

Республика райондарының береһендә йәшәгән Ләйсән үҙенең күңел ғазаптары хаҡында яҙып ебәргән. Уның хатына күҙ һалайыҡ:
“Ирем менән бер-беребеҙҙе күптән беләбеҙ – мәктәптән һуң дуҫлашып киттек, унан мөхәббәт уты тоҡанды. Икебеҙ ике юғары уҡыу йортонда белем алдыҡ, диплом алғас, матур итеп туй үткәрҙек, донъя көтә башланыҡ. Әйтергә кәрәк, ике яҡтан да ата-әсәйҙәр беҙҙең өсөн өлтөрәп тора, һәр яҡтан ярҙам итәләр. Быйыл никахыбыҙға биш йыл тулды, өс йәшлек улыбыҙ үҫә.
Бына шулай, бер борсолоу белмәй йәшәп ятҡанда, аяҙ көндө йәшен һуҡҡандай булды: тыуған көнөмдә иремдең ситтә балаһы барлығын хәбәр иттеләр. Дөрөҫөрәге, социаль селтәрҙә билдәһеҙ кешенән хат килде, унда матур ғына сабыйҙың фотоһүрәте лә беркетелгәйне. Байрам боҙолдо тип әйтеү генә аҙ булыр – мин баҙап ҡалдым, ҡунаҡтар ҡайғыһы китте, һығылып төшмәҫ өсөн үҙемде тоторға тырыштым. Иң ауыры ирем менән һөйләшеү булғандыр – ул минуттарҙа мин уны өҙгөсләп ташларға әҙер инем.
Эш шунда – ирем вахта ысулы менән эшләй. Ҡайһы саҡта бер-ике ай ситтә йөрөргә тура килә. Аҡсаһына ҡыҙығып, ул курсташтары саҡырған ҙур ойошмаға, яҡшы вазифаға эшкә урынлашты, әммә мин алыҫ тарафҡа күсеп китеүҙән баш тарттым – бала бәләкәй, бында атай-әсәй, туғандар, күнегелгән тормош... Ҡыҫҡаһы, ул вахта тормошон һайланы. Бына хәҙер килеп иһә уның эштән тыш, ситтә яңы мөнәсәбәттәр ҡороуы ла асыҡланды.
...Тыуған көндән һуң өйҙә яу ҡупты. Мин ныҡ баҫым яһағас, ул шуны һөйләне: баҡһаң, эшләгән ерендә үҙенән бер нисә йәшкә өлкәнерәк яңғыҙ ҡатын менән танышҡан, буш ваҡытты бергә үткәргәндәр. Теге ҡатын ауырға ҡалған һәм ҡыҙ бала тапҡан. Ирем, йәнәһе, уға өйләнгән булыуын, ғаиләһен бер ваҡытта ла ташламаясағын әйткән, тик теге ҡатын уға тынғылыҡ бирмәй, имеш. Уйлап ҡарағыҙ – ни тиклем ваҡыт мин һуҡыр сысҡан ише йәшәгәнмен! Танау төбөндә ниндәй хәлдәр барғанын тоймағанмын. Алйот! Иргә иҫең китеп ышанһаң, бына шулай ҙа була икән.
Ирем алдымда илап, тубыҡланып ғәфү үтенде, был осраҡлы бәйләнеш, ҙур хата, һинән башҡа йәшәй алмайым, тип ант итте. Хәҙер иһә миңә барыбер – күңелемдә бушлыҡ, иремде күрәһем дә, ишетәһем дә килмәй. Ә теге ҡатын һаман тынысланмағаны, иремде эҙәрлекләгәне көн кеүек асыҡ: юҡһа, ул минең шәхси сәхифәмде табып, тыуған көнөмдә хат яҙып ятмаҫ ине.
Икенсе яҡтан, иремә тиҙҙән тағы шул тарафҡа, вахтаға юлланырға кәрәк. “Эшеңдән сыҡ, башҡа урынға күс!”, - тип талап итһәм дә, аҡылым менән был хәлдең беҙҙе ниндәй көрсөккә терәйәсәген аңлайым. Мин декрет ялында, ипотекаға яңы йортта фатир һатып алдыҡ, машинаға ла кредит түләйбеҙ. Эштән китеп, яңыһын тапҡансы, беҙ матди көрсөккә терәләсәкбеҙ.
Быларына ла төкөрөп, атай-әсәй янына ҡайтып китер инем, намыҫ борсой: улар яҡшы урында эшләгән хөрмәтле кешеләр, йөҙҙәренә ҡыҙыллыҡ килтерергә оялам, икенсе яҡтан, улар кейәүҙәренең бындай ҡылығын күҙ алдына ла килтерә алмай. Ҡаты холоҡло атайым белеп ҡалһа, уны нимә эшләтер – хатта уйлауы ла ҡурҡыныс.
Аптырап, төндәрен йоҡлай алмай башлағас, ҡәйнәмә барҙым. Уға ауыҙымды асып, улының “мажаралары” тураһында һөйләй алмай бер булдым. Хәлдең айышын аңлатҡас, ҡәйнәмдең ҡан баҫымы күтәрелде, ныҡ көйөп китте. “Айырылышам, башҡа хәл юҡ. Унда бала үҫеп килә, барыбер эшкә барған һайын ул ҡатын тынғы бирмәйәсәк”, – тигәс, ҡәйнәм бер аҙ сабыр итергә, ҡыҙыуында һуҡмаҫҡа өгөтләй башланы. Уға, әлбиттә, улы ҡәҙерле, зыян килмәһен тиҙер инде.
Әле үҙемде бик насар хис итәм, өйҙә оҙаҡ тора алмайым, әйтерһең дә һауа етмәй. Нимә эшләргә лә белмәйем. Бер яҡтан, бындай мөнәсәбәттәргә ғүмеремде сарыф итергә теләмәйем, икенсенән, ирем яҡшы атай, һәйбәт кеше. Баланы һәр ваҡыт уға ышанып тапшыра алам. Аҡса эшләй, ҡомһоҙ түгел, эсмәй, тартмай. Мин уны һаман яратам да. Уға аҡланырға мөмкинлек бирергәме? Тормошто өр-яңынан башларғамы? Ләкин хәҙер уға бөтөнләй ышана алмайым, һәр һүҙе, ҡылығы ялған, үҙе лә бысраҡ кеүек. Буталдым, ярҙам итегеҙ, ни генә эшләргә? Был хәлдән нисек лайыҡлы сығырға?”
Бәлки, арағыҙҙа оҡшаш хәлгә ҡалғандар барҙыр? Хөрмәтле дуҫтар, Ләйсәнгә әйтер һүҙҙәрегеҙ булһа, комментарийҙар көтәбеҙ.
Фото: media.foma.ru