Мөхәббәт баҡсаһы
3 Август 2022, 05:30

Етенсе бәпес ҡайтты!

"Айыҡ ауыл-2021" республика конкурсының финал сараһына килгәндә, Суфияновтар иҫ киткес матур яңылыҡ менән шатландырғайны. Асыҡланыуынса...

Етенсе бәпес ҡайтты!Етенсе бәпес ҡайтты!
Етенсе бәпес ҡайтты!

Асҡын районының Солтанбәк ауылында йәшәгән Ләйсән һәм Данис Суфияновтар ғаиләһен күптәргә өлгө итеп ҡуйырлыҡ.  Улар хаҡында  беҙҙең гәзит биттәрендә әлә яҙып сыҡҡайныҡ.

Суфияновтар  балалар  тәрбиәләй, гөрләтеп донъя көтә, эшләргә һәм йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашырға өлгөрә. Унан тыш, уларҙы дәрт-дарманлы, ижади йәһәттән дә һәләтле ғаилә итеп беләләр. Мәҫәлән, ҡышын улар "Ныҡ бул! Бирешмә!" тип аталған социаль ролик төшөрөп, күптәрҙе хайран ҡалдырғайны.

Унан тыш, Асҡын районының Солтанбәк ауылы вәкилдәре "Айыҡ ауыл-2021" республика конкурсында әүҙем ҡатнашты һәм еңеүселәр рәтенә инде.  Конкурс сиктәрендә үткәрелгән барлыҡ сараларҙың уртаһында  Суфияновтар булды, улар ауылдарын республика кимәлендә лайыҡлы яҡтыртыуға өлгәште.  Әйткәндәй,  Данис Суфиянов –  урындағы имам, "Атайҙар мәктәбе" етәксеһе лә.

"Айыҡ ауыл-2021" республика конкурсының финал сараһына килгәндә, Суфияновтар иҫ киткес матур яңылыҡ менән шатландырҙы - улар етенсе сабыйын көтә икән!  Ә күптән түгел был шатлыҡлы көн тыуғаны мәғлүм булды – Ләйсән Суфиянова шәхси сәхифәһендә ошо хаҡта яңылыҡ ҡуйған.

Күп балалы, сәләмәт тормош алып барған, көслө рухлы, илһөйәр, телһөйәр, иманлы ғаиләне был матур ваҡиға менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Бәпескә оҙон ғүмер, бәхет теләйбеҙ! Ғаиләгеҙ имен булһын! Артабан да уңыштар!

Фото һәм видео Суфияновтарҙың шәхси архивынан. 

 

 

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас