Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
31 Август 2022, 12:00

Ҡайтыу

Булған хәл Фәиз битараф ҡына юлды күҙәтә. “Толбазы” тигән яҙыуҙы күргәс, төшөндө: уны тыуған ауылына, йә  Мәләүезгә оҙаталар. Ҡыҙыҡ, Мәләүезгә булһа, кемгә? Тәүге ҡатыны Зифағамы икән?..

Ҡайтыу
Ҡайтыу

 

Иҫкереп бөткән “Волга” тип-тигеҙ юлдан ыңғыраша-ыңғыраша көньяҡ йүнәлештә китеп бара. Салонда водителдән тыш тағы ла ике пассажир бар. 60 йәштәрҙәге хәрәкәтһеҙ ир һәм эргәһендә уны тотоп ултырған 30 йәштәрҙәге егет. Хәрәкәтһеҙ ир тигәнебеҙ – Фәиз – үҙен ҡайҙа һәм ни өсөн алып китеп барғандарын белмәй. Хәйер, уға һөйләһәң дә аңламаҫ, һораһаң да яуап бирә алмаҫ ине. Фәиз йылдан артыҡ инде фалиж менән интегә. Гөрләтеп, матур итеп эшләп йөрөгән сағында һуҡты уны был сир.

Фәиз битараф ҡына юлды күҙәтә. “Толбазы” тигән яҙыуҙы күргәс, төшөндө: уны тыуған ауылына, йә  Мәләүезгә оҙаталар. Ҡыҙыҡ, Мәләүезгә булһа, кемгә? Тәүге ҡатыны Зифағамы икән?

 Эйе, ул эшләп йөрөй ине. Һәйбәт кенә карьера яһаны, маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды, аҙаҡ – Өфөгә саҡырып алдылар. Вазифаһы буйынса яуаплыраҡ эш ҡуштылар. Улы менән ҡыҙы, ҡатыны  Мәләүездә ҡалды. Аҙаҡ бер йәш ҡатынға эйәләшеп алғас, ҡатыным Өфөнө яратмай, ҙур ҡалалар уның өсөн түгел, тип айырып та ҡуйҙы.

Никах уҡытып, түшәк яңыртып алғас, эштәр тағы ла ырамлыраҡ барған һымаҡ була башланы. Бар ғаләмде аптыратып ҡыҙы тыуҙы. Ҙур ғына фатир биргәйнеләр. Бер рәхәткә өйрәнгәс, етәме һуң инде? Ике ҡатлы өйөн дә төҙөргә тура килде. Байтаҡ көс һалынды. Ярҙам да иттеләр, үҙе лә тырышты. Тәүге киҫәтеү эш урынында булды. Ҡапыл ҡан баҫымы күтәрелеп, кәңәшмә ваҡытында иҫһеҙ булып йығылды. Байтаҡ ҡына дауаланып сығырға, һаулығын нығытырға тура килде.

Таныш табип, ярай, Фәиз Нурович, әлегә теге шыр һөйәкле тотҡан салғы эргәгеҙҙән генә үтеп киткән, һәр ваҡыт мәрхәмәтлек булмаясаҡ, үҙегеҙҙе ҡарағыҙ, тип киҫәтеп ҡуйҙы.

Спорт менән шөғөлләнеп, туҡланыуҙы көйләп, күберәк йәйәү йөрөп, үҙен алдаштырып ҡарағайны, килеп сыҡманы. Өлгөрмәйем, ваҡыт етмәй, тигән һылтау менән ҡәҙимгесә йәшәү рәүешен дауам итте.

Ярты йыл  да үтмәне, икенсе киҫәтеү һуҡты. Уң яғы тамам хәрәкәтһеҙ ҡалды. Таныш табип дауаханаға килтереп һалғас, эх, һеҙ мине тәки тыңламағанһығыҙ икән, тип кенә ҡуйҙы.

“Волга” ыңғыраша-ыңғыраша Фәиздең тыуған ауылына боролошто  үтеп китте. Тимәк, Мәләүезгә. Ҡыҙыҡ, ҡатыны, балалары нисек ҡабул итер икән? Йәш ҡатыны бар мөлкәтен тәүге тапҡыр дауаханаға эләгеп, хәл өҫтөндә ятҡанда тын алырға ла бирмәй үҙенә яҙҙырып алғайны. Хәйер, Фәиз үҙе ҡаршылашманы ла. Өйөндә булмаһа, фатирында ҡалырына өмөт бағлай түгел, ныҡлы ышана ине. Юҡ, текә, һауалы тәкәбберлеге  йөҙөнә сыҡҡан ҡатын ике тапҡыр дауаханала ятҡан сағында бер тапҡыр ҙа килеп хәл дә белмәне. Ярай, рәхмәт, әле бына машина тапҡан. Фәиз үҙен тотоп ултырған егетте иғтибарлап ҡараны. Кем икәнлеген һорағыһы, ни өсөн, ҡайҙа алып китеп барғанын белгеһе килә, ләкин тел генәһе әйләнмәй. Хатта һыуһағайны, бына шулай ғүмер буйы эшләйһең, тапҡан малың кемгәлер ҡала, ә үҙеңде тоҡ тултырылған картуф һымаҡ ҡайҙалыр алып китеп баралар. Ҡайҙалыр, тип... Барыр урыны билдәле инде.

Машина ҡалаға инде, эргәләге егет машинаны Фәиздең элекке фатирының подъезы алдында туҡтатты.  Иң тәүҙә багажниктан ыҡсым ғына инвалид коляскаһы һөйрәп сығарҙы һәм, дорогой, кил әле бында, тип Фәизде коляскаға ултыртты. Шунан һуң бер аҙ уйлап торҙо ла, домофонға килеп, Фәиздең фатирын йыйҙы. Мин менә алмайым, һеҙгә Өфөнән посылка бар, төшөп алығыҙ әле, тине һәм тиҙ генә “Волга”ға инеп ултырып, китеп тә барҙы.

Биш-алты минут үткәс, подъезд эсенән аптыранып, улы килеп сыҡты һәм коляскала ултырған атаһын күреп, телһеҙ ҡалды. Домофон аша әсәһенә өндәште. “Әсәй! – тине ул тулҡынланып. – Бында атай ҡайтҡан”. “Нисек ҡайтҡан? Уны бит өйөндә ята, тинеләр”. Йәкшәмбе иртәһе булыуға ҡарамаҫтан, кеше йыйылып китте. Кемдер тәҙрәнән иҫке “Волга” күреп ҡалған, ниндәйҙер ир домофондан хәбәр иткән. Ноябрь урталары булһа ла, тышта һыуыҡ. Элекке ҡатыны менән улы аптыранып торманы, колясканы һөйрәп, дүртенсе ҡаттағы фатирына алып керҙе.

Мәшәҡәт ишек төбөндә үк башланды. Уңайһыҙ, тар “хрущевка” эсендә йөрөү түгел, ишек аша ла үтеп булмай икән. Ике бүлмәле фатир бәләкәй генә район үҙәгендәге вокзалды хәтерләтә башланы. Шулай итеп, ҡыш үтте, яҙ етте, Фәиздең ауылында ата-әсәһенән ҡалған өйө бар ине. Фәиздең шунда ҡайтырға, ҡатыны менән йәйгеһен булһа ла иркенләп йәшәргә теләге бар ине. Ләкин ул йәйҙе күрә алманы. Майҙың һуңғы көндәренең береһендә ерҙәге юлын тамамланы. Тик был хаҡта икенсе ғаиләһе белмәне лә, хатта ҡыҙыҡһынманы ла.

 

 

 

 

Автор:Алсу Аглиуллина
Читайте нас: