Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
5 Сентябрь 2022, 13:00

100-сө пар сәсен сәскә бәйләне

Бөрйән ҡыҙына һәм Ғафури егетенә ғаилә бәхете, көтөлмәгән шатлыҡтар теләйбеҙ!

100-сө пар сәсен сәскә бәйләне
100-сө пар сәсен сәскә бәйләне

Ғафури районының Ҡауарҙы ауылы егете Илнур Әбүбәкиров менән Бөрйән районының Исламбай ауылы ҡыҙы Ләйлә Хәйбуллинаны ЗАГС-та тағы бер ҡыуаныслы хәбәр көтөп торған. Бәхетле кейәү менән кәләш быйыл теркәлгән парҙарҙың йөҙөнсөһө!

Ҡунаҡтар йәштәрҙе алҡышлап ҡаршы алды, иң яҡшы теләктәрен еткерҙе. Ғафури районының ЗАГС хеҙмәткәрҙәре бәхетле парға никахты теркәү тураһында таныҡлыҡ тапшырыу менән бергә Башҡортостан Башлығының ҡотлау адресын һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.

 Былтыр ЗАГС хеҙмәткәрҙәре йөҙөнсө парҙы бер айға һуңыраҡ теркәгәйне.

Фото: БР Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: