Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
5 Июль 2022, 23:00

Йөрәгем

Тәнзилә Дәүләтбирҙина Беҙ икебеҙ генә белдек серҙе.Беҙ икебеҙ генә һөйөндөк...

Йөрәгем
Йөрәгем

Йөрәккәйем һеңде күкрәгеңә,
Ҡосағыңа мине алғанда.
Күҙ нурҙарым күҙҙәреңдә батты...
Күрмәнеләр быны ҡалғандар.
Беҙ икебеҙ генә белдек серҙе.
Беҙ икебеҙ генә һөйөндөк.
Беҙ икебеҙ генә, баш юғалтып,
Бер беребеҙҙе һөйҙөк, һөйөлдөк.
Беректеләр инде йәндәребеҙ -
Беҙҙән алда улар ҡауышты.
Ҡанатланып китәм, телефондан
Ишетһәм дә наҙлы тауышты.
Йөрәгемде һинән кире алмам,
Күҙ нурым да ҡалһын күҙеңдә.
Саф хис ҡуна бары йомарт йәнгә,
Ә ҡауыша бары түҙемдәр.

Фото: https://vk.com/id132697015

 

Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас: