү менән ул тойғоларҙың эҙе лә ҡалмай юҡҡа сыға. “Зарема менән һөйләшергә, аңлашырға кәрәк”, – тип бер нисә тапҡыр  ынтылһа ла, ҡурҡыу тойғоһо ирек бирмәй ҙә ҡуя. Ҡурсаҡ кеүек кейенгән, зауыҡлы, һылыу уҡытыусының иғтибары уны ярамһаҡланырға, сөсөләнергә мәжбүр итте. Көтөлмәгән ҡиммәтле бүләктәре менән күңелен аҙҙырҙы, хатта диплом яҡлағандан һуң Таиландҡа сәйәхәткә алып барырға вәғәҙәләне. Хыялдар тормошҡа аша, былай булғас! Тик бына иҫәрлеге менән ҡабаланып  өйләнергә йөрөүе генә эште боҙоп ҡуймағайы! Ул саҡта затлы бүләктәрҙе лә, Таиландты ла ғүмерҙә күрә алмаҫһың.

Ниһайәт, егет Каринаның затлы диванына ҡырын ятып, ҡулындағы ҡиммәтле бүләк – сәғәтте әйләндереп ҡарай-ҡарай, Заремаға шылтыратырға булды. “Ҡайғырма, илама, туй булмаясаҡ. Һинең  теләк һәм хыялдарың минең өсөн бик ябай, ә миңә үҫергә кәрәк, – тип һүҙҙе ҡаты тотто ул.– Мин ғалим булырға теләйем, ә һинән ярҙамсы сыҡмаясаҡ”, –тип телефонын  тиҙерәк һүндерә һалды. Тик үҙен сәйерһенеп тыңлап торған Карина Әхтәмовнаның баш сайҡағанын ғына күрмәй ҡалды.

...Ҙур күркәм йорт алдында ишек асылғанын көткән курьерҙың бер ҡулында – ал рауза сәскәләре, икенсеһендә алтын алҡалар ятҡан бәләкәй генә ҡыҙыл ҡап. Йорт ишеге асылыу менән бала-сағаның күңелле тауыштары  ишетелде. Мыҡты кәүҙәле йорт хужаһы күренеү менән эске яҡтан хужабикәнең: “Мөнир, кем килде?”– тигән яңғырауыҡлы тауышы ҡолаҡҡа салынды.  

Был тауышты бер кемдеке менән дә бутарлыҡ түгел, үтә таныш. Ир ашыҡмай ғына ҡағыҙға ҡултамғаһын ҡуйып, ҡатынына ҡысҡырҙы: “Хәҙер һине ҡотлаясаҡбыҙ, профессоршам! Балаларҙы тынысландыр, беҙ был көндө иртәнән алып түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ бит, йәнем!”

Бына шулай осрашты бәхетле әсә, ғилем эйәһе һәм хәҙер инде бер кемгә лә кәрәге ҡалмаған, ҡулындағы ҡиммәтле сәғәте генә бәғерһеҙ хыянаттың иҫтәлеге булып ялпылдаған, осраҡлы эштәр менән йыуанған курьер...

Фото: Su.Tula.su

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас в