Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
29 Август 2022, 13:00

Бер меңенсе сабыйға танытма тапшырылды

Ғүмерҙең бындай иҫтәлекле мәлдәре күңелдә онотолмаҫ эҙҙәр ҡалдыра.

Бер меңенсе сабыйға танытма тапшырылды
Бер меңенсе сабыйға танытма тапшырылды

Көтөп алған сабыйҙың имен-аман донъяға килеүе ата-әсә өсөн әйтеп бөтөргөһөҙ шатлыҡ һәм бәхет. Ғүмерҙең бындай иҫтәлекле мәлдәре күңелдә онотолмаҫ эҙҙәр ҡалдыра.

Нефтекамала йәшәгән Наталья һәм Артур Әхмәҙишиндар ғаиләһе лә яңыраҡ мөһим, бәхетле ваҡиға кисерҙе. Бәләкәс Давид ғаиләлә өсөнсө бала булып донъяға килде, хәҙер Әхмәҙишиндар күп балалы ғаилә статусына эйә.

Уларҙың улы меңенсе  сабый булып теркәлде. Ата-әсә быны мөғжизә һәм бәхетле билдә итеп ҡабул итте. Нефтекама ҡалаһы ЗАГС-ының белгес-эксперты Р. Сәлихова ата-әсәгә сабыйҙың тәүге документын – тыуыу тураһында таныҡлыҡты тапшырып, ғаиләгә иң яҡшы теләктәрен белдерҙе.

Бәләкәй Давидтың иҫән-һау буй еткереп, ата-әсәһенә терәк булып йәшәүен теләйбеҙ!  

Фото: Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: