Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
9 Август 2022, 19:00

“Иреңде биҙҙергең килһә, күршең менән сағыштыр...”

Ир-ат күп нимәгә күҙен йома ала, мәҫәлән, ҡатындың һәпрәлегенә, һимереүенә, хужалыҡ эштәрен белмәүенә. Әммә...

“Иреңде биҙҙергең килһә, күршең менән сағыштыр...”
“Иреңде биҙҙергең килһә, күршең менән сағыштыр...”

Вәсилә апайымдың тура һүҙлелеген, ҡатылығын, кеше хәтерен уйлап, әйтер хәбәрен урап-суратып тормауын яҡшы беләбеҙ. Шулай ҙа уҡ кеүек ҡаҙалған төртмәле һүҙҙәрен һәр саҡ ҡабул итеп, өнһөҙ генә тыңлап үткәреп ебәрге лә килмәй. Ярай әле, алыҫтараҡ йәшәй, һирәгерәк ҡайта, шуныһына шөкөр, тип уйлап та ҡуям. Был юлы бер аҙна ҡунаҡ булмаҡсы, ниндәйҙер эштәренең осона сыҡмаҡсы.

Кискеһен әхирәтем Наилә килгәс, өсәүләп табын ҡороп, рәхәтләнеп әңгәмә ҡорҙоҡ. Апайым да яҙылып китте, үткәндәрҙе иҫкә алып, көлөшөп тә, яманһыулап та алдыҡ. Ул әхирәтемдең тормош иптәше Илгиз менән айырылышырға йыйыныуын белеп бик бошондо. Һис кенә лә уйламағайным апайымдың шулай  кеше хәленә инә, бошона белеүен.

“Эй, хәҙер донъя көтөрлөк, ҡәҙереңде белерлек йүнле ир-егет бармы ни? Килешә алманылар, Наилә теҙгенде тоторға тырышып ҡараны ла бит, Илгиз баш бирмәне...” – тип әйтеүем булды, Вәсилә апайым ут тоҡанған ҡоро сыралай сырт-сырт килә башланы. Тәүҙә Илгиздең һәйбәт яҡтарын барланы, Наиләгә лә ҡаты ҡағылманы. “Туғаным, һиңә лә тормошҡа сығырға, балалар үҫтерергә ваҡыт еткән, бер ниндәй тәжрибәң булмайынса әхирәтеңә биргән кәңәштәрең һис кенә лә оҡшаманы. Моғайын, һин дә миллионлаған ҡатын-ҡыҙ кеүек “әгәр миңә тиң булырлыҡ, бар яҡтан килгән егет осраһа, иң бәхетле ҡатын булыр инем”, тип уйлайһыңдыр (тап өҫтөнә баҫты!). Тик шундай ир-егетте осратҡас, аңғармаҫтан  бер-бер артлы хаталар яһауын үҙҙәре лә белмәй ҡала ҡатын-ҡыҙ”, - тип көрһөндө.

– Нимә булһа ла, шул ҡатындар ғәйепле инде... – тип ауыҙ эсенән генә мығырҙаным.

– Аңла шуны, һылыу, ир-аттың һәр аҙымын, ҡайҙа баҫҡанын ҡарауыллап, иркен сикләргә, тимер ҡоршауҙа тоторға тырышыу яҡшылыҡҡа килтермәйәсәк. Илгиздең эшлекле ир булыуын, төрлө мауығыуҙарын беләм. Элек иң шәп саңғысыларҙың береһе булды, балалар менән күнекмәләр үткәрә торғайны. Ә лайыҡлы, уңыш артынан ҡыуған ир-аттың йәшәү рәүеше өйләнгәнгә тиклем үк формалашып өлгөрә, уны  ватып-емереүҙән бер кемгә лә файҙа юҡ. Эргәһендә уның һәр аҙымын сикләргә, контролләргә йыйынған ҡатын оҙаҡламай йәненә тейә башлаясаҡ.

Икенсенән, көн һайын ирҙе игәп, дәғүә белдереүҙән туҡтамайһығыҙ икән, һеҙ лайыҡлы тип иҫәпләгән ир нигеҙһеҙ “һөжүм итеүҙәрҙе” ҡабул итмәйәсәк, һәр ваҡ-төйәккә бәйләнгән, сүптән сүмәлә яһаған ҡатындан биҙрәп ташлап китәсәк. Наиләнең Илгизде күрше ир-ат менән сағыштырырға тырышып, уларҙың ниндәй шәп, яҡшы хужа булыуын маҡтап, “ана Әхмәттән өлгө ал, ниндәй машина алған”, йә булмаһа, “Әүхәҙиҙән дә иғтибарлы ир юҡ, ҡатынын ҡурсаҡтай кейендерә”  тип үртәргә, асыуына тейергә тырышыуы ғаилә өсөн – һәләкәт! Һин бит иреңде күптәр араһынан үҙең һайлап алғанһың, сағыштырырға һуң инде.

– Бәлки, башҡалар менән сағыштырыу һөҙөмтәһендә ирҙең күҙҙәре асылыр, “улар булдырғанды мин дә булдырам” тип дәртләнер, ҙурыраҡ эшкә тотонор? Наилә бит уны кәмһетергә теләмәне, киреһенсә, күршеләренән дә яҡшыраҡ, булдыҡлыраҡ булыуын белгәнгә күрә өлгө алырға саҡырҙы... – тип һаман әхирәтемде яҡларға тырышам.

– Кеше араһында ир абруйын төшөрөргә тырышыу, туғандар, дуҫ-иш, хеҙмәттәштәр араһында булһынмы, яҡшылыҡҡа килтермәйәсәк. Үҙен хөрмәт иткән ир быға түҙмәйәсәк һәм һин яңғыҙ ҡаласаҡһың тигән һүҙ. Һөйөүе, хәстәрлеге, яҡлауы, хөрмәте, уңыштары өсөн ҡатынынан рәхмәт, йылы һүҙ ишетмәгән ир, иртәме-һуңмы, ҡатынына тартылыуҙан, уны алиһәһе итеп күреүҙән туҡтай. Ир-ат күп нимәгә күҙен йома ала, мәҫәлән, ҡатындың һәпрәлегенә, һимереүенә, хужалыҡ эштәрен белмәүенә. Әммә ул ҡатынына үҙенең кәрәкһеҙ сепрәктәй буш  урын булыуына күҙ йоммаясаҡ, ғаиләһенә, балаларына, туғандарына кәрәк булыуын тойоу ирҙәрҙе йәшәтә, быныһы – ир-аттың тәбиғи талабы.

Һәр нәмәгә талапсан, үҙ ҡарашы булған апайым менән тыштан белдермәһәм дә, эстән килештем. Тик әхирәтем минең менән килешерме – быныһы айырыуса етди мәсьәлә...

Фото:anews.com

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: