Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
24 Август 2022, 09:00

“Исемде оҙаҡ һайлай торғас, таптым!”

Игеҙәк малайҙарҙың исемдәре ысынлап та матур, ҡолаҡҡа ла, күңелгә лә ятышлы. Мусиндарҙың берҙәм ғаиләһенә һаулыҡ, бәхет именлек теләйбеҙ!

“Исемде оҙаҡ һайлай торғас, таптым!”
“Исемде оҙаҡ һайлай торғас, таптым!”

Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре Гөлсиә һәм Илфат Мусиндар ғаиләһен икеләтә шатлыҡлы ваҡиға менән ҡотланы. Бындай күңелле, иҫтәлекле байрам көн дә булып тормай шул,  ә игеҙәктәр тыуыуы һирәктәр өлөшөнә төшкән көмөш.

25 июлдә 3260 һәм 3270 грамм ауырлығында Айбулат һәм Шайморат улдарының донъяға килеүен ата-әсә көтөп алды. “Шулай ҙа беҙ  игеҙәк сабыйҙарыбыҙҙың береһе ҡыҙ булыуына өмөтләнгәйнек, ни өсөн тигәндә ғаиләбеҙҙә ике ҡыҙ һәм ике малай үҫә – Айзилә, Нурсилә һәм Нурсолтан, Тамерлан.  Игеҙәктәргә исемде оҙаҡ эҙләнек, уйлай торғас, таптым – Айбулат һәм Шайморат тигән исемдәргә туҡталдыҡ”,– ти Илфат Ғәлимйән улы.  Малайҙарҙың исемдәре ысынлап та матур, ҡолаҡҡа ла, күңелгә лә ятышлы. Мусиндарҙың берҙәм ғаиләһенә һаулыҡ, бәхет именлек теләйбеҙ!


Фото: Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: