Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
4 Сентябрь 2022, 20:00

"Тиң түгел ул һиңә - ауыл балаһы бит..."

Ауыл ҡыҙы Гөлгөнә егетенең ҡалала йәшәгән ата-әсәһен, күршеләрен үҙенең холҡо менән шаҡ ҡатырған һәм... яраттырған.

"Тиң түгел ул һиңә - ауыл балаһы бит..."
"Тиң түгел ул һиңә - ауыл балаһы бит..."

Ауылда барыһы ла күҙ алдында. Унда, ҡалалағы кеүек, әллә нисәмә ҡатлы йорттағы фатирҙың тимер ишеге артына йәшенеп булмай. Кемгә ниндәй ҡунаҡ килгәнлеге, хужалығыңда, баҡсаһында нимә барлығы күҙгә салынып тора. Хатта ҡайһы берәүҙәр бер-береһенең күпме пенсия йәки эш хаҡы алғанлығы хаҡында ла яҡшы хәбәрҙар. Ни тиһәң дә, нигеҙҙә, асыҡ, алсаҡ, тырыш һәм егәрле халыҡ йәшәй унда. Гөлгөнә лә тап бына ошондай ауылдарҙың береһендә тыуып үҫкән.

Өфөгә ул юғары уҡыу йортонда белем алыу өсөн килгән. Тиҙ генә арала ул ҡала ҡыҙына әйләнгән. Тиккә генә ауыл ҡыҙын ҡаланыҡына әйләндереүе һис ауыр түгел, ә бына киреһен эшләүе ҡыйын, тип әйтмәгәндәрҙер. Шулай итеп, сибәр Гөлгөнә Өфөнө тиҙ генә үҙ иткән...

Күп тә үтмәй ҡыҙ үҙе белем алған университеттағы бер факультет студенты Радикка оҡшап ҡалған. Ә уның атаһы ҡалалағы ойошмаларҙың береһендә етәксе вазифаларҙың береһен биләй икән. Гөлгөнәгә тәү күреүҙән ғашиҡ булған егет оҙаҡ уйлап тормаған, ҡыҙға өйләнергә ҡарар иткән һәм уны бер мәл, ата-әсәһе менән таныштырырға тип, үҙҙәренә алып ҡайтҡан. Һис аптырап, уңайһыҙланып тормаған Гөлгөнә: үҙе һәм ғаиләһе хаҡында бик ентекләп һөйләгән. Ә бына Радиктың әсәһе ҡыҙҙың һыйыр һауа, бесән саба һәм, кәрәкһә, утын да яра белгәнлегенә иҫ-аҡылы киткән. Шулай итеп, егетенең ата-әсәһе менән беренсе танышыу ярайһы ғына уңышлы үткән. Һәр хәлдә, шулай тип Гөлгөнә уйлаған. Ә ысынбарлыҡта иһә егеттең ата-әсәһе: “Был ҡыҙ һиңә тиң түгел. Ауыл балаһы бит. Юҡмы ни шунда берәй Өфө ҡыҙы?!” – тип әйткән. Тик бына егет үҙ ҡарарынан баш тартмаған, ата-әсәһенә барыбер тап ошо ҡыҙға ғына өйләнәсәге, тиҙҙән үҙе менән дачаға ла алып барасағы хаҡында белдергән.

Әммә баҡсаға барғас, ҡыҙ егеттең ата-әсәһен хайран ҡалдырған. Беренсенән, сая Гөлгөнә тиҙ арала күршеләрҙең үҙе ҡунаҡ булып килгән өй тәҙрәһенә тиерлек эйелеп торған алмағас ботағын киҫеп төшөргән. Хужалар үҙҙәре лә, икенсе яҡ та бер нәмә тип әйтеп өлгөрмәгән. Хатта быға тиклем телсән күренгән күрше ҡатыны ла аптырашта ҡалған һәм ҡыҙға бер ни тип тә өндәшмәгән. “Бының менән һүҙгә килешмәү хәйерлерәк”, – тип уйлағандыр, күрәһең. Шулай итеп, бер “мәсьәлә” Радиктың ата-әсәһе файҙаһына хәл ителгән. Юғиһә атаһы, күршеһе менән һүҙгә килешмәйем тип, бер ҙә ошо алмағас хаҡында өндәшмәй йөрөгән икән. Икенсенән, һуңғы ваҡытта тамсылап торған һыу үткәргесте лә тиҙ арала ипкә килтергән ауыл ҡыҙы. Ул оҙаҡ уйлап, аптырап тормаған, көрәкте алған да һыуҙың ҡайҙан ағыуын асыҡлаған һәм Радик менән бергә йүнәтеп ҡуйған. Әлбиттә, бына ошондай хәлдәрҙән һуң егеттең ата-әсәһенең ҡыҙға ҡарашы яҡшы яҡҡа үҙгәргән. Өҫтәүенә, баҡсанан ҡайтҡас, ауылдан килтерелгән төрлө үләндәрҙән яһалған хуш еҫле сәй, шифалы бал һәм үҙе бешергән тәмле бәлеш егеттең ата-әсәһенең йөрәген тамам иреткән.

Баҡсаға барып ҡайтҡандан һуң Радиктың ата-әсәһе: “Улым, бик яҡшы ҡыҙ менән танышҡанһың икән. Гөлгөнә менән бер ҡасан да юғалып ҡалмаҫһың. Уны кәләш итеп алғың килә икән, әйҙә, никах уҡытайыҡ, беҙ риза! Холҡо шәп. Был – иң мөһиме”, – тигән.

Ошо хаҡта бәйән итте бер танышым. Ике йыл элек булған был хәл. Хәҙер йәш ғаилә айырым фатирҙа донъя көтә, улдары бар икән. Бына шунан һуң, холоҡ – ул яҙмыш, тип әйтмәй ҡара...

Фото:  my-fly-ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: