Бөтә яңылыҡтар
Мөхәббәт баҡсаһы
7 Сентябрь 2022, 19:00

Ғүмер юлын бергә уҙыу - оло бәхет

Күгәрсен районында алтмыш, илле йыл бергә ғүмер кисергән матур парҙарҙы ҡотланылар.

Ғүмер юлын бергә уҙыу - оло бәхет
Ғүмер юлын бергә уҙыу - оло бәхет

“Тормош ҡурайһыҙ ҙа кешене “бейетә”, ти халыҡ. Эйе, гел генә бәхеттән тормай шул тормош, ҡаршылыҡтары ла, юғалтыуҙары ла, кисерештәре лә байтаҡ. Тик ғүмер ҡәҙерен белеп йәшәгәндәргә, мөхәббәткә тоғролоҡ һаҡлағандарға һикәлтәле юлдар ҙа ҡурҡыныс түгел. Күгәрсен районында ла ошондай утты-һыуҙы бергә үткән, татыу, дан ғаиләләр етерлек.

Күптән түгел райондың ЗАГС бүлегендә  шуларҙың бер төркөмөн, һәммәбеҙгә өлгө булырҙай ғаилә парҙарын оло тормош юбилейы менән тәбрикләп, бүләктәр тапшырҙылар. Әйтеүе генә анһат, Гөлсөм Ғөбәй ҡыҙы һәм Камил Ғәлиулла улы Ваһаповтар, Шәкүрә Әхмәтғәзиз ҡыҙы һәм Әхәт Шәғәле улы Сәлиховтар 60 йыл бергә ғүмер кисергән. Ә Гөлнәзирә Шәрифулла ҡыҙы һәм Сәғит Ниғәмәт улы Әбдрәевтар, Мария Ефимовна һәм Геннадий Николаевич Захаровтар, Рәйсә Зөлҡәрнәй ҡыҙы һәм Ғәйнетдин Вәлитдин улы Булатовтар, Фәниә Хәмзә ҡыҙы һәм Альберт Ғимран улы Айҙарбәковтар 50 йыл бергә бәхетле ғүмер кисерә. Тормош юбилярҙарын ЗАГС хеҙмәткәрҙәре һәм район етәкселәре ҡотлап, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Башҡортостан Башлығының ҡотлау һүҙҙәре лә еткерелде.

Байрамды район мәҙәниәт йорто йырсылары йәмләне, матур теләктәр ҙә, ысын күңелдән әйтелгән йылы һүҙҙәр ҙә кәйефте күтәрҙе.

Фото: Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты.

Ғүмер юлын бергә уҙыу - оло бәхет
Ғүмер юлын бергә уҙыу - оло бәхет
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: