Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
5 Июль 2022, 22:00

"Ауылда ғына үҙемде ысын хужа итеп тоям"

“Ғаиләм – ҡәлғәм” конкурсында - Асҡын районының Упҡанкүл ауылынан күп балалы Әлмира һәм Вәлинур Мәһәҙиевтәр.

"Ауылда ғына үҙемде ысын хужа итеп тоям"
"Ауылда ғына үҙемде ысын хужа итеп тоям"

– Мин ҡалала йәшәй торған кеше түгел. Әлбиттә, шау-гөр килеп торған, бөтә уңайлыҡтары, театрҙары, музей һәм башҡа иҫтәлекле урындары булған ҡала һәр ваҡыт үҙенә тарта, әммә йәшәү өсөн ауыл хәҙер уңайлы, шуға күрә ҡатыным Әлмира менән тыуып үҫкән Упҡанкүлде һайланыҡ, – ти Асҡындан танышыбыҙ, крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Вәлинур Мәһәҙиев. – Районда малсылыҡты үҫтереү өсөн шарттар уңайлы, көтөүлеге лә, бесәнлеге лә етерлек. Ауылдың иркенлеген, саф һауаһын яратам, мин бары ошонда үҙемде ысын хужа итеп тоям...

Күп балалы ғаиләне хужалыҡ мәшәҡәттәре ҡурҡытмай ҙа, ялҡытмай ҙа. Әлмира әле декрет ялында, төпсөктәренә ике генә йәш. Рәмил балалар баҡсаһына йөрөй, Веленаға – туғыҙ, Алинаға 11 йәш. Улар ҙа үҙҙәренә ҙур иғтибар талап итә. Ауылда туғыҙ йыллыҡ мәктәп, балалар баҡсаһы бар. Вәлинур Рафиҡ улы фермерлыҡҡа тотонғанға тиклем төрлө һөнәрҙәрҙә үҙен һынап ҡараған – ашнаҡсы, водитель, мәктәптә хеҙмәт уҡытыусыһы... Тик күңеле ергә тартылғанын, фермерлыҡ эшенә тотоноуын һиҙмәй ҙә ҡалған.

“Эште алты һыйырҙан башланыҡ, Баймаҡҡа барып, “герефорд” тоҡомло, сифатлы ит биреүсе малҡайҙарҙы алып ҡайттыҡ. Быҙауҙарҙы 1,5-1,7 йыл тирәһе тәрбиәләгәс, ит итеп һатабыҙ. Илле гектар сәсеүлек, ун гектар пай еребеҙ, 35 гектар майҙанда көтөүлек бар. Былтыр "МТЗ-82" тракторы һатып алдыҡ. Бесән әҙерләү, ер эшкәртеү, сәсеү өсөн бөтә техникабыҙ әҙер, барыһын да үҙем ремонтлайым”, – ти хужалыҡ  етәксеһе.

Мәһәҙиевтәр ата-әсәләренең иҫке өйө нигеҙендә яңы йорт һалып сыҡҡан. Йәшәү шарттары ҡаланыҡынан һис кәм түгел, газ да, һыу ҙа өйгә ингән. “2015 йылда ауылда йәшәгән йәш ғаилә булараҡ федераль программа буйынса субсидия алып һөйөндөк. Бик яҡшы дәүләт ярҙамы булды, аҡсаны кире ҡайтарырға кәрәкмәй. Әсәлек капиталын да тотоноп, иркен йорт һалып индек”, – ти Вәлинур Рафиҡ улы.

Фермер быйыл арпа, арыш, һолонан яҡшы уңыш алырға самалай. Өҫтәүенә умартасылыҡ менән етди шөғөлләнергә уйы бар. Хужалыҡта хәҙер 15 баш йылҡы, 45 һыйыр малы аҫрала. Көтөүлек ике саҡрым алыҫлыҡта ята. “Беҙҙә бесәнлеккә ҡытлыҡ юҡ, быйыл айырыуса үлән мул. Бер һүҙ менән әйткәндә, ауылда йәшәп тә, табыш алып та була, бары ҡыйыуыраҡ булырға, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаҫҡа кәрәк. Һуңғы осорҙа дәүләт, район хакимәте яғынан эшҡыуарҙарға ярҙам да нығыраҡ һиҙелә, хуплап, кәңәштәре менән дәртләндереп тә ебәрһәләр, күңел күтәрелергә генә тора”, – ти крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Вәлинур Мәһәҙиев.

Аяҙ көндәр, имен таңдар теләп, эшһөйәр ғаиләнең балаларҙың күңелле тауыштары тынмаған ырыҫлы йорто менән хушлашабыҙ. Хеҙмәтегеҙ ҡыуаныстар ғына килтерһен, Мәһәҙиевтәр!

Резеда Шәңгәрәева фотоһы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас в