Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
23 Август 2022, 10:00

Атлы экипажға ултырып... ЗАГС-ҡа!

Бәхетле булһын йәштәр!

Атлы экипажға ултырып... ЗАГС-ҡа!
Атлы экипажға ултырып... ЗАГС-ҡа!

Беҙ бындай атлы экипаждарҙы, йәғни кареталарҙы,  фильмдарҙа ғына  күрәбеҙ.  Ә бына никахлашыусы йәштәр – Никита һәм Эвелина  бөтә ҡунаҡтарҙы һәм Белорет халҡын хайран итеп, район һәм ҡала ЗАГС-ына  ат егеп килгән! 

Һәр туй үҙенсә ҡыҙыҡлы, төрлө сюрприздарға бай булыуы менән иҫтә ҡала.  Йәштәр был йәһәттән ҙур фантазиялы. Улар ҙа ҡунаҡтарға күңелле байрам ойошторорға теләгәндәрҙер, моғайын. ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре кейәү менән кәләште күркәм ваҡиға менән ҡотлап, уларға никах тураһында таныҡлыҡ, Башҡортостан Башлығы исеменән ҡотлау адресы тапшырҙы. Иң йылы теләктәр, йөрәктән сыҡҡан ҡотлау һүҙҙәре әйтелде. Бәхетле булһын йәштәр!

Фото: Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: